“Бѳтәһе лә яҡшы булыр!”

“Бѳтәһе лә яҡшы булыр!”
1 майҙа Белорет ҡалаһына РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе Зѳһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина килде. Ул Металлургтар майҙанында халыҡ менән осрашты, шулай уҡ беҙҙең гәзиткә лә әңгәмә бирҙе.
► Зѳһрә Йыһанур ҡыҙы, Белорет районы һеҙҙә ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?
- Белорет - илебеҙҙә билдәле металлургтар тѳбәге генә түгел, шулай уҡ спорт һәм йәштәр ҡалаһы. Еңел атлетика эстафетаһының 64-се тапҡыр үткәрелеүе лә белореттар ѳсѳн тѳп ҡиммәттәр - әүҙем тормош, һау-сәләмәт йәшәү рәүеше булыуын күрһәтә. Йәш быуын - ҡалаһы, республикаһы һәм тыуған иле ѳсѳн эшләйәсәк. Был бик шәп, сѳнки кеше икмәк менән генә йәшәмәй. Белоретта һѳнәри уҡыу йорттары, йәштәр күп. Һәм бѳгѳнгѳ эстафетала әүҙем ҡатнашҡан йәштәр беҙҙең тѳп ойоштороусы булып тора. Йәғни, улар киләсәккә ышаныслы нигеҙҙе тәшкил итә. Бѳгѳн Белорет бай- рамдар үҙәгенә әйләнде: Тыныслыҡ һәм Хеҙмәт байрамы, шулай уҡ пасха, эстафета, Бѳйѳк Еңеү байрамы. Бѳтәһенән шатлыҡ бѳркѳлѳүе күңелдәргә ҡыуаныс ѳҫтәй. Белорет металлургия комбинаты нәтижәле эшләй. Ҡаланы тотоп торған тѳп объект, предприятиеның уңышлы эшләүе яҡшы күренеш, сѳнки ул ҡала халҡының ѳстән бер ѳлѳшѳн эш менән тәьмин итә. Белорет районы тулы ҡанлы тормош алып бара. Беҙ ауылдарҙан үттек, улар ныҡ һәм унда ҡеүәтле хужалыҡтар бар, күп итеп мал кѳтәләр. Белорет районы һәм республикабыҙ ҙа яҙғыса матур тормош менән йәшәй: әлеге ваҡытта сәсеүгә һәм башҡа яҙғы мәшәҡәттәргә әҙерләнә, был бик яҡшы. Белорет районында тѳрлѳ милләттәр татыу, берҙәм йәшәй. Күп милләтле илебеҙҙе, Башҡортостан Республикаһын һынландырған Белорет халҡына ихлас күңелдән һаулыҡ, яҡшылыҡ, киләсәккә ышаныс теләйем. Бѳгѳнгѳ проблемаларға, санкцияларға ҡарамайынса беҙ йәшәйбеҙ һәм йәшәйәсәкбеҙ! Бѳтәһе лә яҡшы булыр!
► Милли матбуғаттың киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ?
- Милли матбуғат илде нығыта торған бер фактор, механизм, шуға күрә ул һаҡланып ҡаласаҡ. Рәсәй кимәлендә милли матбуғат йәшәргә тейеш тигән позиция бар. Гәзит- журналдар тѳбәк кимәлендә финанслана бит, шуға күрә федераль кимәлдә был сәйәсәт булғас, тѳбәктәр ҙә ошо позицияны һаҡлап ҡаласаҡ.
► Һеҙ депутат булараҡ ниндәй закондар ѳҫтѳндә эшләйһегеҙ?
- Үҙем Дәүләт Думаһына гуманитар ѳлкәне ҡараған һәм ҡурсалаған вице-премьер вазифаһынан киттем. Ғалим булараҡ та минең барлыҡ фәнни хеҙмәттәрем рухи тәрбиәләүҙе, мәҙәниәтте, мәғарифты үҫтереүҙе күҙ уныңда тотҡан проблемалар бит. Шуға күрә депутатлыҡ эшмәкәрлегем ваҡытында 100- ҙән ашыу закон инициативаһы менән сыҡтым һәм уларҙың 40-тан ашыуы хәҙер закон булып ҡабул ителде. Улар барыһы ла мәҙәниәтте, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен, мәғариф ѳлкәһен, балаларҙы, уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, ғаилә ҡиммәттәрен, дәүләт ҡурсалауына мохтаж булған халыҡты, йәштәрҙе күҙ уңында тотҡан закондар. Шуға күрә закон сығарыуҙағы эшмәкәрлегем тап бына ошо гуманитар, социаль ѳлкәгә бәйле. Бына беҙҙең - Дәүләт Думаһының VI саҡырылыш депутаттарының әле алты йылға яҡын ваҡыты бар һәм барлыҡ закон сығарыу ѳлкәһендә эшләгән эшем ошо проблемаларҙы күҙ уңында тотоуға йүнәлтелгән.
► Зѳһрә Йыһанур ҡыҙы, киләсәктә лә халыҡтың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән закондар ѳҫтѳндә эшләүегеҙҙе, халыҡтың ышанысын аҡлап, файҙалы закондар ҡабул итеүегеҙҙе теләйбеҙ.
Әңгәмәгеҙ ѳсѳн рәхмәт. Рәмилә МУСИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий