«Кәкүк сәйе»н байрам иткәс, матур килhен йәйебеҙ

«Кәкүк сәйе»н байрам иткәс,  матур килhен йәйебеҙ
Борон-борондан башҡорттар ҡоштарға табынып йәшәгән. Кәкүк - халҡыбыҙҙың риүәйәт-әкиәттәрендә ҡошҡа әйләнгән әсәне йәки һөйгәненә тоғро ҡалған ҡыҙҙы сағылдырған. Ҡарға, кәкүк кешеләргә изгелек килтергән ҡоштар, тип иҫәпләгән халҡыбыҙ. Кәкүк сәйе лә борондан килгән матур йола. Икенсе төрлө уны Яҙ байрамы, тиҙәр. Ер ҡарҙан әрселеп, йәшеллеккә күмелә башлағас, тәүге кәкүк тауышы ишетелеү менән ҡатын-ҡыҙ, бала-саға йыйылышып туғайға сыҡҡан. Халыҡ изге тип һаналған ҡошто ризалатыу өсөн тәбиғәт ҡосағында уйын-көлкө ойошторған, сәй табыны әҙерләгән. Ҡатындар, күккә ҡарап, йылдың уңышлы, имен килеүен һораған, теләктәр әйткән, күрәҙәлек ҡылған. Балалар, ҡулдарын өҫкә күтәреп, кәкүк булып ҡысҡырған. Ҡайтыр саҡта ҡалған ризыҡты ағас төптәренә һалғандар.
Ошондай халыҡ байрамдарын, йолаларын, милли-мәҙәни үҙенсәлектәрҙе үҫтереү, баш- ҡорт фольклоры традицияларын һаҡлау һәм йәш быуынға башҡорт халҡының йолалары аша тәрбиә биреү, фольклор коллективтарының ижади эшмәкәрлеген үҫтереү маҡсатында Шығай ауылының «Ѳлкәр» башҡорт мәҙәни үҙәге район мәҙәниәт идаралығы, Инйәрҙәге район мәҙәниәт йорто менән берлектә II район «Кәкүк сәйе» этно-байрамы үткәрҙе.
Тәбиғәттең, татлы йоҡоһонан уянып, йәшеллеккә күмелгән иң матур сағын бергәләп ҡаршылар өсөн моңло Кәкүк бар халыҡты - Әхмәр, Әзекәй, Абҙаҡ, Аҙнағол, Ҡаһарман, Мѳхәмәт, Сермән, Сосновка, Үткәл, Шығай, Новобельский, Рысыҡай, Үҙәнбаш, Хөсәйен, Мәхмүт ауыл мәҙәниәт йорттары һәм клубтарының халыҡ фольклор коллективтарын, ҡул оҫталарын, йыр-бейеүгә маһир балаларҙы йыр-моңға бай Шығай еренә сәйгә саҡырҙы.
Башҡорт мәҙәни үҙәге майҙанында тирә- яҡты яңғыратып, күңелле музыка уйнай, биләмәлә бал, сәй, милли ризыҡ, ҡул эштәре күргәҙмәләре ойошторолған. Бер яҡ ситтә бала- саға рәхәтләнеп уйнай, халыҡ шау-гѳр килә. Ҡалҡыулыҡта усаҡ яғылған, ҡаҙандарҙа бутҡа бешә, самауырҙар борхоп ҡайнай.
Район кимәлендә икенсе тапҡыр ойошторолған «Кәкүк сәйе» этно-байрамын майҙан хужалары Шығай ауылының «Гѳлнәзирә» халыҡ фольклоры ансамбле һәм «Һомай» фольклор түңәрәгендә шѳғѳлләнгән балалар асты, улар театрлаштырылған тамаша - «Кәкүк сәйе» йолаһын күрһәтте.
Былтырғы «Кәкүк сәйе» этно-байрамында театрлаштырылған тамаша конкурсында гран- при яулаған Асы ауылының «Еңгәләр» халыҡ фольклор ансамбле быйыл да ҡунаҡтарға Яҙ байрамына арналған тамаша күрһәтте. «Еңгәләр»ҙең сағыу костюмдарға, йыр-бейеүгә, һамаҡ-әйтемдәргә бай йолаһын тамашасы яратып ҡараны.
Кәкүк - башҡорт мифологияһында изге ҡош, шулай уҡ шомло һәм бәләле булып һаналған, уны ризалаштырыу ѳсѳн махсус йола үткәрелгән. Байрамдарҙа кәкүктәрҙе һынландырған там- ғалар, бетеүҙәр эшләп, ағастарға элгәндәр, кәкүккә арнап йырҙар сығарғандар. Этно- байрамда ла борондан килгән ғѳрѳф-ғәҙәтте боҙмай, конкурс формаһында тулыһынса атҡарырға тырышты ойоштороусылар. Сәхнә түренә бер-бер артлы фольклор түңәрәктәре, ансамблдәр сығып, кәкүкте данлап, йола башҡарҙы, йырланы, бейене. Һуңынан «Иң яҡшы кәкүк костюмы» карнавалы башланды. Байрамға ысын ҡоштар осоп килгән тиерһең! Береһенән-береһе матур костюмдар күрһәтелде карнавалда. Быйылғы кәкүк костюмдары сағыулығы, тѳрлѳлѳгѳ менән айырылып торҙо. «Кәкүк»тәр парадта үтеп, нәзәкәтлеген, бар матурлығын күрһәтергә тырышты. Мѳхәмәт, Әзекәй, Шығай, Әхмәр ауылдары конкурсанттары костюмдарында тѳп элементтар һаҡланған, тѳҫтәре лә тура килә. Конкурстарҙан һуң байрамда ҡатнашыусылар концерт күрһәтте.
Ниһайәт, сараның көтөп алынған сағыу мәле - «Кәкүк сәйе» конкурсында ҡатнашыусыларҙы номинациялар буйынса наградлау тантанаһы етте. Дауыт Юлтый исемендәге милли китапхана мѳдире Флүрә Шакирова етәк- селегендәге жюри ағзалары еңеүселәрҙе түбәндәгесә билдәләне: «Кәкүктең иң яҡшы йыры»на Мѳхәмәт ауыл клубы һәүәҫкәрҙәре лайыҡ булды. Быйылғы байрамда тәүге тапҡыр тотем (тамға) эшләү буйынса конкурс иғлан ителгәйне. Һәр коллектив тотемды еренә еткереп эшләргә тырышҡан: ағастан семәрләп эшләнгәндәре лә, туҡыманан тегелгәндәре лә булды. Шулай ҙа Шығай һәм Сермән ауылдары мәҙәниәт усаҡтары тамғаны дѳрѳҫ, түңәрәккә алып эшләгән. «Иң яҡшы тотем» конкурсында I урынды Шығай ауылы һәүәҫкәрҙәре алды. «Иң яҡшы кәкүк костюмы» буйынса конкурста Әхмәр ауылы мәҙәниәт йорто юғары баһа алып, I урын яуланы. «Иң яҡшы кәкүк бейеүе» номинацияһында үткәлдәргә етеүсе булманы. Еңеүселәр ҙә, ҡатнашыусылар ҙа Грамоталар менән билдәләнде.
Төп саралар тамамланғас, тамашасы, ҡунаҡтар йыр-бейеү күстәнәстәренән тыш, Хѳсәйен, Үҙәнбаш, Новобельский ауылдары апайҙары, инәйҙәре, ағинәйҙәре бешергән аш- һыуҙан, шифалы сәйҙән ауыҙ итте. Ѳҫтәлдәрҙә милли ризыҡтар, еләк-емеш урын алған. Хѳсәйендәр шифалы үләндәрҙән әҙерләнгән сәй тѳрлѳлѳгѳ, әҙерләгән сценарийҙары менән айырылып торҙо.
Шулай итеп, илдәр именлеген, иген ишелеп уңыуын, йәйҙәр матур булыуын теләп, тәмле ризыҡтар менән һыйланып, самауыр сәйен эсеү менән тамамланды был күркәм йола. Бындай байрамдан һуң, моғайын, ҡоштар илебеҙгә бәрәкәт, муллыҡ, тыныслыҡ килтерер. «Кәкүк сәйе»нән матур тәьҫораттар алып һәм киләһе йылға тағы ла именлектә осрашҡанға тиклем хушлашты ҡунаҡтар.
Э.ХӘМЗИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий