Яҡшы старосталар һәр ауылда кәрәк

Яҡшы старосталар һәр ауылда кәрәк
Үҙәнбаш ауылында йәшәгән Ғәзинур Ғилман улы ҠЫУАНДЫҠОВ егәрле кеше, бер ниндәй ауырлыҡтар алдында ла юғалып ҡалмай, тырышлығы, уңғанлығы менән алдыра.
Ул 1964 йылда Үҙән ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Үҙән ағас әҙерләү участкаһына тракторист булып эшкә урынлаша. 18 йәше тулғас, 1983 йылда армияға алалар. Хәрби хеҙмәтте Монголия Республикаһында үтә. “Медьмолибденстрой” тѳҙѳлѳш идаралығында эшләп, бай күмер ятҡылығын үҙләштереү урынын тѳҙѳүҙә ҡатнаша. Шул саҡта ул иретеп йәбештереүсе һѳнәренә уҡый. Армияла саҡта әсәһенең йорто янып ҡуя. Шуға ла хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан егетте тыуған ауылында күңелһеҙ хәл ҡаршылай. Шулай ҙа ул юғалып ҡалмай, “Россия” колхозына иретеп- йәбештереүсе булып эшкә урынлаша, шул уҡ йылда ауылдашы Ирина Григорьевна менән ғаилә ҡора. Яҡшы эш тәҡдим иткәстәр, Силәбе ѳлкәһенә Агаповка районындағы “Искра” совхозына бригадир булып бара. Тау-урман ҡосағында үҫкән егет даланы оҡшатмай һәм 1986 йылда кире тыуған яғына ҡайтып, Үҙәнбаш ауылында тѳпләнә.
Был ваҡиғалар әле генә булған кеүек тойолһа ла, Ғәзинур Ғилман улының Үҙәнбашта йәшәүенә 30 майҙа 30 йыл тула. Ошо ваҡыт эсендә ул үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп, Үҙәнбаш халҡының тѳп терәгенә әйләнә. Ун йылға яҡын Белорет леспромхозының Үҙәнбаш участкаһында иретеп йәбештереүсе, аҙаҡ ҡаҙанлыҡта, урман хужалығында эшләй. 2013 йылда үҙ эшен аса.
Бар күңелен биреп староста йѳгѳн тартҡан Әкрәм Сафа улы Ғүмәров 2013 йылда һәләк булып ҡалғас, ауылдаштары Ғәзинур Ғилман улын староста итеп һайлай. “Әкрәм Сафа улы шәп кеше ине”, - тип Ғәзинур Ғилман улы Үҙәнбаш ауылының тәүге старостаһын яҡшы һүҙ менән иҫкә ала.
Үҙе лә старосталыҡ эшенә етди тотона. Балаларға уйын майҙансығы эшләү ѳсѳн материал бүлә, яңы мәктәп биләмәһен тѳҙѳкләндереүҙә ярҙам итә, Бѳйѳк Ватан һуғышы яугирҙәренә обелискыны урынлаштырыу ѳсѳн нигеҙ әҙерләүҙе лә үҙ ѳҫтѳнә ала. Тѳҙѳкләндереү, ауыл урамдарын ҡарҙан таҙартыу ҙа уның иңендә. Ветерандарға утын алып килеү, ауылда үткән тѳрлѳ сараларға бағыусы ярҙамы күрһәтеү кеүек эштәрҙән ситтә ҡалмай.
“Әлеге ваҡытта Үҙәнбаш ауылында ла ѳмәләр үтә. Ололар бик ихлас ҡатнаша, ә йәштәр битарафлыҡ күрһәтә. Ѳмә беҙҙең үҙебеҙгә кәрәк, шуны кеше аңлап ҡабул итһен ине. Йорт-ҡураһын рәтләргә теләгәндәргә штакетник, һайғау ҙа бирәм. Пенсионерҙарға яҡшы тѳҙѳлѳш материалдарына 50 процент ташлама яһайым. Ауыл матур йәшәһен ѳсѳн һәр кем ѳлѳш индерергә тейеш. Ҡайһы берәүҙәр эшһеҙ ятһа ла, сығып баҡсаһын, ѳй тирәһен тәртипкә килтерергә уйламай. Ауыл тормошонда эшҡыуарҙарҙан Салауат Сәлмән улы Хафизов, Рита Әхтәм ҡыҙы Әсфәндийәрова, Наил Ғиниәт улы Мѳлѳков әүҙем ҡатнаша. Башҡа эшҡыуарҙар ҙа аңлап ҡабул итһәләр, тағы ла яҡшы булыр ине”, - ти староста.
- Ғәзинур Ғилман улын күптән беләм. Шуға ла уны староста эшенә тәҡдим иттек. Әйткән һүҙендә тора, ветерандарға ярҙам итә. Берәй йомош менән мѳрәжәғәт итһәң, ярҙамлаша. Киләсәктә лә шулай эшләүен теләйбеҙ, - ти Шығай ауылы хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе Фәтих Һаҙый улы Мѳхәмәтдинов.
Ғәзинур Ҡыуандыҡов менән осрашҡандан һуң ауылдарҙа старосталарҙың ни тиклем кәрәк булыуына тағы ла бер инанаһың. Ауыл хакимиәте башлығы бѳтә ергә лә ѳл- гѳрмәүе ихтимал, ә староста ауылдағы һәр ваҡиғаны күреп- белеп тора, ауылдаштарының мәнфәғәтен яҡлай.
Шуға ла, әүҙем, намыҫлы, ғәҙел, уңған, һүҙе үткән, яҡшы старосталар һәр ауылда ла кәрәк.
Р. МУСИНА.
Оставить комментарий