Мәктәп тотҡалары

Мәктәп тотҡалары
Абҙаҡ урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар эшләп, күптәргә ѳлгѳ һәм йәштәргә фәһем булырлыҡ уҡытыусылар күп. Бер ғаиләләй татыу эшләгән коллектив менән Гѳлшат Рауил ҡыҙы Йомағужина етәкселек итә. Абҙаҡ мәктәбенең математика, физика һәм информатика уҡытыусылары берекмәһендә биш уҡытыусы эшләй.
Уҡытыусыларыбыҙ барыһы ла тәжрибәле, юғары белемле. Рима Мѳжәһит ҡыҙы менән Гѳлсирә Айрат ҡыҙы - Магнитогорск, Хәтижә Бәхтей ҡыҙы һәм Илүзә Зада ҡыҙы Стәрлетамаҡ педагогия институттарын тамамлаған. Ә инде йәш белгес Юлия Александровна былтыр Ѳфѳ дәүләт педагогия институтын тамамлап, ҡулына диплом алыуына ҡарамаҫтан, артабан уҡыуын дауам итә.
Тәжрибәле уҡытыусыларҙың хеҙмәт стажы ла байтаҡ. I категориялы белгестәр - Рима Байбулатова 29 йы- лын, Гѳлсирә Яласова 27 йылын балаларға белем биреүгә бағышлаған. Юғары категориялы уҡытыусы Хә- тижә Ғайсинаның эш стажы - 26 йыл. Мәктәптә 8 йыл эшләгән Юлия Щипанова ла юғары категорияға эйә. Илүзә Баймөхәмәтова 13 йыл балаларҙы теүәл фән серҙәренә тѳшѳндѳрә. Уҡытыусылар белемдәрен камиллаштырыу ѳҫтѳндә ентекле эшләй.
Рима Мѳжәһит ҡыҙы БАЙБУЛАТОВА 15 йылға яҡын директор урынбаҫары вазифаһында. Ул район Советы, район-ҡала мәғариф ида- ралығы һәм Мәғариф министрлығының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Тәжрибәле уҡытыусы ғына түгел, яҡшы хужабикә, яратҡан әсәй. Уңған ханым белемле ҡыҙ әсәһе лә. Ҡыҙы Гүзәл ике юғары белемгә эйә. Филология фәндәре кандидаты район буйынса эске эштәр бүлегендә эшләй.
Хәтижә Бәхтей ҡыҙы ҒАЙСИНА Абҙаҡ урта мәктәбенә 1998 йылда килә. Белгестең эш күрһәткестәре юғары. Йыл да уҡыусылары физиканан Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йорттарына инә. Уҡыусылары олимпиадаларҙа, фәнни конференцияларҙа әүҙем ҡат- наша. Х класс етәксеһе лә. Класы менән Шүлгәнташҡа, Янғантауға, Талҡаҫ күленә барҙылар, Ѳфѳ һәм Магнитогорск музейҙарында булдылар. Талапсан уҡытыусы 2012 йылда «Башҡортостан Республикаһының мә- ғариф алдынғыһы» тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Уны уҡыусылар ҙа, ата- әсәләр ҙә хѳрмәт итә. Йыр-моң яратҡан Хәтижә Бәхтей ҡыҙын сәхнә түрендә йыш күрергә була. Ҡыҙы Регина менән йырлауын халыҡ айырыуса ярата. Һүҙ оҫтаһы, тѳрлѳ спектаклдәрҙә ҡатнаша. Уңған хужабикә һәм әсәй. Ҡура тултырып мал-тыуар, ҡош- ҡорт тоталар. Баҡсаһында еләк-емеш, йәшелсә уңа. Хәләл ефете менән бер ҡыҙ һәм ике ул үҫтерә.
Гѳлсирә Айрат ҡыҙы ЯЛАСОВА ла маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Абҙаҡ мәктәбендә 1991 йылдан эшләй. Тѳрлѳ йылдарҙа мәктәп директоры урынбаҫары вазифаһында булды. Эшенә яуаплы ҡарай, талапсан. Һуңғы йылдарҙа методик ойошма етәксеһе булып эшләй. Уҡытыусының тырышлығын, эш һѳйѳүсәнлеген Хѳ- күмәтебеҙ ҙә баһалай: БР Мәғариф министрлығының, район хакимиәтенең Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Гѳлсирә Айрат ҡыҙының донъяһы ла ялт итеп тора, улдар үҫтерә. Камил улы Магнитогорск дәүләт техник университеты студенты, Денис VIII класс уҡыусыһы.
Илүзә Зада ҡыҙы БАЙМѲХӘМӘТОВА 2009 йылда Абҙаҡ ауылына килен булып тѳшә. 2010 йылда ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика фа- культетын тамамлай. Илүзә Зада ҡыҙы математика, физика һәм ин- форматика уҡытыусылары берекмәһен етәкләй. Йәш уҡытыусы белемен камиллаштырыу ѳҫтөндә эшләй. Буш ваҡытын баҡса үҫтереүгә, бешеренеүгә, ҡул эштәренә һәм балалары Алтынай менән Илһамды тәрбиәләүгә бүлә.
Юлия Александровна ЩИПАНО- ВА 6 йыл мәктәптә информатиканан белем бирә. Компьютер, робототех- ника менән мауыға. Башҡортостандың 7 мәктәбендә генә булған 4 комплект легоробот һатып алыуға ѳлгәшкән Абҙаҡ мәктәбе. Хәҙер балаларҙа башланғыс кластарҙан уҡ инженер-конструктор, конструктор-программалаусы һәләтен үҫтереү мѳмкинлеге бар. Бында Юлия Александровнаның ѳлѳшѳ баһалап бѳткѳһѳҙ. Балалар олимпиадаларҙа, кон- курстарҙа әүҙем ҡатнаша. «ХХ быуат лабораторияһы» республика фәнни- ғәмәли конференцияһында уҡыу- сыһы Света Хазырова III урынды яуланы. Эштән һуң йәш белгес улы менән урманға йѳрѳргә, бисерҙан тѳрлѳ әйберҙәр эшләргә ярата.
Ошондай маҡтауға лайыҡ уҡытыусылар эшләй Абҙаҡ мәктәбендә.
Ә. ҒӘЗИЗОВА. Абҙаҡ ауылы.
Оставить комментарий