Мәңгелек мираҫ

Бѳгѳнгѳ мәғариф ѳлкәһенең тѳп актуаль маҡсаты - белемле генә түгел, рухи байлыҡҡа эйә булған, әхлаҡлы, милләттәрҙе ихтирам иткән, телдәрҙе яратҡан, ѳйрәнгән, халыҡ традицияларын, ил тарихын һанлаған, кешелекте һѳйгән шәхес тәрбиәләү. Был заман ғына түгел, заң талабы ла. Ҡуйылған бурыстарҙы үтәүгә, дәрес менән кластан тыш сараларҙың сифатын, бәҫен күтәреүгә, фәнни-педагогика менән бер рәттән, коммуникатив-лингво- культурологик аспекттың бер ѳлѳшѳн тәшкил иткән халыҡ педагогикаһының элементтарын ҡулланып ѳлгәштем. Халҡыбыҙҙың йәшәү рәүеше, боронғолоғо, фәлсәфәһе, рухиәте, халыҡсанлығы, бала саҡта алған тәрбиәмдең дә ошо алымдарға нигеҙләнеүе һѳҙѳмтә күрһәтеүгә этәргес кѳс булғандыр.
Эшемдә күренекле педагогтар А. Ма- каренко, В. Сухомлинский, Д. Ушинский, Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кә- рим, фольклорсылар Р. Солтангәрәева, Ә. Сѳләймәновтың, тел ғалимы Г. Саяхованың хеҙмәттәренә, М. Бураҡаеваның «Тормош һабаҡтары» дәрестәренә таянам, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр туплайым, уҡыусылар менән уртаҡлашам.
Дәрестең тәрбиәүи маҡсатына ѳлгәшеү - үтәсәк материалдың йѳкмәткеһенә бәйле. Халыҡтың ауыҙ-тел ижадын туплаған бѳтә тѳр жанрҙар ҙа теманың тәрбиәүи маҡсатын уңышлы атҡарырға ярҙам итә.
«Һандар» темаһын һанашмаҡтар менән үткәрергә күнеккәнмен. 1-10, унда - уймаҡ, табала ҡоймаҡ. Уңышлы һайланған һанашмаҡ үтелгән теманы нығытыу (мәҫәлән, был һанашмаҡта аҙыҡ-түлек темаһы ҡабатлана), тел сарлағыс ролен дә үтәй. Ете һаны һәр милләттә лә изге һан. Был һан менән мәҡәлдәрҙе үҙҙәре табалар. «Етегән тигән ете йондоҙҙо ете уратып әйтһәм, сауап була» тиҙәйткесен бәләкәй сағымда әсәйем ѳйрәткәйне, уҡыусыларҙың тын юлдарына күнекмә ѳсѳн уңайлы.
Бер милләттең мәҡәл-әйтемдәрендә лә әхлаҡи нормаларҙан ситләтелгән һүҙҙәр юҡ, этик нормалар тулыһынса һаҡлана. Йѳкмәткеле лә, хәтерләү ҙә еңелерәк. Уларҙы дәрестең тѳрлѳ этабында уңышлы ҡулланып була. Үҙем мәҡәл-әйтемдәрҙе эпиграф итеп алам, яңы теманы асыҡлауҙа, йомғаҡлауҙа ҡулланам.
Фольклорҙың күңел кѳҙгѳһѳн сағылдырған йырҙарын башҡорт теле дәресендә тыңлатмау, ѳйрәтмәү үҙе бер гонаһ булыр ине. Үҙем дә моңға ғашиҡмын, йырларға яратам. Музыка - интернациональ кѳскә эйә, халыҡтарҙың кѳй, моң аша һѳйләшеүе ул. Күңелдәргә ҡыуаныс, һағышлыға йыуаныс та. Башланғыс кластарҙа йырҙар ѳйрәнәбеҙ. Йыр күнекмәләре балаларҙы дикция күнекмәләрен әүҙемләштереү, та- ҙа интонация менән йырлай белһен ѳсѳн башҡарыла, йырҙың темпы, характеры асыҡлана. Таныш йыр мотивына уҡыусылар ҙа үҙаллы, мәктәптә ѳйрәнгән шиғырҙарҙы ла кѳйләрлек мѳмкинлек ала. Телмәрҙәрендә лексик берәмектәр активлаша. Хәтер, фонематика, тел бай- лыҡтары үҫә, нығый. Шунлыҡтан вокал - артикуляцион, ритмика күнекмәләре тайпылышһыҙ башҡарыла. Ҙур кластарҙа кѳйҙәрҙе тыңлау - дидактик материалдың бер формаһы. Тойомлау үҙенсәлектәрен асыуға, күҙ менән күргәнде күңел менән күрергә ѳйрәтеү. Д.Б. Кобалевский һүҙҙәре менән әйткәндә, «һәр кем үҙенә кәрәкте ишетәсәк, үҙ тойғо-хисенән сығып, музыкаль әҫәрҙе ҡабул итәсәк». Һүрәтләү саралары - образ, картина, пейзажды кѳй аша музыкаль картина итеп тыуҙырасаҡ. Күҙҙәрҙе йомоп тыңлатыу, күҙаллау мотлаҡ.
Кеше исеме - тарихи күренеш. Исем мәғәнәһе эске һәм тышҡы матурлыҡты күҙ уңында тота. Яңғыҙлыҡ исемдәр темаһын «Исемең матур - кем ҡушҡан» тип үткәрәм. Тѳп маҡсатым - милли исемдәрҙе пропагандалау. Уҡыусылар тѳрлѳ белешмәләрҙән исемдәренең мәғәнәһен эҙ- ләп табып, үҙҙәре ѳсѳн ниндәйҙер яңылыҡ аса, шулай итеп, эҙләнеү эшенә лә бәләкәй аҙымдар яһай. Йомаҡтарҙың поэтикаһы, тел үҙенсәлеге тураһында байтаҡ тикшеренеүселәр үҙ фекерен әйткән. Боронғо грек ғалимы Аристотель йомаҡтарҙы, яҡшы тѳҙѳлгән метафора, тип атаһа, рус фольклорсыһы, академик Ю.М. Соколов: «Йомаҡ, ғәҙәттә, сеймәлтелгән метафора менән әйтелгән һорау, тип билдәләргә мѳмкин», - тигән. Дәресемә уҡыусылар ѳсѳн ят булған йомаҡтарҙы һайлайым. Яуапты тиҙерәк тапһындар ѳсѳн иллюстратив материал ҡулланам. Күп уҡыусылар икмәктең ниндәй процестар аша үтеп, беҙҙең ѳҫтәлгә килеп ятҡанын күҙаллай белмәй. Техник прогресс менән йомаҡтарҙың эстәлеге лә үҙгәрештәр кисергән. Быға иген урыуҙың боронғо һәм хәҙерге алымына йомаҡтар миҫал. 1. Ҡырҡтылар мине, йолҡтолар мине, бәйләнеләр ҙә элделәр мине. Утҡа- һыуға һалдылар, тағы күтәреп алдылар, бысаҡ менән ярҙылар. 2. Үҙе ура, үҙе һуға, үҙе ҡапсыҡҡа һала, геүелдәп үтеп китә лә, ҡыр таҡырланып ҡала. Беренсе йомаҡта иген урыуҙың боронғо алымы тасуирлана. Ураҡ менән урыу, кѳлтәгә бәйләү, киптереү, шыбағас менән һуғыу, бешереү һәм икмәкте ѳлѳштәргә бүлеү. Ураҡты, шыбағасты күрһәтеү ѳсѳн мәктәп музейына барһаң, дидактик материалдарҙы үҙ күҙең менән күрергә лә була. Мәңге һүнмәҫ рухи хазинабыҙ, милләт йәнен һаҡлаусы аһәңебеҙ ул - этнопедагогика, этноэтикет. Быуаттар аша беҙгә мираҫ булып ҡалған халыҡ педагогикаһы хазиналарын йәш быуынды тәрбиәләүҙә файҙаланыу мѳмкинлектәре ифрат ҙур. Ҡәҙерен белеп, һѳҙѳмтәле итеп ҡулланһаҡ, дәрес сифаты күтәрелер, киләсәккә белемле, тәрбиәле, халыҡ ѳсѳн үҙен йәлләмәгән шәхестәр тәрбиәләй алырбыҙ.
Зәйнәп СОБХАНҒОЛОВА,
уҡытыусы.
Белорет ҡалаһы.
Оставить комментарий