Тыл ветерандары

Тыл ветерандары
Ауылдарҙа коллективизация башланғас, Аҙнағолда ла «Ҡамшаҡ» колхозы ойошторола. Ғимранов Әхмәди ағайҙың ғаиләһе лә колхоз ағзалары булып китә. Татыу, матур донъя ҡороп, тырышып эшләйҙәр. Бер-бер артлы 4 ир бала: 1928 йылда - Мотаһар, 1930 йылда - Моталап, 1934 йылда - Хәҙис, 1940 йылда Хатап донъяға килә. Колхозда йыл әйләнәһенә эш бөтмәй. Әхмәди ағай ирҙәр эшен башҡарһа, тормош иптәше Гөлйыһан һыйырын да һауа, көлтә лә бәйләй, игенен дә утай. Тырышып эшләп йөрөгәндә ҡәһәрле һуғыш башлана. Бөтә көс дошманды еңеүгә йүнәлтелә. Аҙнағолдан 6 ғаиләне Сатра йәйләүенә ағас әҙерләргә ебәрәләр. Улар араһында Әхмәди Ғимрановтың ғаиләһе лә була.
Бөгөнгө мәҡәләм Әхмәди ағайҙың ике улы - Мотаһар һәм Моталап тураһында. Икеһе лә бер ваҡыттараҡ IV класты тамамлай. Сермәнгә йөрөргә алыҫ та, мөмкинлек тә булмай.
Сатра йәйләүендә Белорет заводына күмер әҙерләү өсөн ике мейес эшләй. Ике малайға ла эш була. Ботаҡ ташып, яндырып йөрөргә эшкинәләр. Ағасты 1 м 20 см оҙонлоғонда бысып, нәҙектәрен уртаға, йыуандарын дүрткә ярып өйөп ҡуялар. Леспромхоз яғынан әҙ-мәҙ, үлмәҫлек ризыҡ менән тәьмин итәләр. 1943 йылдың сентябрендә Әхмәди ағайҙы фронтҡа алалар. Бер генә хаты килә, Сталинград яғына китеп барабыҙ, тип яҙа. Әсәләре 4 бала менән тороп ҡалғас, 1944 йылда утын әҙерләүҙе ташлап, кире ауылға ҡайталар һәм колхоз эшенә сумалар. Малайҙар бесән әҙерләүҙә, ер тырматыуҙа, ферма эшендә эшләй. Мотаһар Әхмәди улын (һүрәттә уңда) тракторист ярҙамсыһы итеп ҡуялар, сөнки «Ната» тракторын тоҡандырыу бик ауыр була. 1946 йылда военкомат заводҡа эшкә мобилизовать итә. ФЗО- ла уҡып һөнәр алғас, мартен цехында эшләй. Эшләп йөрөгәндә башы йәрәхәтләнә һәм, эшкә яраҡһыҙ тип, эштән сығаралар. Ул ауылға ҡайтырға мәжбүр була. Ҡайтҡас, Рәйсә исемле ҡыҙ менән ғаилә ҡора. Татыу, матур тормошта 6 балаға ғүмер бирәләр. Бөгөнгө көндә бөтәһе лә һау-сәләмәт, төрлөһө төрлө ерҙә матур йәшәйҙәр. Ял көндәрендә тыуған йорттары күңелле шау-шыуға күмелә. Тик тормош иптәше Рәйсә апай ҡаты һәм оҙаҡ ауырыуҙан 2004 йылда вафат булып ҡала. Белореттан ҡайтҡас та Аҙнағол ауылында тәүҙә учетчик, колхоз юлламаһы менән умартасы һөнәренә уҡый. Колхозда умарталар һанын 120-гә ет- керә. Тик колхоздың ҡортсолоҡҡа бирелерлек хәле булма- ғанлыҡтан, тарҡала. Мотаһар Әхмәди улы 1984 йылда колхоз-ара лесхоз ойошмаһына урмансы булып эшкә күсә. Бында 1994 йылға тиклем эшләп хаҡлы ялға китә. Әммә, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡортсолоҡто ташламай. Алған табышын балаларына тарата. Белгәнен ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән йәштәргә ѳйрәтә. Мәктәп уҡыусылары, балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән осрашыуҙарға йөрөй. Ауылда иң олоһо булғанлыҡтан, һәр кемдең ата-бабаларының тор- мош юлын белә.
Моталап Әхмәди улының да хеҙмәт юлы колхозда башлана. IV класты тамамлаған малайҙарға ла эш йәйен дә, ҡышын да табылып тора. - Еңеү көнөн беҙ яланда ҡаршыланыҡ. Ағайым Мотаһар трактор ярҙамсыһы, ә мин ат менән ер тырмата инем. Атҡа менеп ултырып булмай, сөнки ул бик ябыҡ. Шуға мин атты етәкләп йөрөнөм. Аяҡта - сабата. Ер еүеш, сабатаға йәбешә, ахырҙа ялан аяҡ йөрөйөм. Бер кеше килеп, беҙҙе ауылға саҡырып ҡайтты. Шунда беҙ ауыл халҡының илауын да, шатланыуын да күрҙек, - тип иҫкә ала Моталап Әхмәди улы.
1946-1948 йылдарҙа Тирлән һөнәрселек училищеһында уҡып, тимер юл транспорты слесары һөнәренә эйә була. Аҙаҡтан Белорет ФЗО- һында уҡып, металлургия комбинатында канатсы булып эшләй. Көҙ көнө ауылына ҡайтып барғанда колхоз яландарында өр-яңы комбайндарҙың иген урғанын күргәндән һуң комбайнер булыу теләге уяна. Иптәш егеттәре менән Учалы районы Вознесенский механизаторҙар әҙерләү курсына уҡырға китә. 6 ай уҡығандан һуң Сермән МТС-ында комбайнер булып эш башлай. 1952 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла, унда ла өҫтәлмә һөнәр алыу бәхете тейә. Ул автомеханик һөнәрен үҙләштереп, 1956 йылға тиклем Хабаровск ҡалаһы эргәһендәге авиаполкта авиомеханик бу- лып хеҙмәт итә. Әммә был һөнәр буйынса эш урыны булмағанлыҡтан, колхозда механизатор булып эшләй. 1959- 1968 йылдарҙа Өфө-Белорет аэропорттарында эшләй. Был ваҡыттарҙа леспромхоздар дәр- рәү күтәрелеп китә. Моталап Әхмәҙи улы Нура леспромхозына эшкә күсә. Шул осорҙа Өфө урман техникумын ситтән тороп тамамлай. 1972 йылда район Советына саҡырып, яңы колхоз-урман хужалығына директор итеп тәҡдим итәләр. Был вазифала ул 1982 йылға тиклем эшләй. Бында үҙен хәстәрлекле, оҫта ойоштороусы итеп таныта. Ҡалала һәм Сермәндә таҡта ярыу цехы асалар. Шул уҡ ваҡытта һепертке, һаплыҡ, щеткалар әҙерләү буйынса эш урыны булдырыла. Ағас үҫентеләрен һатып алмаҫ өсөн теплица эшләтә һәм колхоздар ҡырҡҡан диләнкәләрҙә ҡарағай ағасы үҫентеләрен ултырталар. 1982 йылда Ишлелә реалбаза участкаһында эшләгәндә сельпо рәйесе итеп һайлана. Тәүҙә Ишлелә, берләштерелгәс, Сермәнгә күсә. Бында ла үҙен һынатмай. Сабыр холоҡло, кешелекле булыуы һәм үҙ эшенә намыҫлы ҡарауы менән абруй һәм хөрмәт яулай. Сельпо директоры вазифаһында Ишле, Сермән, Үҙән ауыл Советтарына ҡараған сауҙа нөктәләрендә эште яйға һала. Сермәндә - универмаг, Аҙналыла магазин асыуҙы юллай, булғандарын ремонтлата.
Моталап Әхмәди улы ауыл тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, бер нисә саҡырылыш ауыл Советы депутаты булып һайлана. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ветерандар советы ағзаһы була. Яңғыҙы булһа ла, һыйыр, ҡош- ҡорт тота. Үҙенең тракторы, еңел машинаһы бар. Әнисә апай менән 1957 йылда өйләнешеп, 2 ҡыҙ һәм 3 малайға ғүмер бирәләр. Әнисә апай 2001 йылда вафат булып ҡалды. Балалары утын-бесән әҙерләүҙә һәм башҡа йорт эштәрендә ярҙам итә, терәк- таяныс булып йәшәй.
Яҙған мәҡәләмде уҡып сыҡ- ҡас, Мотаһар еҙнә бына нәмәләр өҫтәне:
- Атайҙан бер генә хат килде. Беҙгә уның үлеме йәки хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат булманы. Шуның өсөн әсәйебеҙ беҙҙе, атайығыҙ үлмәгән, тиҙ үк ҡайтып етер, тип йыуата торғайны. Ҡайҙа ғына булһаҡ та, бер телем икмәктең яртыһын өйҙәге ҡустыларға һаҡланыҡ. Хәҙер тормош еңел, ҡәҙерен генә белеп йәшәргә кәрәк. Бына шулай, ике миҙалға лайыҡ булған тыл һәм хеҙмәт ветерандары бөгөнгө көндә күптәргә өлгө булып гөрләтеп йәшәй.
Солтан СИРАЖЕТДИНОВ.
Сермән ауылы.
Оставить комментарий