Хѳрмәтле гәзит уҡыусылар!

Хѳрмәтле гәзит уҡыусылар!
2016 йылдың икенсе ярты йыллығына "Урал" гәзитенә яҙылыу дауам итә.
Уҡыусыларыбыҙҙы дәртләндереү, уларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу ѳсѳн был ярты йыллыҡта ла гәзиткә яҙылыусылар араһында тѳрлѳ приздар уйнатабыҙ һәм бүләк отоусыларҙы фотоға тѳшѳрѳп, гәзиттә биреп барабыҙ.
"Аҙна һайын бүләк" уйыны әле лә дауам итә, теләүселәр квитанцияларын килтереп йәшниккә тѳшѳрә йә хат аша ебәрә ала.
Бѳгѳн уҡыусыларыбыҙға тағы ла бер ҡыуаныслы хәбәр еткерәбеҙ: ҡалабыҙҙың "Теплотрейд" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте гәзиткә яҙылыусыларға матур бүләк эшләне. Тѳп бүләк - электройылытҡыс икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу тамамланғас, июль башында уйнатыласаҡ.
Иҫегеҙгә тѳшѳрәбеҙ:
6 айға яҙылыу хаҡы -770 һум 52 тин;
3 айға - 385 һум 26 тин.
Интернет менән файҙаланыусылар 300 һумға гәзиттең электрон вариантына яҙыла ала. Шулай уҡ гәзитте редакцияға үҙҙәре килеп алып йѳрѳүселәргә лә хаҡтар түбәнерәк (сѳнки бында почта сығымдары инмәй) - 474 һум.
ҺҮРӘТТӘ: Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының X класс уҡыусыһы Динислам Шәғәлин вәғәҙә иткән бүләк менән.
Оставить комментарий