Еңеү кѳнѳ алдынан бүләк

Еңеү кѳнѳ алдынан бүләк
Хәҙерге заманды элемтәһеҙ күҙ алдына килтереп булмай. Армия ѳсѳн дә элемтә бик мѳһим һәм бик кәрәк. Бѳйѳк Еңеүҙе яҡынайтыуҙа һәм башҡа һуғыштарҙа ла элемтәселәр ҙур ѳлѳш индергән. Хәрби хеҙмәт эшен ойоштороуҙа тѳп кѳс булып торған Элемтә ғәскәрҙәренә “Еңеүҙең 40 йыллығы” аллеяһында монумент урынлаштырылыуы һәм уны 9 Май байрамы алдынан асыу символик әһәмиәткә лә эйә булды, сѳнки нәҡ элемтәселәр Илебеҙҙең фашистик Германияны еңеүе тураһында хәбәр итә.
Монументты асыу тантанаһында муни- ципаль район хакимиәте башлығы урын- баҫары Иван Пинящук, Хәрби десант ғәскәрҙәре ветерандары ойошмаһы рәйесе, РОСТО ДОСААФ-тың Белорет автомәктәбе директоры Зәбир Ахибзянов, Бѳйѳк Ватан һуғышы ветераны, Район элемтә бәйләнешенең элекке етәксеһе Дмитрий Трофимов, Һуғыш ветерандары һәм хәрби хеҙмәт комитеты рәйесе Александр Белов, “Хәрби элемтәселәр” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Павел Пантелеев һәм дин әһелдәре сығыш яһаны.
“Еңеүҙең 40 йыллығы” аллеяһы хәрбиҙәргә дан йырлаусы урынға әйләнде. Унда афған һуғышы яугирҙәренә һәйкәл, Хәрби десант, Хәрби диңгеҙ, Хәрби разведка, Эске эштәр органдары, Сик һаҡсылары, Хәрби элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткәндәр хѳрмәтенә монументтар асылды. Улар хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм битараф булмаған халыҡ иҫәбенә эшләнде.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий