Беҙ ҙә - гагаринсылар!

Беҙ ҙә - гагаринсылар!
Ҡаланың 25-се “Тирмәкәй” балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре “Беҙ - гагаринсылар!” Республика олимпиадаһында ҡатнашып, еңеү яуланы. Ул мәктәп уҡыусыларының Юрий Гагарин исемендәге кубогына Республика олимпиадаһына ярашлы үткәрелгән мәғариф-патриотик проект булып тора.
Олимпиаданы Башҡортостан Республикаһында мәғариф проекттарын үҫтереү буйынса “Виктори” йәмғиәт комитеты ойошторҙо. Уның маҡсаты - кешенең беренсе тапҡыр космосҡа осоуы тураһында иҫтәлекте йәш быуынға еткереү, балаларҙың һәләтен үҫтереү. Олимпиада ѳс йүнәлештә барҙы: интеллектуаль полиолимпиада, физик культура, “Космостағы донъям” һүрәттәр конкурсы.
Олимпиадала беҙҙең балалар баҡсаһының ѳлкән, мәктәпкә әҙерлек тѳркѳмдәренә йѳрѳгән 22 бала ҡатнашты. Һүрәттәр конкурсында Тимур Фәтҡотдинов призер булды. Физик культура буйынса Фидель Зарипов менән Залина Мингәрәева еңеү яуланы. Ҡалабыҙҙан Олимпиаданың муниципаль этабында ҡатнашҡан мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары араһында “Физик культура” йүнәлешендә улар иң яҡшы һѳҙѳмтә күрһәтте.
13 майҙа республикабыҙҙың баш ҡалаһында Рәсәй Федерацияһы Геройы, летчик-космонавт С.Н. Ревин, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Э.Р. Айытҡолова ҡатнашлығында махсус наградлау тантанаһы булып үтте. Еңеүселәргә Дипломдар, иҫтәлекле миҙалдар һәм бүләктәр тапшырҙылар. Балаларҙы Олимпиадаға әҙерләгән физик культура буйынса инструкторы, юғары категориялы педагог Динә Әҙелмырҙина ла Маҡтау грамотаһына, иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды.
Шулай итеп, беҙ, ата-әсәләр, кескәйҙәребеҙҙең һәләтен күреп, улар менән һәр кѳн ныҡлы күнекмәләр үткәргән “Тирмәкәй” балалар баҡсаһының физкультура уҡытыусыһы Динә Нуретдин ҡыҙы Әҙелмырҙинаға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, артабанғы хеҙмәт юлында ла юғары уңыштарға ѳлгәшеүҙәрен теләйбеҙ.
З. МИНГӘРӘЕВА.
Оставить комментарий