Тәбиғәтте хөрмәтләү - үҙебеҙҙе хөрмәтләү

Тәбиғәтте хөрмәтләү - үҙебеҙҙе хөрмәтләү
Башҡорттоң бөтә йола, миҙгел байрамдары ла кешенең тәбиғәт менән берлегенә, Аллаһы Тәғәләнең барлығына ышаныуға ҡоролоп, йыл да йәшелгә баҫҡас, туған тәбиғәтебеҙҙе уятҡан кәкүкте ризалыҡта ҡалдырыуҙы, аяҡ аҫтында түшәлеп үҫкән ниғмәттәрен "бисмилла" әйтеп ауыҙ итеүҙе, унан килә сәсеү тамамлауҙы матур йола байрамына әүерелдергән. Ғәҙәттә, был байрамдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар, балалар ҡатнашҡан, ә ир-ат ҡаҙан аҫып усаҡ яғыуҙа, кәрәк- яраҡ ташыуҙа ярҙамлашып йөрөр булған. Аллаға шөкөр, бөгөн дә ауылдарҙа йола байрамдары шартына килтерелеп үткәрелә.
Ғәбдөк ауылының әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары, хәҙер Ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары, мәктәп уҡыусылары менән бергә “Кәкүк сәйе” йола байрамы үткәрҙе. Тәбиғәт-әсәбеҙ байрам үтәһе аҡланға хәтфәләй сөм йәшел үләндән балаҫ түшәп, баҡсалағы сиренгә сәскә-алҡалар тағып, Инйәр аръяғындағы таллыҡтарға һандуғастарын теҙеп ҡуйып, сынъяһау итеп биҙәгән. Байрамса кейенеп-яһанған балалар сыр- сыу килеп уйнай, оло инәйҙәр эскәмйәгә теҙелешкән, өҫтәлдәргә өс самауыр менеп ҡунаҡлаған, һыу янында ғына эленгән ҡаҙан аҫтында ут уйнай. Ҡояш та йола байрамында ҡатнашыусыларҙың күңелен күрергә теләп, ҡайнар нурын һибә...
Ағинәйҙәр ойошмаһын башлап йөрөгән Ғәбдөк мәктәбенең тәжрибәле башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәүфә Айытбаева йыйылыусыларға тәбрикләү һүҙен әйтте. Әүҙем йәмәғәтсе, мәктәп директоры урынбаҫары Рәфиға Ибраһимова “Кәкүк сәйе” йола байрамының тарихы менән таныштырҙы. Артабан балалар һәм ағинәйҙәр кәкүк тураһында йырҙар башҡарҙы, һәр уҡыусы кәкүк, тәбиғәт, йолалар тураһында шиғырҙар һөйләне, балалар киң аҡланды бер итеп “Йәшерәм яулыҡ”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Аҡ ҡалас”, “Кәкүк һәм һандуғастар” кеүек уйындарҙы уйнап кинәнде. Ә ағинәйҙәрҙең күмәкләшеп йырлауы, таҡмаҡ әйтешеп бейеүе, күңелле итеп “Наза”ға төшөүе күңелдәргә хуш килде. Яҡындағы урманда һайраусы һандуғастар менән ярышып йырлаусылар ҙа күп булды. Әҡлимә Айытбаева, Рәүфә Айытбаева, Ләлә Баязитова, Садиҡа Исламова, Инзира Шөғәйепова кәкүк ҡош телгә алынған халыҡ йырҙарын башҡарҙы. Ауылдың оҫта гармунсыһы Әнүәр Мөхәмәтйәнов һәр сығышты музыкаль яҡтан биҙәне. Р. Айытбаева етәкселегендә балаларҙың күмәкләп «Күбәләк», ауыл клубының художество етәксеһе Рима Мөхәмәтйәнова әҙерләгән ”Сәскәләр” бейеүҙәрен башҡарыуы үҙе ҙур тамашаға әйләнде. Мәктәп уҡыусыһы Луиза Ғилманованың (етәксеһе Р. Мөхәмәтйәнова) башҡорт бейеүен бөтә нескәлектәренә еткереп бейеүе иҫтә ҡалырлыҡ булды. Эскәмйәлә ултырған өләсәйҙәр бала саҡтарын, уйнаған уйындарын, йыр- бейеүҙәрҙе, таҡмаҡтарҙы иҫләп, балаларының, ейән-бүләләренең уйнауҙарына һөйөнөп ҡарап ултырҙы.
Уңған өләсәйҙәрҙең, ағинәйҙәрҙең һәр береһе оҫта хужабикә, ҡул эштәренә маһир булыуҙарын дәлилләп, яҙғы йәшел ниғмәттән генә нисәмә төр аш-һыу бешереп, турап, байрам табыны йыйған, аллы-гөллө бәйләм түшәместәр алып килгән. Вәрә Шөғәйепова баҡсаһында үҫтергән балтырған менән ыумас ыуған. Уның топинамбурҙан котлет һәм төрлө йәшеллектән әҙерләгән билмәненән ауыҙ иттеләр. Ғәлиә Ғәлиуллина, Таңһылыу Нәжметдинова, Айгөл Тәҡиуллина ҡаҙан янында ҡайнашып, барса ҡунаҡтарҙы, балаларҙы балтырған өйрәһе менән һыйланы. Яланда сыра яғып ҡайнатылған өс самауырҙан сәй ташыусыларға Гөлдәр Ялалова етәкселек итте. Рәшиҙә Закирова ирәүән, ҡуҙғалаҡ, йыуа менән табын артында салат турап күрһәтте һәм тәмләтте. Ҡуҙғалаҡтан бөйөрөк, бәлеш һәм башҡа күп төрлө ашамлыҡтарҙы һанап бөтөрлөк булманы.
Аш табыны артында ла һөйләшеү, сығыштар дауам итте. Садиҡа апай Исламова мөнәжәттәр көйләне, сәйгә доға ҡылды. Лира Мәһәҙиева кәкүк тураһында мауыҡтырғыс әкиәт, Рәфиға Ибраһимова көләмәстәр, юрамыштар һөйләне, Әҡлимә Айытбаева аш-һыу, Ләлә Баязитова ҡоштар тураһында йомаҡтар ҡойҙо.
Ҡыҫҡаһы, башҡорттоң сәй эсеүе - үҙенсәлекле етди сара булыуын иҫбатланы был йола байрамы ла. Ауыл зыяратының кәртәһе аша кәзәләр инеп, ҡәберлектәрҙәге сәскәләрҙе юҡ итеүе, мәктәп менән зыяратты айырып торған тимер стенаның ауып барыуы, әшәке иҫерткес эсемлекте һатыусыларҙың тыйылмауы һәм йәштәрҙең ғүмерҙәре өҙөлөүе, ауыл артындағы сүп-сар түгелгән урындағы мәхшәр, электр бағаналарының ауып барыуы, һалына башлаған мәсеттең зыярат аҫтында ауыл ҡотон ебәреп, һаман төҙөлөп бөтмәй тороуы тураһында ла һүҙ булды. Үҙ ауылының бөгөнгөһө һәм иртәгәһе өсөн борсолоуҙары урынлы, сөнки тик ҡатын-ҡыҙ ғына был эштәрҙе бер нисек тә башҡара алмай. Яуаплы йәмәғәт эшенә һайланғандар, моғайын, ауылдаштарының теләген иҫәпкә алыр һәм бесәнгә тиклем өмәләр ойоштороп, телгә алынған кәмселектәр өҫтөндә эшләр, тип ышанабыҙ. “Бәйләнештә” сайтына, район гәзитенә иғлан биреп тә ситтәге ауылдаштарҙы йыйырға һәм өмә үткәрергә мөмкин.
Шулай, ауылдың әүҙем йәмәғәтсе ҡатын-ҡыҙҙары ойошторған йола байрамы кәкүкте ризалатҡандыр һәм ауылды баҫып барған шом-шөбһәләр ситкә китһен, сәскә кеүек үҫеп килгән балаларҙың киләсәге ауылдарына бәйле һәм бәхетле булһын, тип теләйек.
Зилә АБЗАЛОВА,
район Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе.
Оставить комментарий