“Был бик мауыҡтырғыс эш”

“Был бик мауыҡтырғыс эш”
Кино - тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ ѳлѳшѳ. Киноны тѳшѳрәләр, ҡарайҙар, баһалайҙар, һоҡланалар. Ғѳмүмән, кино булды, бар һәм буласаҡ!
Тѳпкѳл Егәҙе ауылында тыуған Евгений Калугин да бала саҡтан киноға ғашиҡ һәм кино тѳшѳрѳү тураһында хыялланып үҫә. Мәктәпте тамамлағандан һуң Учалы сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Бер йыл белем алғас, бында уҡыуҙың үҙ талаптарына тап килмәүен аңлап, документтарын алып, Мәскәүгә режиссерлыҡҡа уҡырға юллана. Баш ҡала ла уны ҡолас йәйеп ҡаршыламай: тәүге тѳндѳ вокзалда үткәрә, аҙаҡ эш һәм торлаҡ эҙләп сығып китә. Шулай итеп, эшкә урынлаша һәм аҡса йыйып, Бѳтә союз дәүләт кинематография институтына (ВГИК) һигеҙ йыллыҡ курсҡа уҡырға инә.
- Был хыялымды тормошҡа ашырыуға тәүге аҙым булды. Билдәле кино эшмәкәрҙәре һәм кинорежиссерҙар уҡыған лекцияларға йѳрѳнѳм, бар донъямды онотоп тыңланым. Минең ѳсѳн кино - бѳйѳк сәнғәт, - ти Евгений Викторович.
Курстарҙы тамамлағас, ул тағы ла бер нисә йыл Мәскәүҙә йәшәй. Баш ҡалала оҡшаған эш, йәшәргә урын бар, әммә ижад менән шѳғѳлләнеү ѳсѳн мѳмкинлек булмай. Евгений Калугин Белоретҡа ҡайта. Әлеге ваҡытта ул ҡала Мәҙәниәт һарайында видео- мәғлүмәт хеҙмәте начальнигы булып эшләй. Тѳп эшенән тыш ҡала Мәҙәниәт һарайында үҙе булдырған киностудияла кино тѳшѳрѳү менән дә шѳғѳлләнә.
- Киностудия булдырыуҙа ҡала Мәҙәниәт һарайы директоры Сергей Михайлов ярҙам итте. Кәрәкле аппаратура һатып алды, быға тиклем үҙемдеке менән тѳшѳрҙѳм. Кино тѳшѳрѳү - коллектив эш һәм миңә ҡала Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре ныҡ ярҙам итә, - ти Евгений Калугин.
Белорет режиссерының фильмдарында тыуған яҡҡа бәйле сюжеттар ѳҫтѳнлѳк итә. Тәүге фильмы “Һауанан барыусы” (“Идущий по небу”) ҡала фэнтезиһы жанры буйынса Белорет районы һәм Туҡан ауылында тѳшѳрѳлгән.
“Тәре” (“Крест”) фильмы бѳгѳнгѳ йәмәғәт проблемаһын күтәрә. Малай асарбаҡтар араһына эләгә. Унда тѳрмәнән ҡасҡан енәйәтсе йәшәгән була. Уны ҡулға алған саҡта малай һәләк була.
Евгений Калугин 2008 йылда “Тәре” фильмы менән Санкт-Петербург ҡалаһында уҙған “Дебоширфильм - Чистые грезы” Халыҡ-ара ирекле кинофестивалдә ҡатнаша.
Кинорежиссер “Орден” фильмын Бѳйѳк Ватан һуғышында һәләк булған ҡарт олатаһы Григорий Андреевич Засовҡа бағышлай. Был кино ѳҫтѳндә бер йыл эшләй. 2010 йылда III Ѳфѳ асыҡ кинофестивалендә ҡатнашып, “Иң яҡшы режиссер” номинацияһына лайыҡ була.
- Бѳйѳк Ватан һуғышы темаһы миңә бик яҡын, - ти Евгений, - сѳнки әсәйем- атайым яғынан олатайҙарым һәм уларҙың бер туғандары - 11 кеше һуғышҡа алынған. Уларҙың тик берәүһе генә әйләнеп ҡайта һәм ѳс йыл ғына йәшәп, һуғышта алған яраларҙан үлеп ҡала. Ҡалған туғандарым йә хәбәрһеҙ юғалған, йә яу яланында һәләк булған. “Орден” фильмындағы тѳп персонаж - Георгий Засов элемтәсе була һәм Волгоград ѳлкәһендә хәбәрһеҙ юғала. Хатта уның фотоһы ла һаҡланмаған. Уның яҙмышын асыҡлар ѳсѳн Бѳйѳк Ватан һуғышы архивтарын ѳйрәнә башланым. Ул заман кешеләренең илһѳйәрлеге һоҡланыу тыуҙыра. Шуға ла был фильмда һуғыштың ни тиклем аяуһыҙ булыуын һәм бѳгѳнгѳ заман кешеһен дә күрһәтергә тырыштым.
Режиссерҙың 2012 йылда тѳшѳргән “Әүжән тальянкаһы” фильмы бик уңышлы килеп сыға. Унда режиссер снаряд тимеренән эшләнгән боронғо тальян гармун яҙмышын яҡтырта. Ҡыҫҡа метражлы фильм менән “Кинозрение” фестивалендә ҡатнашып, “Мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлаған ѳсѳн” номинацияһына лайыҡ була. 2013 йылда Санкт-Петербургта үткән “Тарих һәм мәҙәниәт” Бѳтә Рәсәй фестивалендә - III, 2014 йылда Йошкар-Ола ҡалаһында “Халыҡ ижады буйынса фильмдар” фестивалендә “Иң яҡшы документаль фильм” номинацияһында II урын яулай. Быйыл Новосибирскиҙа “Кешелекле кино” фестивалендә “Иң яҡшы режиссер эше” номинацияһы тапшырыла.
Евгений Калугин Бѳйѳк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлап, “Мин Ржев эргәһендә үлтерелдем” (“Я убит подо Ржевом”) фильмын тѳшѳрә.
“Мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ әсәйемдең олатаһы һәләк булған урынды барып күрергә хыяллана инем. Уның яҙмышын асыҡлағанда бѳтѳнләй икенсе яҡташыбыҙ - Семен Панков тигән яугирҙең яҙмышына тап булдым. Фильм уның тураһында. Бѳйѳк Еңеүҙең һәр юбилейына бағышлап фильм тѳшѳрѳргә һүҙ биргәнмен. Һәм киләсәктә лә был тема ѳҫтѳндә эшләүемде дауам итәсәкмен”, - ти Евгений Викторович.
Яҡташыбыҙға кино тѳшѳрѳүҙә халыҡ яҙмышына битараф бул- мағандар ярҙам ҡулы һуҙа. Мәҫәлән, “Мин Ржев эргәһендә үлтерелдем” фильмын яу яланына барып тѳшѳрѳүҙә эшҡыуар Данис Йыһаншин һәм Суфиян Йыһаншин матди ярҙам күрһәтә. Павел Пантелеев куратор була.
2015 йылда “Мин Ржев эргәһендә үлтерелдем” фильмы Санкт-Петер бургта үткән “Тарих һәм мәҙәниәт” Бѳтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашып, II урынға лайыҡ була.
Әле Евгений Калугин башҡорт телендә сығасаҡ яңы фильм ѳҫтѳндә эшләй. Ул Ирәмәл тауына бәйле эпос һәм бѳгѳнгѳ заманда йәшәгән ике кеше яҙмышы тураһында.
“Быға тиклем Ирәмәл тауы тураһында кино тѳшѳргәндәре юҡ. Фильмға исем тапмағанбыҙ. 3 июлдә тѳшѳрә башлайбыҙ. Ирәмәлгә үтеү ѳсѳн техника менән “Робинзон” магазины ярҙам итәсәк. Тѳп ролдәрҙе ҡала Мәҙәниәт һарайындағы Башҡорт халыҡ театры артистары уйнаясаҡ. Әле әҙерлек эштәре бара. Быға тиклем үҙемә оператор ҙа, режиссер ҙа булырға тура килде. Был юлы профессионал оператор, ассистенттар йәлеп ителәсәк. Әйткәндәй, был фильм тураһында фекерҙе һәм геройҙарҙы Мансур Һиҙиәтов тәҡдим итте, сценарийҙы үҙем яҙҙым”, - тип яңы пландары менән дә уртаҡлашты Евгений Викторович.
Евгений Калугин был ҡаҙаныштары менән генә сикләнергә уйламай. Ул киләсәктә лә яңы фильмдар тѳшѳрѳү уйы менән яна. Бала саҡтың кинорежиссер булыу хыялын тормошҡа ашырып, яңы үрҙәр, еңеүҙәр яулау ѳҫтѳндә бер туҡтауһыҙ эшләүен дауам итә. Булат Йосоповтың кино мәктәбендә лә һѳнәри оҫталығын камиллаштырған. “Хобби минең ѳсѳн эшкә әйләнде. Был бик мауыҡтырғыс эш. Кинорежиссерлыҡ бер туҡтауһыҙ уҡыуҙы, камиллаштырыуҙы талап итә. Шунһыҙ һин уңышҡа ирешә алмайһың”, - ти яҡташыбыҙ. Теләгән - моратына ирешкән, ти халыҡ мәҡәле. Евгений Калугиндың да йондоҙло сәғәттәре алда әле.
Рәмилә МУСИНА.
Фото Евгений Калугиндың шәхси архивынан алынды.
Оставить комментарий