Именлеккә илткән яҡтылыҡ

Именлеккә илткән яҡтылыҡ
Юл - уйнай торған урын түгел. Юл аша сыҡҡанда иғтибарлы булырға кәрәк. Руль артына ултырғас, уяу булырға тейешһең. Уйлап ҡараһаң, аңлайышлы ла, тапалған да һүҙҙәр кеүек! Ҡағиҙәләр ҙә күптәнән билдәле. Тик юл-транспорт фажиғәләре генә ниңәлер кәмемәй, йыш булып тора, бигерәк тә ҡараңғы тѳшкәс.
Водитель ҡараңғыла юлды яҡтыртып килеп тә алда барған йәйәүлене йәки уйнап йѳрѳгән балаларҙы күрмәй ҡалыуы ихтимал. Балаларҙың каникулы башланды, шуға күрә айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Рәсәй Федерацияһы Хѳкүмәтенең 2014 йылдың 14 ноябрендәге 1197- се ҡарарына ярашлы, 2015 йылдың 1 июленән йәйәүлеләргә ҡараңғы тѳшкәс, юлды күреү ҡатмарлашҡан саҡта яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтар булған әйберҙәрҙе йѳрѳтѳргә кәңәш ителә, ә ҡала- ауылдарҙан ситтә йѳрѳгәндә - был ҡәтғи талап.
РФ Хѳкүмәте ҡарарын бо йомға ашырыу маҡсатында, беҙҙең республикала “Яҡтырт, республикам!” акцияһы булдырылды. Ул Башҡортостанда 2016 йылдың 1 июнендә старт алды. Халыҡ, иң элек уҡыусылар һәм ата-әсәләр араһында яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтар менән йѳрѳүҙең мѳһимлеге тураһында аңлатыу эше алып барыласаҡ. Акция юл-транспорт фажиғәләрен, тәү сиратта, балалар ҡатнашлығында булғандарын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.
Акцияның операторы - республикала киң танылыу яулаған “Фармленд” дарыуханалар селтәре. 1 июндән һәр кем дарыуханала символик хаҡҡа яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтар (стикерҙар, брелок һәм браслет) йыйылмаһын һатып алып шунда уҡ бүләк ота ала. Йыйылмалағы картаның һаҡлау ҡатламын юйып, велосипед йәки дәртләндереүсе приз оторға мѳмкин. Республиканың хәстәрлекле ата- әсәләре 100 велосипед ота!
Был элементтар биргән сағыу һары- йәшел тѳҫтәге яҡтылыҡты ҡараңғыла водитель 130 метр алыҫлыҡта күреп туҡтарға мѳмкин. Яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтар - бик дѳрѳҫ һәм кәрәкле, ѳҫтәүенә, күңелле лә! Улар ҡараңғы юлда водитель ѳсѳн “стоп” сигналы ғына түгел, рюкзакка, курткаға элә, ҡулға таға торған үҙенсәлекле биҙәүес тә.
“Юлда күренеп тор!” девизы аҫтында кешеләргә, айырыуса балаларға аңлатыу эше әүҙем алып барыласаҡ. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, “Иғтибар, балалар!” проектына ярашлы, юлда фажиғә булғанда тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү һәм яҡтылыҡты ҡайтарыусы элемент йѳрѳтѳүҙең мѳһимлеге тураһында һѳйләйәсәк.
Һүҙ юҡ, баланың хәүефһеҙлеге тураһында хәстәрлек күреү - ата-әсә бурысы. “Фармленд” дарыуханаһында яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтар йыйылмаһын һатып алып, һеҙ балағыҙҙы бәлә-ҡазанан ҡурса- ларһығыҙ. Элементтар йыйыл- маһын һатыуҙан тѳшкән аҡсаның бер ѳлѳшѳ мәктәптәрҙә медицина кабинеттарына заманса медицина приборҙарын (электрон тонометрҙар, термометрҙар, стетоскоптар һәм тәүге ярҙам аптечкалары) һатып алыуға йүнәлтеләсәк. 2016 йылдың 1 июнендә башланған акция фәһемле һәм күңелле сара булырға оҡшай. Иң мѳһиме шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ - юлда иғтибарлы булырға кәрәк!
Акцияның ҡыҙыу линия телефоны: 8 -800-200-89-59. “Яҡтырт, республикам!” проектының сайты - засветисьреспублика.рф.
Оставить комментарий