Милләттәштәребеҙҙе бәләлә яңғыҙ ҡалдырмайыҡ!

Милләттәштәребеҙҙе бәләлә яңғыҙ ҡалдырмайыҡ!
«ГАРАЖДА ЙӘШӘП ЯТАМ...»
Быйыл ғинуарҙа Үҙәнбаш ауылында ут сығып, ике хужа йәшәгән йорт яна. Улар ҙа бер нәмәһеҙ тороп ҡала. Апрелдә Нәсиха Баязит ҡыҙы Нәбиуллина «Урал» гәзите мѳхәрририәтенә түбәндәге хат менән килде:
«Хѳрмәтле редакция!
Минең донъям 2016 йылдың 1 ғинуарында тѳндә янды. Бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡалдым. Миңә быйыл 80 йәш тула.
15 йәштән эшләй башланым: тәүҙә колхозда, 1960 йылдан Белорет леспромхозының Үҙән- баш участкаһында. Иретеп йәбештереүсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Еңел тормошта йәшәмәнем, донъя йѳгѳн үҙем тарттым.
Янғандан һуң документтарҙы юллап алғас, Белорет урман хужалығына ағас һорап барҙым. 29 апрелдә килерһең, тип әйттеләр. Әйткән кѳндәрендә кил- гәйнем, «Ағас юҡ, икенсе йыл килерһең», - тинеләр.
Мин әле кәртәмдәге гаражда йәшәп ятам, ѳй буратырға ағас бирмәйҙәр. Мәғлүм булыуынса, янған кешеләргә сиратһыҙ ағас бүленә. Был закон миңә ҡағылмай- мы әллә? Мине борсоған һорауға яуап бирһәгеҙ ине.
Хѳрмәт менән Нәсиха НӘБИУЛЛИНА».
Был һорауға Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығының Белорет урмансылығы буйынса тѳбәк бүлеге - «Белорет урмансылығы» начальнигы Олег Тахир улы МУЛЛОДЖАНОВтан түбәндәге яуапты алдыҡ:
«Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығының Белорет урмансылығы бу- йынса тѳбәк бүлеге - «Белорет урмансылығы» Рәсәй Федерацияһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығының күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлегенең 2016 йылдың 11 ғинуарындағы 4-се белешмәһенә ярашлы, Н.Б. Нәбиуллинаның йорто 2016 йылдың 2 ғинуарында яныуын хәбәр итә. Башҡортостан Республикаһының 2007 йылдың 20 ноябрендә кѳсѳнә ингән «Башҡортостан Республикаһында урман мѳнәсәбәттәрен кѳйләү тураһында»ғы 486-з һанлы законына, Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәтенең 2010 йылдың 1 апрелендәге «Баш- ҡортостан Республикаһында граждандарҙың үҙ мәнфәғәтенә урман үҫентеләрен алыу-һатыу килешеүе тѳҙѳү тәртибен раҫлау тураһында»ғы 97-се ҡарарына ярашлы, йорттары янған- дарға ағас бүлеү ҡаралмаған.
Белорет урмансылығы биләмәһе 203041 гектар тәшкил итә, уның 117974 гектары файҙаланыуға бирелгән, шул иҫәптән 115432 гектары ҡуртымда, 2536 гектары даими файҙаланыуҙа, 5,72 гектары түләүһеҙ файҙаланыуҙа.
Урмансылыҡтың 117168 гектар майҙаны ағас әҙерләү маҡсатында ҡуртымға бирелгән, йәғни 57,7 проценты (беркетелмәгән май- ҙан 85873 гектар йәки 42,3 процент), шул иҫәптән 114 943 гектар ҡуртымға бирелгән. Рәсәй Федерацияһы Хѳкүмәте ҡа- рары менән инвестиция проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында «Селена» урман сәнәғәте комплексы ике килешеү буйынса 36365 гектар майҙанды ҡуртымға алған: бер килешеү урмансылыҡтың дѳйѳм майҙанының 17,9 процентын тәшкил итә һәм икенсе килешеү 31 процент майҙанды ала. Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәте ҡарарына ярашлы, Ѳфѳ фанера етештереү комбинатына ике килешеү бу йынса 75305 гектар ҡуртымға бирелгән, ул урмансылыҡтың дѳйѳм майҙанының 37 проценты һәм ағас әҙерләү маҡсатында бирелгәне 64,3 процентын тәшкил итә. Шәхси эшҡыуар Н.Н. Ғилманова менән бер килешеү 1651 гектарға тѳҙѳлгән, был 0,8 процентты тәшкил итә һәм 1,4 процент майҙан ағас эшкәртеү маҡсатында ҡуртымға бирелгән. Шәхси эшҡыуар Ғ.Ф. Баязитовҡа 1622 гектар ҡуртымға бирелгән, ул урмансылыҡ майҙанының 0,79 процентын тәшкил итә һәм 1,38 проценты ағас әҙерләү маҡсатында бирелгән. Федераль яза үтәү хеҙмәте дәүләт идаралығының Башҡортостан Республикаһы буйынса 2-се холоҡ тѳҙәтеү колонияһына даими ҡулланыуға 2225 гектар урман биләмәһе бирелгән, ул урмансылыҡтың дѳйѳм майҙанының 1,1 гектарын тәшкил итә, шулай уҡ 1,9 процент майҙан ағас әҙерләү маҡсатында бирелгән.
Иҫәп ҡырҡындыһы 327,7 мең кубометр тәшкил итә, шул иҫәптән 91,8 мең кубометр ылыҫлы хужалыҡ. Ҡуртымсыларҙың иҫәп ҡырҡындыһы 230,01 мең кубометр йәки 70,2 процент, шул иҫәптән ылыҫлы хужалыҡ буйынса 79,47 мең кубометр йәки 86,6 процент. Ирекле ҡырҡынды 97,69 мең кубометр йәки 29,8 процент, шул иҫәптән 12,33 мең кубометр йәки 13,4 процент ылыҫлы хужалыҡ. Ирекле ҡырҡынды иҫәбе күләменән, Республика программаһына ярашлы, ылыҫлы хужалыҡ буйынса 7,56 мең кубометр «Торлаҡ фонды» программаһы буйынса бүленә. Шулай итеп, урмансылыҡтың халыҡҡа бүлеү ѳсѳн 90,13 мең кубометр ағасы ҡала, шул иҫәптән ылыҫлы хужалыҡтан 4,77 мең кубометр (32 кешегә). 2016 йылда ирекле иҫәп ҡырҡындыһы хужалығынан янғындан зыян күргән һәм 2014 йылдан 2016 йылдың февраль айына тиклем ғариза яҙған 27 кешегә ағас бүленде.
Нәсиха Нәбиуллинаға, әгәр ҙә унан алда янғында зыян күргәндәр үҙҙәренә бүленгән иҫәп ҡырҡындыһын файҙаланмаһа, 2016 йыл аҙағында ағас бирелеүе ихтимал. Бынан тыш, Н.Б. Нәбиуллинаға Башҡортостан Республикаһының башҡа урмансылыҡтарына мѳрәжәғәт итергә тәҡдим ителде».
P.S. Беҙ ҙә Үҙәнбаш ауылында Нәсиха Нәбиуллинаның янған йорто урынында булдыҡ. Әлеге ваҡытта 80 йәшлек Нәсиха Баязит ҡыҙы бәләкәй генә гаражында йәшәй. Оло булһа ла, ул тѳ- шѳнкѳлѳккә бирелмәй, яңынан йорт һалып сығыу теләге ҙур. Быйылға февралгә тиклем ғариза биргән янғындан зыян күргәндәргә ағас бүленгән һәм Нәсиха Баязит ҡыҙы, һуңлап мѳрәжәғәт итеүе арҡаһында, был исемлеккә эләкмәй ҡалған. Әммә урмансылыҡ етәкселеге Н.Б. Нәбиуллинаға ярҙам итеүҙән баш тартмай, мѳмкинлек килеп тыуһа, быйыл уҡ хәл итергә вәғәҙә бирә. Беҙ ҙә был хәлде күҙәтеп торасаҡбыҙ.

АҒАС БѲТӘҺЕНӘ ЛӘ КӘРӘК ТӘ...
Яңыраҡ «Урал» гәзитенә ағас мәсьәләһенә ҡағылған тағы ла бер хат килде:
«Һаумыһығыҙ хѳрмәтле «Урал» редакцияһы!
Һеҙгә күптәрҙе борсоған һорау менән мѳрәжәғәт итәм. Яңы закон буйынса ѳй тѳҙѳлѳшѳнә ғаиләгә 25 йылға бер тапҡыр 110 кубометр ағас бүленергә тейеш.
Мин 2013 йылда ѳй тѳҙѳүгә 50 кубометр ағас алдым (уның 30 кубометры ҡарағай, 20-һе ҡайын). Урман хужалығында ҡалған 100 кубометрҙы ѳйгә документ алғас бирәбеҙ, ти- неләр (ул саҡта документ архитектура бүлегендә ине). Документтар әҙер булғас, урман хужалығына ғариза яҙҙым, әммә ыңғай яуап булманы. Йыл һайын ғаризамды икенсе йылға ҡалдырҙылар. Быйыл яҙған ға- ризаға, һеҙ 2013 йылда 50 кубометр ағас алғанһығыҙ, һеҙгә 25 йылһыҙ ағас бүленмәйәсәк, тигән яуап хаты ебәрҙеләр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин 30 кубометр ҡарағай ағасына ѳй һалып сыға алманым. Ҡалған 70 кубометрҙы алырға минең хаҡым юҡмы? Ѳй һалыр ѳсѳн тағы ла 25 йыл кѳтѳргәме? Бура һатып алырға бюджетта эшләгән аҡсам етмәй. Тѳҙѳлѳшкә ҡуртымға алған еремдең ваҡыты ла сығып бара.
Бәлки, беҙ законды дѳрѳҫ аңламайбыҙҙыр. 25 йыл эсендә ҡалған 70 кубометр ағасты тѳҙѳлѳшкә ала аламмы? Ағас алырға хоҡуғым булһа, кемгә мѳрәжәғәт итергә? АНОНИМ. Белорет районы».
Автор үҙенең исемен күрһәтмәгән. Автор кем булыуы билдәле булмағас, беҙ был эште шәхсән ҡарай алмайбыҙ һәм шуға ла был хатҡа аңлатма рәүешендә яуап бирәбеҙ.
«Башҡортостан Республика- һында урман мѳнәсәбәттәрен кѳйләү тураһында»ғы закондың 12-се статьяһының 7-се бүлегенә ярашлы, 2013 йылға тиклем, гражданға 25 йылға бер тапҡыр йорт тѳҙѳүгә 150 кубометрға тиклем ағас бүленә ине. 2016 йылда был законға үҙгәрештәр индерелде: уға ярашлы, хәҙер бер ғаиләгә 25 йылға бер тапҡыр 110 кубометрға тиклем ағас биреү ҡаралған.
Был хатта яҙылыуынса, ул 25 йылға бер тапҡыр (!) бирелгән тѳҙѳлѳш ағасын ошо күләмдә биреүҙәренә риза булып алған, шуға күрә ҡалғанын 25 йылдан һуң ғына алыуы ла ихтимал. Был мәсьәләне шәхсән ҡарарға кәрәк», - тине Белорет урман- сылығы буйынса тѳбәк бүлеге - «Белорет урмансылығы» начальнигы урынбаҫары Наил Үзбәк улы Әхмәтшин.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий