Донор булыу - изге эш

Донор булыу - изге эш
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ассамблеяһы ҡарары менән 2005 йылда Бөтә донъя донорҙар көнө рәсми статус алды һәм ул ҡан төркөмдәре системаһын асҡан Нобель премияһы лауреаты Карл Ландштейнерҙың тыуған көнөнә бағышланды. 14 июнь кеше ғүмерен ҡотҡарып ҡалыу өсөн ҡанын ирекле рәүештә һәм бушлай биргән миллионлаған донорға рәхмәт һүҙҙәрен еткереү мөмкинлеге бирҙе. Башҡортостанда Бөтә донъя донорҙар көнө беренсе тапҡыр 2006 йылдың 14 июнендә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Республика ҡан биреү станцияһы көсө менән үткәрелде.
Ҡан биреү, ҡан алыу, ҡан ебәреү, кеше ғүмерен ҡотҡарыу - был төшөнсәләр бер- береһенән айырылғыһыҙ. Ябай кеше фекеренсә, уның әллә ни ҡатмарлылығы ла, ауырлығы ла юҡ кеүек. Дауаханаға барып, ҡан бирҙең дә ҡайттың. Һуңынан ҡан ауырыуға ебәрелдеме, юҡмы - был мәсьәләләр тураһында уйлап та бирмәйбеҙ. Әммә ҡан тапшырыу, ҡан алыу тигән эшмәкәрлектең беҙ белгән-белмәгән үҙенсәлектәре лә бар. Кешелек шаулап-гөрләп торған техника һәм технология заманында, тимәк, хәүеф- хәтәр солғанышында йәшәй. Йәмғиәт технологик яҡтан үҫешкән һайын кешенең төрлө йәрәхәт-яра алыу, һәләкәткә осрау ихтималлығы арта. Меңәрләгән халыҡ төрлө сәбәптәр менән ҡанын күп юғалтыуҙан уға мохтажлыҡ кисерә. Кардиохирургия, хирургия, травматология өлкәләре шулай уҡ ҡанды төп ҡулланыусылар иҫәбенә инә. Ҡан - күп функциялы дарыу. Кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн ҡандың баһаһы әйтеп бөткөһөҙ.
Республикала йыл һайын 50 тоннаға яҡын ҡан әҙерләнә. Ул ситкә ебәрелмәй, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ассамблеяһы ҡарары менән 2005 йылда Бөтә донъя донорҙар көнө рәсми статус алды һәм ул ҡан төркөмдәре системаһын асҡан Нобель премияһы лауреаты Карл Ландштейнерҙың тыуған көнөнә бағышланды. 14 июнь кеше ғүмерен ҡотҡарып ҡалыу өсөн ҡанын ирекле рәүештә һәм бушлай биргән миллионлаған донорға рәхмәт һүҙҙәрен еткереү мөмкинлеге бирҙе. Башҡортостанда Бөтә донъя донорҙар көнө беренсе тапҡыр 2006 йылдың 14 июнендә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Республика ҡан биреү станцияһы көсө менән үткәрелде. республика халҡы өсөн генә ҡулланыла, запас күләме лә ҡәнәғәтләнерлек. Тик иртәгә ни булыры билдәһеҙ. Эйе, медицина үҫә, шарттар яҡшыра. Әммә төрлө фажиғәләр, ауыр хәлгә тарыған кешеләр һаны бер ҙә кәмемәй... Кеше ғүмерен ҡотҡарыу, уның хәлен еңеләйтеү ниәте менән йәшәүселәр арабыҙҙа бихисап. Шундай изге эш башҡарған учреждениеларҙың береһе - Белорет ҡан биреү станцияһы. Уның баш табибы Рәүеф Акрам улы ҠӘЛӘМОВ донорҙар һәм донорлыҡ эшен ойоштороу тәртибе, ҡағиҙәләре тураһында ентекләберәк һөйләне.
- Белорет ҡан биреү станцияһында Белорет, Учалы, Межгорье район- ҡалаларынан, Бөрйән районынан донорҙар ҡабул итәбеҙ. Учреждение эшмәкәрлегенең ни тиклем мөһим һәм әһәмиәтле икәнен бер нисә һан менән генә аңлатырға мөмкин. Йылына 1350 литр ҡан әҙерләйбеҙ һәм район-ҡала дауаханаларын тәьмин итәбеҙ. Ҡан банкыбыҙҙа тикшерелгән 546 литр плазма ята. Улар 85 градус һыуыҡлыҡта биш йыл буйы һаҡлана.
Ҡан хеҙмәтенең бурыстары етди. Уға бәйле талаптар ҙа ҙур, сөнки ғүмере ҡыл өҫтөндә торған ауырыуҙарға ҡан ебәргәндә ҡан һәм уның компоненттары менән бергә күп төрлө сир ҙә йоҡторорға мөмкин. Ул сирҙәрҙең иң йыш осрағандары - гепатит, ВИЧ-инфекция, венерик сирҙәр, туберкулез. Быларҙан тыш, тиҫтәләгән вирус ауырыуы хәүефе лә бар. Шулай булғас, кеше ғүмере һәм сәләмәтлеге беҙҙең ҡулда икәнлекте иҫтән сығарырға тейеш түгелбеҙ һәм сығармайбыҙ ҙа. Беҙҙә берҙәм база булдырылған, унда төрлө сирҙәр менән иҫәптә торғандарҙың исемлеге бар. Иң алда һәр кем шул база аша тикшереү үтә. Шунан уны трансфузиолог ҡарай. Саҡ ҡына тайпылыштар табылһа ла, хатта тәнендә яңыраҡ эшләнгән татуировка булһа, ул кешенән ҡан алмайбыҙ. Ҡан компонентының һәр береһен тикшереүҙең үҙенсәлеге бар, сөнки ҡан компоненттары төрлө ваҡыт дауамында йәшәй. Әйтәйек, ҡан ойошоуға ярҙам иткән тромбоциттар 5 көн йәшәй. Ҡандан эшләнгән плазма ярты йылға карантинға һалына. Алты айҙан һуң донор ҡайтанан тикшереүгә саҡырыла, контроль тикшереүҙәр һөҙөмтәһе яҡшы булһа, ҡан компоненттары ғәмәлдә ҡулланыла. Берәй сир табылһа инде, ул кешене дауаханаға ебәрәбеҙ. Шулай итеп, ҡан биреү процедураһы ҡан биреүсе кешегә диспансерлаштырыу үтеүгә тиң. ан бирәм, тип быға тиклем белмәгән сирҙәрен асыҡлаусылар ҙа әҙ түгел.
Плазманы өс аҙна һайын бирергә мөмкин, ир-егеттәр - 12, ҡатын- ҡыҙҙар 10 литрға тиклем бирә ала. Ҡанды иһә ир-егеттәргә - биш, ҡатын-ҡыҙҙарға дүрт тапҡыр тапшырырға мөмкин.
Шуныһы ҡыуаныслы, Совет осорондағы ташламалар менән ҡулланыу бөтөрөлһә лә, кеше ғүмерен ҡотҡарырға теләүселәр кәмемәй. Белорет металлургия комбинаты эшселәре ҡан базаһын даими тулыландырып тора. Һаулығы булған һәр кем ғүмерендә бер генә тапҡыр ҡан тапшырһа ла, был бер ғүмерҙе һаҡлап ҡалыуға тиң. Ҡанды яһалма ысул менән бер нисек тә етештереп булмай. Шуға уның һәр тамсыһы ҡәҙерле. Һуңғы йылдарҙа ҡан бирергә теләүселәрҙең һаны арта, сөнки һәр кем аңлай: уның ҡаны кеше ғүмерен ҡотҡарыу өсөн кәрәк. Ҡанға, шөкөр, ҡытлыҡ кисермәйбеҙ. Уны йәштәр ҙә, урта йәштәгеләр ҙә, өлкәндәр ҙә бирә.
"Донорҙар көнө" ҡан биреү- селәрҙең дәрәжәһен бермә- бер арттыра. Изге ниәт менән йәшәгәндәр үҙҙәренә ҡарата ысын хөрмәт-ихтирамды тоя был көндө. Ололар беҙҙең һәр сараға ҡушылып, үҙҙәре артынан йәштәрҙе йәлеп итә.
Ҡырҡ тапҡыр ҡан, йә алтмыш тапҡыр плазма тапшырған донорҙарға “Почетлы донор” исемдәре бирелә. Белорет районы буйынса “СССР-ҙың почетлы доноры” исеменә лайыҡ булған - 81, “Рәсәйҙең почетлы доноры” исемен йөрөткән 145 донор бар. Бөрйәндә - 45, Учалы районында - 177, Межгорьела 14 СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең почетлы доноры йәшәй. Маҡтаулы исемде йөрөтөүселәр йылдан-йыл күбәйә. Быйылғы ярты йылда 11 кеше ошо лайыҡлы исемде алды. Улар араһында коллегаларыбыҙҙың да булыуы ҡыуаныслы. Хеҙмәткәрҙәребеҙ башҡаларға ла үрнәк күрһәтә. Быйылғы исем алыусылар араһында коллегабыҙ - Республика ҡан биреү станцияһының Белорет филиалы медсестраһы Зөлфиә Әҙелмырҙина ла бар. Донорҙар династияһы арта. Николай Сергеевич Плохов 44 тапҡыр ҡан һәм плазма тапшырып, “Почетлы донор” исеменә лайыҡ, Вера Николаевна 52 тапҡыр ҡан биреп, әллә күпме кешенең ғүмерен ҡотҡарған. Уларҙың юлын ҡыҙҙары Снежанна, улдары Андрей дауам итә. 2007 йылдан “Почетлы донор” исемен йөрөткән Белорет металлургия комбинаты эшсеһе Николай Михайлович Ручкин быйыл Белорет филиалының иң яҡшы доноры тип табылды. Ул 85 тапҡыр ҡан тапшырған. Н. Свинцов, А. Сагарда, А. Матиевскийҙар 74-80-шәр тапҡыр ҡан биргән. Почетлы донорҙарға ай һайын мең һум аҡса түләнә. “Почетлы донор”ҙар сиратһыҙ путевка алыу, дауаханала планлы тикшереү үткәндә сиратһыҙ дауаланыу хоҡуғына эйә. Донор отпускыһын теләгән ваҡытта ала ала. Шунлыҡтан алдан уҡ әйтеп үтеү мөһим: ҡан биреү бушлай башҡарыла һәм ҡан биргән кеше өсөн стимул - кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуға ярҙам итеүҙән алған рухи ҡәнәғәтлек, күңел бөтөнлөгө, - тине Рәүеф Акрам улы.
Медицинала, ҡан биреү организмға зарарлы түгел, тигән күҙлектән сығып эш ителә. Донор булыу организмға насар тәьҫир итмәй. Даими ҡан тапшырған кеше организмы, башҡаларҙыҡы менән сағыштырғанда, күпкә көслөрәк, сыныҡҡан була. 26 йыл балаларға сәләмәт тормош алып барыу һабаҡтары биргән, физик яҡтан ныҡлы булыуҙарына күп көс һалған, Бөтә донъя ҡан донорҙары көнө алдынан “Рәсәйҙең почетлы доноры” исемен алған Рәил Сәйфетдин улы Әхмәҙин ошо фекерҙе ҡеүәтләп: - Кеше ҡан биреүҙән, ғәҙәттә, ҡәнәғәтләнеү ала, күтәренке кәйеф менән сығып китә. Ҡаның кемделер үлемдән алып ҡаласаҡ, тимәк, һин - ҡотҡарыусы, тигән уй күңелде күтәрә, ҡанатландыра. Алдан да ҡан бирә инем. Ҡан тапшыра башлауыма ун йылдан ашыу ваҡыт та үтеп киткән. Нисектер өйрәнелгән, ваҡыты еттеме - бында тартып торғандай хатта. Был изге эш донор өсөн дә ҙур файҙа бит. Бушлай анализ үткәрелә. Cәләмәтлектә берәй тайпылыш була ҡалһа, табиптар шунда уҡ хәбәр итә. Шулай ҙа 2004 йылда Бесландағы теракт этәргес булды. Шунан ҡанды даими тапшыра башланым. Байтаҡ кешенең ғүмерен ҡотҡара алыуыма шатмын, - тине. Эйе, бәлә-ҡаза бер кемгә лә белгертеп килмәй. Шуға күрә беҙ һәр саҡ ярҙам күрһәтергә әҙер булырға тейешбеҙ. Ғөмүмән, ҡан һәр көн һәм һәр ерҙә кәрәк. Ҡанға мохтаждар араһында яҡындарыбыҙҙың да булыуы ихтимал...
Эльвира ХӘМЗИНА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий