Аттар дуҫлыҡты нығыта

Аттар дуҫлыҡты нығыта
Германия ҡунаҡтары Ноҡатта фильм төшөрҙө
Ат элек-электән башҡорт халҡының яҡын дуҫы, таянысы һәм туйҙырыусыһы булған. Бының шулай булыуы халыҡ ижады өлгөләрендә лә һаҡланып ҡалған. Ниҙәр генә күрмәй ир-егеткәй менән ат башы, аты барҙың - ҡанаты бар, ат моратҡа еткерер кеүек мәҡәлдәр һәм йырҙар ҙа аттың кешегә ни тиклем яҡын, ике аралағы бәйләнештең ныҡ булыуын дәлилләй. Цивилизация юғары кимәлгә еткән, заманса техника үҫешкән заманда йәшәһәк тә, Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә аҫаба халыҡ араһында ат бөгөн дә көндәлек тормоштоң айырылғыһыҙ бер өлөшө. Әлбиттә, ҡайҙалыр ат үҙенең традицион функцияларын юғалта төшкән һәм шул арҡала һыбай йөрөү туризм төрө булараҡ ҡына һаҡланып ҡалған. Шулай ҙа республикабыҙҙа хужалыҡ эштәрен алып барыуҙа атты төп ярҙамсы итеп һанаған райондар бар әле. Ауыл халҡы ат менән ер ҙә һөрә, утынын, бесәнен дә ташый, кәртә-ҡуралағы ваҡ-тѳйәк эштәрен дә башҡара. Бынан тыш, йылҡы итенең, ҡымыҙҙың баһаһы һәм файҙаһы тураһында ла бер кем онотмаған.
Аттар, уларҙың кѳндәлек тормоштағы роле һәм кеше менән бәйләнеше хаҡында сит илдәрҙә лә ҡыҙыҡһыналар. Шул сәбәпле,“Атлы Рәсәй” проекты буйынса "АРТЕ" немец-француз каналы өсөн Германияның Рәсәй аттары тураһында документаль фильм төшөрѳүсе бер төркөмѳ беҙҙең төпкөл Ноҡат ауылына килде. Улар беҙгә тиклем Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Кольск ярымутрауында (Себер), Яҡутстанда, Тывала, Кавказда, Воронежда, Дон далаларында, Владимирҙа фильм тѳшѳрә һәм һуңғы туҡталыш итеп Башҡортостанды һайлай.
Немецтар был проект буйынса Рәсәйҙә беренсе тапҡыр фильм төшөрә. Ике эпизодлыҡ 5 сериялы фильмда ат һәм аттар менән бәйле бөтә шөғөлдәрҙе лә тѳшѳрѳү маҡсат итеп ҡуйылған. Проекттың авторы - Торольф Липп, уның тормош иптәше Мартина Шпренгель - продюсер. Улар икеһе лә Берлинда йәшәй, һөнәрҙәре буйынса этнографтар, яратҡан шөғөлдәре - донъя илдәре буйлап ҡыҫҡа метражлы документаль фильмдар төшөрөү. Фильм төшөрөү өсөн республикабыҙҙың ҡайһы районын һайлау буйынса Мәскәүҙә тыуып үҫкән һәм хәҙер 15 йылдан ашыу Берлинда йәшәгән соорежиссер, тәржемәсе Анастасия Винокурова һөйләшеүҙәр алып барған. Анастасия - фрилансер, үҙе теләгән каналдарға тѳрлѳ тапшырыуҙар эшләй, фильмдар тѳшѳрә, ул быға тиклем дә Башҡортостанда бер нисә тапҡыр ял иткән, шуға күрә беҙҙең республика менән ниндәйҙер кимәлдә таныш.
Ноҡатта сит ил ҡунаҡтарын Әнисә Аҫылғужина ҡабул итә һәм үҙ йортонан урын бирә. Кино тѳшѳрөүселәр ошо ауылда йәшәгән Алтынбай Ғиниәтовты фильмдың тѳп геройы итеп һайлай һәм уның нисек итеп ат менән хужалыҡ эштәре алып барыуын, картуф баҡсаһын һѳрѳүен тѳшѳрѳп ала. Немецтар үҙ илендә башҡорт йолаһын да күрһәтәсәк, шул арҡала улар Ғәлим Канафин менән Фирүзә Саликованың ижәп уҡытыуын, никах кисәһен дә тѳшѳрѳп алған һәм яңы ғаилә ҡороусы йәштәргә 15 мең һум аҡса, 3 йәшник ҡымыҙ бүләк иткән.
Әнисә Аҫылғужина башҡорттарҙың ни тиклем ҡунаҡсыл, йыр-моңға бай халыҡ булыуын тағы бер тапҡыр күрһәтеү ѳсѳн ҡунаҡтарға матур хушлашыу кисәһе ойоштора. Унда "Йәнгүзәл" фольклор ансамбле ағзалары, Инйәрҙең 2-се мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Шәүрә Нәғимова, хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы Зѳһрә Салауатова, рус теле уҡытыусыһы Наилә Кималова милли аш-һыу әҙерләп, ҡумыҙҙа, мандолинала уйнап, башҡорт йырҙарын йырлап, бейеүҙәрен бейеп күрһәтә.
Ҡунаҡтар тѳпкѳлдә йәшәгән ауылдаштарҙың ябайлығы, ҡунаҡсыллығы, ярҙамсыллығы менән ҡәнәғәт ҡала һәм быларҙың барыһын да үҙ фильмында күрһәтергә теләй.
- Башҡортостан ере матур, кешеләре ябай һәм алсаҡ. Беҙҙе бик йылы ҡаршыланылар, эшләү ѳсѳн бѳтә шарттар булдырҙылар. Тәбиғәтегеҙ кѳньяҡ Германияныҡына оҡшаған. Күпме илдәр буйлап йѳрѳнѳм, әллә күпме матур ерҙәр күрҙем, тик, минеңсә, һеҙҙәге матурлыҡҡа береһе лә етмәй. Мин хатта бында йәшәргә лә риза булыр инем. Беҙҙә лә ат яраталар, тик ул хәҙер спорт тѳрѳ булараҡ ҡына файҙаланыла. Үҙебеҙҙең фильмда аттар тураһында ғына түгел, Рәсәй, тѳбәктәрҙә йәшәгән халыҡ, уларҙың йәшәйеше тураһында ватандаштарыбыҙға һѳйләргә, бындағы тормош, йола һәм ғѳрѳф- ғәҙәттәр менән яҡынданыраҡ таныштырырға теләйбеҙ. Тѳп маҡсатыбыҙ - документаль фильм аша ике ил араһындағы дуҫлыҡ күперен нығытыу, халыҡтар араһында ыңғай фекер уятыу. Башҡортостанға тәүгә килдек, тик был һуңғыһы булмаҫ, тип ышанам. Башҡа тѳрлѳ проекттар буйынса тағы ла килергә тырышасаҡбыҙ. Беҙҙе йылы ҡабул иткән Ноҡат халҡына, Инйәр ауыл хакимиәтенә һәм үҙенең йорто, ризығы менән бүлешкән, аҙна буйы беҙгә ярҙамсы, кәңәшсе булған Әнисә Аҫылғужинаға, уның тормош иптәше Ғәлимйән Ағзамовҡа айырыуса рәхмәт белдерәбеҙ, - ти проект етәксеһе, режиссер Торольф Липп.
Сит ил ҡунаҡтары ауылдың тирә-яҡ ландшафын, тәбиғәтен дә тѳшѳрѳп алғас, ҡымыҙ бешереү серҙәрен һүрәтләү ѳсѳн артабанғы юлын Ѳфѳ ат заводына ҡарай дауам итә.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий