Аҙна бүләге – Абҙаҡта

Аҙна бүләге – Абҙаҡта
Был юлы аҙна бүләге абҙаҡтарға эләкте. Ошо ауылда йәшәгән Тәслимә менән Хәким Шакировтар бүләк алыу шатлығына эйә булды. Бүләгебеҙҙең 40 йылдан ашыу гәзитте алдырған, уны яратып уҡыған ғаиләгә эләгеүе икеләтә ҡыуаныслы булды. Үҙ районыңда сыҡҡан гәзитте алдырмай нисек йәшәмәк кәрәк, шуға ла бер нәмәгә ҡарамай һәр йылда ла яҙылып барабыҙ, ти Шакировтар. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, ауыл тормошоноң бар матурлығын тойоп, уның файҙаһын күреп йәшәйҙәр, кәртә тулттырып мал, ҡош- ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр, ейән- ейәнсәрҙәрен ҡарайҙар. Шакировтарҙы электромонтерҙар ғаиләһе тип тә әйтергә була. Хәким ағайҙың олатаһы Фәррәх Шакиров 1935 йылдан 1941 йылда Бѳйѳк Ватан һуғышы башланғанға тиклем Кѳньяҡ Урал тимер юлының электр селтәрендә электромонтер булып эшләп, һуғышҡа китә. Һуғыштан һуң уның юлына улы Ғәббәс баҫа һәм эстафетаны үҙенең улы Хәкимгә тапшыра. Хәким ағай оҙаҡ йылдар ошонда эшләп, һаулығы буйынса пенсияға киткәс, уның урынына, Силәбе ҡалаһында махсус курс тамамлап, ҡатыны Тәслимә Баһыман ҡыҙы килә. Бѳгѳн Тәслимә апай ҙа хаҡлы ялда, ә уларҙың эшен улдары Иҡсан дауам итә. Дәртләнеп донъя кѳткән, матбуғат менән дуҫ булған Шакировтарҙы бүләк алыуҙары менән ҡотлап, артабан да дуҫлыҡты дауам итеүҙәрен теләйбеҙ.
Оставить комментарий