Дуҫлыҡ күпере нығый

Дуҫлыҡ күпере нығый
Белорет ерендә 2001 йылдан бирле ойошторолоп килгән традицион сара - «Иҙел башы йондоҙҙары» хор һәм вокаль ансамблдәренең VII тѳбәк-ара фестивале үтте. Сара ѳс кѳн барҙы. Уны Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Белорет муниципаль район хакимиәте ойошторҙо.
Етенсе тапҡыр уҙғарылған оло сараға ҡарап, вокаль-хор жанрын, уның традицияларын һаҡлау һәм артабан дауам итеү, халыҡ, классик, заманса хор йырҙарын пропагандалау, яңы таланттарҙы асыу, хор дирижерҙарының профессиональ кимәлен күтәреү һәм башҡарыусыларҙың һәләтен үҫтереп, уларҙа юғары үҫеш ѳсѳн стимул булдырыу кеүек маҡсаттар теүәл үтәлә тиергә була.
Республикала киң масштабта уҙған иң сағыу конкурсты нәҡ Белорет ерендә ойоштороу юҡҡа түгел. Райондың хор сәнғәте бай тарихҡа эйә. Күп кенә хор коллективтары үткән быуаттың 20-се йылдарынан алып уңышлы эшләп килә. Был йүнәлеш әле лә үҫтерелә, байытыла, ҡалала ғына түгел, һәр ауылдың тиерлек үҙ оҫталары, танылған коллективтары бар, яңынан-яңы таланттар асыла. 2001 йылда уҙған тәүге фестивалдең уңышлы үтеүе лә, Белорет данын хор сәнғәтенең баш ҡалаһы итеп таратыуға, «Иҙел башы йондоҙҙары» фестивален райондың бренды итеп танытыуға булышлыҡ итә.
Тәүге фестивалдә бѳтәһе 26 коллектив, 650 кеше ҡатнашһа, был һан йылдан-йыл үҫә, ҙурая бара. Быйыл Белорет еренә 60-ҡа яҡын коллектив, 1000-дән ашыу ҡатнашыусы аяҡ баҫты. Конкурста ҡатнашырға Ѳфѳ, Ағиҙел, Күмертау, Межгорье, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Яңауыл, Ишембай, Мәләүез, Учалы, Әбйәлил, Бѳрйән, Ейәнсура, Миәкә, Мишкә, Мәсетле, Баймаҡ, Бәләбәй, Ғафури, Стәрлебаш, Благовар, Борай, Дәүләкән, Иглин, Хәйбулла райондарынан, Свердловск, Һарытау, Ырымбур, Силәбе ѳлкәләренән дә ҡунаҡтар килде. Дуҫлыҡ күпере нығый
Фестивалдә Белорет намыҫын райондың ете коллективы яҡланы.
Ҡаланың үҙәк майҙанында барған конкурсты тантаналы асыу сараһында тѳрлѳ ерҙән килгән билдәле хор коллективтары, хор сәнғәте әһелдәре осрашты. Ҡунаҡтарҙы Дәүләт Думаһы депутаты Зѳһрә Рәхмәтуллина, "Иҙел башы йондоҙҙары" фестиваленең жюри рәйесе, Мәскәү Дәүләт сәнғәт институты профессоры, Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йортоноң халыҡ мәҙәниәте бүлеге мѳдире Петр Сорокин, муниципаль район хакимиәте етәкселәре ҡотланы. Зѳһрә Йыһанур ҡыҙы республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитовтың, ә Петр Сорокин, ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссия ҡарамағындағы Матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса Рәсәй комитеты рәйесе Тамара Пуртованың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Шәмбе кѳнѳ киске сәғәт алтыла конкурсты тантаналы ябыу һәм фестивалдә ҡатнашыусыларҙың Гала концерты үтте.
Ҡунаҡтарҙы Республиканың Әҙәбиәт музейы директоры Гѳлдәр Сабит ҡыҙы Моратова, муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Геннадьевич Миронов һәм "Берҙәм Рәсәй" гәзитенең баш мѳхәррире Илья Васильевич Макаров ҡотланы. И.В. Макаров сараны юғары кимәлдә ойошторғаны ѳсѳн муниципаль район хакимиәтенә һәм мәҙәниәт идаралығына Рәхмәт хаты тапшырҙы. Сара барышында еңеүселәргә академик һәм халыҡ башҡарыуы алымы буйынса гран-при, I, II, III дәрәжә лауреат исемдәре бирелде һәм башҡарыусылар тѳрлѳ номинацияла билдәләнде.
Белорет намыҫын яҡлаусылар араһынан түбәндәге коллективтар еңеүсе урындарҙа:
Халыҡ академик хоры "Академик хор" номинацияһында - I дәрәжә, "Академик ансамбль" номинацияһында "Элегия" халыҡ вокаль ансамбле - II дәрәжә, "Рус йыры ансамбле" номинацияһында рус халыҡ йыры хоры I дәрәжә лауреат һәм инвалидтар йәмғиәтенең "Родничок" вокаль ансамбле III дәрәжә дипломант, «Рус йыры ансамбле» номинацияһында "Рябиновые бусы" ансамбле менән "Россияночка" халыҡ вокаль ансамбле I дәрәжә дипломант, "Милли ансамбль" номинацияһында "Тау шишмәһе" халыҡ вокаль ансамбле III дәрәжә лауреат исемдәренә лайыҡ булды.
Шуныһы ҡыуаныслы беҙҙең ҡатнашыусыларыбыҙ араһынан гран-при алыусылар ҙа булды: "Цветные сны" халыҡ эстрада ансамбле һәм "Виват" халыҡ ирҙәр хор капеллаһы гран-приға лайыҡлы тип табылды.
Эйе, ҙур әҙерлек менән кѳтѳп алынған VII тѳбәк-ара фестивале үтеп китһә лә, ошо сара ярҙамында тѳбәктәр араһында һалынған дуҫлыҡ күпере йылдан-йыл нығыныр һәм фестивалдең статусы үҫеп, яҡын киләсәктә ул Бѳтә Рәсәй кимәлендә үткәрелер, тигән ѳмѳттә ойоштороусылар.
Э.Мөхәмәҙиева.
Автор фотолары.
Оставить комментарий