Тынғыһыҙ ҙа, тәүәккәл дә Хоҙайбирҙе ҡыҙы

Тынғыһыҙ ҙа, тәүәккәл дә Хоҙайбирҙе ҡыҙы
Эргә-тирәбеҙҙә ниндәй генә кешеләр юҡ, күңеле менән матур булғандар, тырыштары, ғәмһеҙҙәре, янып-ярһып торғандары, һүнеп-һүрелеп йәшәгәндәре бар. Берәүҙәре баш күтәрмәй, артыҡ күҙгә салынмай ғына әллә күпме эштәр башҡарһа, ѳсѳнсѳләренә ваҡытында әйтелгән маҡтау, дәртләндереү һүҙҙәре кәрәк. Был кешеләрҙең ҡайһыларын бѳтѳнләй күрмәйбеҙ ҙә белмәйбеҙ, икенселәренән үрнәк алабыҙ, уларҙың йәшәү рәүешен башҡаларға ѳлгѳ итеп ҡуябыҙ. Иғтибарҙы йәлеп иттереп, һоҡландырып йәшәгәндәре олоғайған кѳнѳндә лә йәш саҡта үҙе һалған юлдан һис тайпылмай, һаман да тирә-яҡты йәмләндереп, башҡаларға нур ѳләшеп йәшәй белә.
Бѳгѳнгѳ мәҡәләбеҙ геройы, «Урал» гәзитенең элекке мѳхәррире Гѳлсѳм Нурислам ҡыҙы МОСТАФИНА ла ябай тормошо, эшмәкәрлеге менән күптәргә ныҡышмалыҡ, тәүәккәллек һәм тынғыһыҙлыҡ ѳлгѳһѳ булып торған кешеләрҙең береһе.
Бѳгѳн 65 йәшлек мәртәбәле юбилейын билдәләгән Гѳлсѳм Нурислам ҡыҙы- ның үткән тормошона күҙ һалһаң, уның һәр саҡ халыҡ, балалар менән бергә булыуын күрәһең. Гел эҙләнеү ѳҫтѳндә, яңылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылыуы һәм иң мѳһиме, алдына ҡуйған маҡсатына ирешеүе уға тормошта үҙ урынын табырға ярҙам иткән. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, мәктәп директорымы, преподавателме, хәрби- патриотик тәрбиә үҙәге методисы, гәзит мѳхәррире булһынмы, барыһы менән дә уртаҡ тел таба, кешелеклеге, ярҙамсыллығы менән ихтирам, тынғыһыҙлығы, әүҙемлеге менән хѳрмәт яулай алған.
Хаҡлы ялда булһа ла, уны ѳйҙә тап итмәҫһең. Балалар, студенттар менән осраша, тѳрлѳ йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша, башҡаларҙы ла үҙ артынан әйҙәй. Ә инде Ағинәйҙәр ҡороноң ағзаһы, Сосновка ауыл мәҙәниәт йортоноң етәксеһе булыу уға тағы ла яуаплылыҡ ѳҫтәй, иңенә етди бурыстар һала. Әммә, һәр саҡта ла йѳҙѳ яҡты, алсаҡ, һүҙе үтемле булған етәксе был бурысты ла намыҫ менән башҡарыуға ирешә. Мәҙәниәт усағында эшләгән ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күҙгә күренерлек әллә күпме эштәр башҡарырға, Сосновка ауылы мәҙәниәт усағының тѳшѳп ҡалғандарҙан түгеллеген, уның әүҙем эшләүе хаҡында ла башҡаларға белдерергә ѳлгѳргән. Гѳлсѳм Нурислам ҡыҙы эшләй башлағандан алып, сосновкалар район һәм хатта республика кимәлендә үткән тѳрлѳ конкурс-сараларҙа әүҙем ҡатнаша, алдынғы урындар яулай.
- Әлегә күпме генә тырышһаҡ та, Асы, Шығай, Үткәл ауылдарының кѳслѳ коллективтарына етеп булмай, шуға улар кимәленә күтәрелеү ѳсѳн тағы ла нығыраҡ эшләргә, мәҙәниәт донъяһына башкѳллѳ сумырға тура килә. Клубтың эсен үҙебеҙсә биҙәүебеҙ, яңы ҡорғандар һатып алыуыбыҙ, стендтар эшләүебеҙ ҙә ижади яҡтан күңелде күтәрә, дәрт бирә. Эшебеҙҙең уңышлы барыуында, ауыл хакимиәтенең, Ағинәйҙәр ҡороноң роле ҙур. Улар менән бергәләп уртаҡ идеялар, фекерҙәр менән янып йәшәгәнгә генә эшебеҙ алға бара, - ти Гөлсѳм Мостафина.
Ауылда йыл һайын 1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау кѳнѳн, балалар араһында футбол кубогын үткәреү матур традицияға әйләнгән. Әлеге ваҡытта мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, һабантуйҙа күрһәтеү ѳсѳн, кейәүгә буҙа эсереү йолаһын әҙерләй.
Гөлсөм Нурислам ҡыҙы, үҙенең төп эше менән бер рәттән, тарихҡа, йәнтөйәккә, үҙ тамырҙарына ҡағылған материалдар туплап, был хаҡта китаптар сығарыу өҫтөндә лә эшләй. Әлеге ваҡытта Нижневартовск ҡалаһында йәшәгән бер туған ҡустыһы Рамазан Шәйхулов менән «Беҙ Еҙем башынан» тигән китап баҫтырыуға әҙерләйҙәр. Китаптың тәүге бүлегендә аталары Нурислам Шәй- хуловтың «Һағындырыр әле һандуғасы» повесын рус теленә тәржемәләгәндәр. Икенсе бүлектә Гөлсөм апайҙың «Елмерҙәк тотҡондары» повесы, өсөнсө бүлектә иһә Рамазан Шәйхуловтың повестары һәм хикәйәләре буласаҡ. Ошо китаптың корректоры филология фәндәре кандидаты, Нижневартовск гуманитар университеты доценты С.А. Никишина китаптың йөкмәткеһен, ав- торҙарҙың үҙ йәнтөйәген яратҡан, нәҫелен тәрән белгән, уны хөрмәт иткән һәм ошо хаҡта киләсәк быуынға ла еткерергә теләгән көслө тамырлы кешеләр булыуын билдәләй. Ул үҙенең студенттарына ла быны миҫал итеп килтерә һәм бары тик тыуған ергә ғашиҡ булып, унда йәшәгән кешеләрҙе яратып, хөрмәт итеп йәшәгәндә генә ошондай матур әҫәрҙәр яҙып булыу мөмкинлеген аңлата. «Беҙ Еҙем башынан» ғаилә китабы буласаҡ, ул Гөлсөм Нурислам ҡыҙының 65 йәшлек юбилейына ла арналасаҡ.
Халыҡты бер ергә туплап тороусы, рухи аҙыҡ өләшеүсе мәҙәниәт усағы етәксеһе булараҡ, Гөлсөм апай иңендә тағы ла бер оло бурыс ята: йәйгеһен ҙур ҡунаҡтар йыйып, Сосновка ауылының 80 йыллыҡ юбилейын үткәрергә йыйыналар. Был мәртәбәле эшкә яҙҙан уҡ әҙерлек эштәре башланған. Ауылдың тарихын киләсәк быуындарға еткереү, ситтән ҡайтҡан ҡунаҡтарға тыуған ерҙең кѳсѳн, ауылдаштарҙың берҙәмлеген күрһәтеү ѳсѳн «Йәнтѳйәгемдең үткән яҙмышы» тигән китап сығарыу мәшәҡәттәре менән яна Гѳлсѳм Нурислам ҡыҙы. Тарихты өйрәнә, ауылға нигеҙ һалыусыларҙың нәҫел-нәсәбен, ошонда йәшәгән, тыуып үҫкән һәм бөгөн илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә халҡыбыҙға хеҙмәт иткән абруйлы, арҙаҡлы шәхестәрҙе барлай. Ошо арҡала, Ғәлимә Сабит ҡыҙы Иҫәнбаева ойошторған ауыл музейында көнө буйы ҡағыҙҙарға, архив материалдарына күмелеп ултырырға ла тура килә уға.
Гѳлсѳм Нурислам ҡыҙы Хоҙайбирҙе ауылында тыуып үҫә, бала сағын Егәҙе ауылында үткәрә, ә хеҙмәт юлын ҡалала башлай. Әммә олоғая тѳшкәс, күңеле барыбер ҙә ауылға, бала саҡта уйнап үҫкән үләнле, тупраҡлы ергә тартыла. Шуға күрә Сосновка ауылынан ѳй һатып алырға хәл итә. Был ниәтенең башҡа тѳрлѳ маҡсаты ла була - Екатеринбург ҡалаһында йәшәгән ҡыҙы Данияның ике улын ауыл мѳхитендә, үҙ ғѳрѳф-ғәҙәттәребеҙгә, асылыбыҙға яҡынайтыу.
- Атай-әсәйебеҙҙең үҙ балаларында ныҡлы туғанлыҡ хисе тәрбиәләүе, һәр ваҡытта ла яҡшылыҡҡа, татыулыҡҡа өндәүе, тыуған еребеҙҙе, тамырҙарыбыҙҙы хөрмәт итергә өйрәтеүе эҙһеҙ үтмәгән. Туғандарымдың үҙ-ара татыулығы, быуындар бәйләнешен һаҡлауы, туғанлыҡ ептәрен ныҡлы тотоуы быға асыҡ миҫал булып тора. Бөгөн бала саҡта атай-әсәйебеҙ беҙгә биргән тәрбиә орлоҡтарын үҙ балаларыбыҙ күңеленә һалырға, ғаилә традицияларыбыҙҙы улар аша дауам итергә тырышабыҙ. Шуға күрә ейәндәремдең йәйге каникулға ҡайтыуы ҡыуаныслы ла, яуаплы ла мәшәҡәттәр өҫтәй. Улар тыуған ерҙең, тамырҙарҙың көсөн тойһон, йолаларыбыҙҙы, ғөрөф- ғәҙәттәребеҙҙе белһен өсөн ошо ҡыҫҡа ғына ваҡытты ла дөрөҫ файҙаланып ҡалырға тырышасаҡмын, - ти Гөлсөм Нурислам ҡыҙы.
Эйе, алдына алғанын һәр саҡта үтәргә, бурыстарын теүәл башҡарырға яратҡан Гөлсөм Нурислам ҡыҙының был уй-ниәттәре, һис шикһеҙ, тормошҡа ашыр, ейәндәре күңеленә һалған тәрбиә орлоҡтары матур шытым бирер. Өләсәй тәрбиәһен алған, уның өлгөһөн күргән ейәндәр тарихын ололаған, йолаларын һанлаған егеттәр булып үҫеп етер, тип ышанайыҡ.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Гѳлназ ӘМИРОВА фотоһы.
Оставить комментарий