Иң ҡәҙерле байрам

Иң ҡәҙерле байрам
Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдары - Ватаныбыҙ тарихының иң ҡанлы, ҡот осҡос бите. Унда 27 миллиондан ашыу ватандашыбыҙҙың ғүмере ѳҙѳлгән. Беҙҙең һәм киләсәк быуындың был ваҡиғаларҙы оноторға хаҡы юҡ!
Һуғыш йылдары артта ҡалған һайын дәһшәтле ваҡиғалар беҙҙе тағы ла нығыраҡ тетрәндерә, ә инде Бѳйѳк Еңеү кѳнѳ халҡыбыҙ ѳсѳн иң ҡәҙерле байрамға әйләнде. Был кѳндѳ һәр ауыл, һәр ҡала, һәр граждан кѳтѳп ала, Бѳйѳк Еңеүгә ѳлѳш индергән туғандарын ҡәҙер-хѳрмәт менән иҫкә ала. Бынан дүрт йыл элек башланғыс алған, Бѳйѳк Ватан һуғышы яугирҙәрен иҫкә алыу маҡсатында үткәрелгән “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашҡандарҙың йылдан-йыл артыуы ошо хаҡта һѳйләй. Был сараға Белорет ҡалаһы тәүгеләрҙән булып ҡушылды, хәҙер акцияны ауылдарҙа ла ойошторалар.
Быйыл 9 Майҙа “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашырға 4 меңдән ашыу кеше сыҡты. Улар атай-олатайҙарының фотоларын тотоп, ҙур ғорурлыҡ менән ҡаланың Ленин урамынан һәм Еңеү паркынан үтте. Акцияла ҡатнашҡандарҙы сәләмләгәс, Бѳйѳк Еңеүҙең 71 йыллығына арналған тантаналы сара башланды.
Тәүҙә почетлы ҡарауыл оҙатыуында Бѳйѳк Еңеү символы булған флагты монумент алдына алып сыҡтылар. Рәсәй гимны яңғырағас, Бѳйѳк Ватан һуғышы ветерандарын, белореттарҙы байрам менән ҡотлап, муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов сығыш яһаны. “Һеҙҙең тырышлығығыҙ арҡаһында бѳгѳн беҙ тыныс илдә йәшәйбеҙ. Еңеү кѳнѳ күп милләтле Илебеҙ берҙәмлегенең ысын символы”, - тине Владислав Геннадьевич.
Бѳйѳк Ватан һуғышы ветераны, “Хәтер” китабын тѳҙѳүҙә ҡатнашҡан Дмитрий Карпович Трофимовтың сығышы тулҡынландырғыс булды. “Был байрам ғына түгел, шулай уҡ миллионлаған халыҡтың түккән күҙ йәше лә. Белорет ҡалаһы һәм районынан 33 144 кеше һуғышҡа китте. Шул иҫәптән 10 993 яугир яу яландарында ятып ҡалды, 14 490 яҡташыбыҙ ғына тыуған еренә ҡайтты. Был һандарҙы онотмағыҙ! Беҙҙең арала Бѳйѳк Ватан һуғышы ветерандары бар. Уларҙы байрам менән ҡотлайым, һаулыҡ теләйем!” - тип һүҙен тамамланы ветеран. Уны халыҡ: “Рәхмәт Һеҙгә!” - тип ҡысҡырып, ҡул сабыуҙар менән оҙатты.
Белорет, Бѳрйән райондары, Белорет ҡалаһы хәрби комиссары урынбаҫары С.В. Захаров: “Йылдар үтә, беҙҙең аранан ветерандар китә, әммә улар беҙҙең йѳрәктә ҡала. Ул ауыр йылдарҙы онотмаҫҡа тейешбеҙ. Әгәр онотмаһаҡ, беҙ бер кемдән дә еңелмәйәсәкбеҙ”, - тине. Белорет металлургия колледжы студенты Евгений Кузнецовтың сығышы ла илһѳйәрлек тойғолары менән һуғарылғайны.
Тантаналы сара тамамланғандан һуң ҡала Мәҙәниәт һарайында Бѳйѳк Еңеүҙең 71 йыллығына арналған байрам концерты үтте.
Р. МУСИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий