Аттарҙы Сибай батырҙары алды

Аттарҙы Сибай батырҙары алды
19-20 майҙа Сибай ҡалаһында республика күләмендә 16-18 йәшлек һәм 19 йәштән ѳлкән егеттәр араһында «Ирәндек батыры - 2016» фестивале уҙҙы. Ярыш өс спорт төрө - мылтыҡтан атыу, йүгереү, милли көрәш буйынса үткәрелде.
Фестивалгә республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан үҙҙәрен һынап ҡарарға теләгән 62 ир-егет килгән. Белорет районы исеменән 16-18 йәшлектәр араһында Абҙаҡ мәктәбе уҡыусыһы Айбулат Дауытов сығыш яһап, 29 ҡатнашыусы араһында тәүге ун еңеүсе иҫәбенә инде. 19 йәштән ѳлкән 33 ир-егет араһынан Абҙаҡ ауыл Советы исеменән Азамат Монасипов сығыш яһап, етенсе булды. Азамат атыу буйынса иң мәргәне булып сыҡты - I урынды яуланы. Ярышта ҡатнашҡандар араһында иң олоһо Салауат Дауытов ине.
Һәр спорт төрѳндә призлы урын алғандарға миҙал, Грамота һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Сарала ҡатнашҡандарҙың бѳтәһенә лә «Ирәндек батыры - 2016» тигән эмблемалы футболкалар бүләк иттеләр. I урын яулаусыға бүләккә ат булды. Иң ҙур бүләкте - аттарҙы Сибай батырҙары алды.
Әминур ДАУЫТОВА.
Оставить комментарий