Спортты үҫтереүгә ҙур ѳлѳш индерә

Спортты үҫтереүгә ҙур ѳлѳш индерә
Уҡытыусы - бѳйѳк һѳнәр. Балала үҙе уҡытҡан фәнгә һѳйѳү, ылыҡтырыу, тәрбиә орлоғо сәсеүгә ирешкәндәр, изгелек орлоғо сәскәндәр генә ошо бѳйѳк исемде лайыҡлы йѳрѳтә.
Абҙаҡ ауылында йәшәгән Вил Фәтхулла улы Ишҡыуатов та ана шундай оҫта педагогтар иҫәбен тулыландыра. Инде тиҫтә йылдан ашыу хаҡлы ялда булһа ла, ветеран-уҡытыусыны уҡыусылары, коллегалары әле һаман да һағынып, тик яҡшы һүҙҙәр һәм хѳрмәт менән иҫкә ала.
Вил Фәтхулла улы 1941 йылдың 12 июнендә Әбйәлил районы Асҡар ауылында донъяға килә. Әммә ул бәләкәй саҡта уҡ ғаиләләре Абҙаҡҡа күсә. Шуға ла үҙен ғүмер буйы Абҙаҡ ауылы кешеһе тип иҫәпләй һәм ошо ауыл халҡы мәнфәғәтен күҙәтә. 1965 йылда хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан егетте Абҙаҡ мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы итеп эшкә алалар. Вил Фәтхулла улы ситтән тороп Стәрлетамаҡ физкультура техникумын тамамлай. Шулай итеп, 40 йыл ғүмерен балаларҙы уҡытыуға арнай. Тормош иптәше Баныу Мѳхәмәт ҡыҙы менән ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Ул эшләгән йылдарҙа Абҙаҡ ауылы һәм мәктәбендә спортҡа иғтибар айырыуса ҙур була. Вил Фәтхулла улы тырышлығы менән волейбол, хоккей, футбол, саңғы ярыштарында абҙаҡтар һынатмай, районда алдынғылыҡты бирмәй. Уның юллауы буйынса хоккей коробкаһы, футбол майҙансығы тѳҙѳлә, спорт ярыштары ла даими үткәрелеп тора.
Вил Фәтхулла улы үҙ эшенең фанаты була. Абҙаҡта ғына түгел, ә район кимәлендә шайбалы хоккейҙы таратыуға ваҡытын да, үҙен дә йәлләмәй. Йыл һайын Абҙаҡта, Инйәрҙә, Тирләндә, Сермәндә хоккей командалары осрашыу үткәрә. Абҙаҡҡа ярышҡа килгәндәрҙең: “Беҙ һеҙгә ярышҡа түгел, ә ял итергә киләбеҙ”, - тип әйтеүҙәре лә күп нәмә тураһында һѳйләй. Был Вил Фәтхулла улының популяр тренер һәм кешелекле шәхес икәнен сағылдыра. Ысынлап та, Абҙаҡта хоккей бәйгеһе байрамға әйләнә ине, ә Вил Фәтҡулла улы сараның ғәҙел һәм яҡшы шарттарҙа үтеүенә күп кѳс һала. “Металлург” хоккей командаһының йәш быуын хоккейсыларының Абҙаҡҡа килеп, ярышта ҡатнашыуы Вил Фәтхулла улының заманында хоккейҙы үҫтереүгә ҙур ѳлѳш индереүе тураһында һѳйләй.
Оҙаҡ йылдар бергә эшләгән коллегаһы Ишбулат Сабирйән улы Аҡкучуков замандашы тураһында йылы һүҙҙәре менән уртаҡлашты.
- Вил Фәтхулла улының ғүмере спорт майҙансығында үтте, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Дәрестән һуң да ул мәктәптән ҡайтмай балалар менән эшләне. Ваҡытын да, үҙен дә йәлләмәне. Шуға күрә уҡыусылар ҙа, ауыл йәштәре лә уның артынан эйәрҙе, спортты үҙ итте. Йәштәрҙә спортҡа ҡарата һѳйѳү тәрбиәләне. 2016 йылда бәләкәй генә “Ҡуштирәк” командаһынан башланғыс алған “Факел” хоккей командаһы барлыҡҡа килеүгә 40 йыл тулды, тик ниңәлер юбилей датаһы билдәләнмәне. Шуны ла әйтергә кәрәк: һәр йылда ла 9 Май байрамында беҙҙең Абҙаҡ ауылында эстафета үтә, уға ла быйыл 40 йыл тулды. Был эстафетаға ла Вил Фәтхулла улы башланғыс һалды. Бына шундай шәхестәр һәр ауылда булһа, спорт үҫер, йәштәр насар ғәҙәттән арыныр һәм киләсәк быуын сәләмәт булып үҫер ине.
Абҙаҡ ауылы ветерандар советы исеменән Вил Фәтхулла улын юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Именлек, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Уның Абҙаҡ ауылында спортты үҫтереүгә индергән ѳлѳшѳн бер кем дә онотмай, - тине Ишбулат Сабирйән улы.
Кесеһен дә, олоһон да спортҡа ылыҡтырыу кѳсѳнә эйә булған Вил Фәтхулла улының фиҙаҡәр хеҙмәтен баһалаған Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары бик күп. Шулай уҡ абруйлы педагог “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” исемен дә йѳрѳтә. Яҡшылыҡ эшлә лә һыуға һал, балыҡ белер, балыҡ белмәһә, халиҡ (Халиҡ - изгелекте күреүсе фәрештә) белер, тигән әйтем бар халыҡта. Вил Фәтхулла улы ла бар ғүмерен һау- сәләмәт, кѳслѳ балалар үҫтереүгә бағышлай һәм уның изгелектәрен яҡшылыҡты таныған, күрә белгән һәр ауылдашы тик рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала. Нәҡ ошо уның ысын уҡытыусы булыуы тураһында һѳйләй ҙә инде.
Эйе, Вил Фәтхулла улының эшмәкәрлеге район гәзите “Урал”да һәр саҡ яҡтыртылып килде һәм хөрмәтле педагогтың спортты үҫтереүгә индергән ѳлѳшѳ райондаштарға яҡшы таныш. Беҙ ҙә хѳрмәтле хеҙмәт ветераны Вил Фәтхулла улын 75 йәшлек юбилейы менән тәбрикләйбеҙ, иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Р.Мусина.
Оставить комментарий