Милли матбуғат алдырыу - телеңә хѳрмәт билдәһе

Милли матбуғат алдырыу - телеңә хѳрмәт билдәһе
"Ағиҙел" әҙәби-нәфис һәм ижтимағи- сәйәси журналының хеҙмәткәрҙәре район халҡы менән осрашты. "Ағиҙел" һәм "Һәнәк" журналының баш мөхәррире, драматург Рәлиф Кинйәбаев, журналист, яҙыусы-прозаик Сабир Шәрипов, әҙәбиәт белгесе, балалар яҙыусыһы, филология фәндәре докторы, профессор Зәйтүнә Шәрипова ҡаланың үҙәк китапханаһында район китапханасылары менән аралашты.
Артабан ҡунаҡтар Абҙаҡ урта мәктәбенә балалар менән осрашыуға китте. Абҙаҡ балалары ҡунаҡтарҙы шатланып ҡабул итте. Улар үҙҙәре белгән шиғырҙарын һөйләне, яратҡан йырҙарын йырлап ишеттерҙе. Әҙиптәр балаларға туған телде белеүҙең, үҙ милләтеңде яратыуҙың мөһим рухи ҡиммәттәр булыуын аңлатты, башҡорт телендә сыҡҡан баҫмалар менән дуҫ булырға саҡырҙы.
Өфө ҡунаҡтары ҡаланың "Урал пружинаһы" заводында ла булды һәм унда етештерелгән продукция, завод эшмәкәрлеге менән танышты.
Муниципаль район хакимиәтенең бәләкәй залында барған осрашыуҙа иһә һүҙ районда милли матбуғатты таратыу, уҡыусылар аудиторияһын киңәйтеү, милли матбуғаттың бөгөнгө хәле, уның йәмғиәттә тотҡан роле хаҡында барҙы. "Түңәрәк өҫтәл" артындағы йәнле әңгәмәлә райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, урындағы яҙыусылар, киң мәғлүмәт сараһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Осрашыусылар милли баҫмаларға яҙылыу, телебеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу кеүек темаларға әңгәмә ҡорҙо һәм милли баҫмаларҙың тиражы кәмеү сәбәптәрен асыҡларға, уларға ярҙам итеү юлдарын табырға тырышты.
Э.МӨХӘМӘҘИЕВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий