Спорт менән дуҫлыҡты ѳҙмәйҙәр

Әхмәр ауылында эстафета ярышы быйыл да ҙур ойошҡанлыҡ менән гөрләп үтте.
Тәүге йылдарҙа сарала ауыл командалары ғына ҡатнашһа, быйыл Әзекәй һәм Ҡарайылға ауылдары йәштәре лә үҙ көстәрен һынап ҡарарға теләк белдерҙе. Спортсыларҙың һаны күберәк булған һайын ярыш ҡомары ла арта бара. Шауым урамынан ике команда ярышҡа ҡушылырға булды.
Кѳн һалҡынлығына ҡарамаҫтан, тамаша ҡылырға ауыл халҡы ла, командалар ҙа ваҡытында, дәррәү йыйылды. Ярышты Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы Рида Азаматова асып, йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлағандан һуң Әхмәрҙең актив, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙған, ѳмәләрҙә берҙәм ҡатнашыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Стартҡа баҫыр алдынан спортсылар балалар ойошторған флеш-мобта ҡатнашты.
Тәүге ярыш урамдар араһында үткәрелде. Ҡалмаҡ (капитаны Т. Шәйәхмәтов), Үҙәк, Ағүҙәк (капитаны И. Назырбаев) һәм Шауым урамының икенсе (капитаны Р. Йомадилов) һәм Вәлиевтәрҙең ғаилә командалары стартҡа баҫты. Шулай ҙа еңеүсе исеменә тик бер команда ғына дәғүә итә алды. I урынға - Ҡалмаҡ, II һәм III урындарҙы Шауым һәм Үҙәк, Ағүҙәк урамдары бүлеште. Вәлиевтәр ғаиләһе лә башҡа спортсыларҙан ҡалышманы. Икенсе йыл тағы ла дәртләнеп китеп, был ғаилә призлы урындарҙы ла яулар әле.
Ауылдар араһында ла ярыш кѳсѳргәнешле барҙы. Быйылғы ярышта күберәген йәштәр ҡат- нашты. Ярыштың ҡыҙыу барыуы әллә ҡайҙан уҡ күренеп торҙо. Шулай ҙа Шауым урамының беренсе командаһы етеҙерәк һәм шәберәк булып сыҡты. Улар беренселекте яуланы. Ҡарайылға йәштәре лә уларҙан ҡалышмай, финиш һыҙығын икенсе булып үтте. Әзекәйҙәргә өсөнсө урын менән ҡәнәғәтләнергә тура килде.
Урамдар, ауылдар командалары уҙышып бѳтѳү менән шәхси беренселеккә ярыштар башланды. Балалар ҙа 50-100 метрға йүгереп, тәмлекәстәр менән һыйланды.
Балаларҙан һуң стартҡа ир- егеттәр баҫты. “Тыныслыҡ уҙышы”нда I урынға Әхмәрҙән Рәсүл Юлышев сыҡты. Эдуард Зәбиров финиш һыҙығын икенсе булып үтте, Ҡарайылғанан Илнур Сѳләймәнов ѳсѳнсѳ булып килде. Йәштәр араһындағы беренселеккә лә әхмәрҙәр сыҡты. Рәсим Юлышев, Салауат Яҡупов, Фаил Ғайсиндар уңышҡа ирешеп, тәүге өс баҫҡысты биләне. Ҡатын- ҡыҙҙар араһынан I урынды Айзидә Шәйәхмәтова, II урынды Альбина Абдуллина һәм III урынды Ҡарайылға ауылы спортсыһы Диана Аллаярова алды.
Ярыштар тамамланды, еңеүселәр билдәләнде. Спортсылар эҫе сәй менән һыйланған арала, судьялар ярышҡа йомғаҡ яһаны. Еңеүселәргә, спорт ярат- ҡан ғаиләләргә Грамоталар тап- шырылды. Ярыштың юғары кимәлдә үтеүенә Әхмәр ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә, ауыл активы ла ҙур кѳс һалды.
Э. КӘБИРОВА.
Оставить комментарий