Дөлдөл атта ҡайтты ҡурайсы

Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы уҙҙы. Был сара мәшһүр ҡурайсының тыуыуына 125 йыл тулыуға арналды
Мәртәбәле конкурс 1991 йылдан бирле үткәрелә. Уның жюри рәйесе - Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, үҙе лә ошо конкурста еңеп сыҡҡан Юлай Ғәйнетдинов. Конкурс ѳс турҙа - 12 йәшкә, 16 һәм унан олораҡ йәш категорияларында үтте. Быйылғы конкурсҡа республиканың 12 районынан, 7 ҡалаһынан һәм Ырымбур ѳлкәһенән, Марий-Эл Республикаһынан 300-ҙән ашыу ҡурайсы кѳсѳн һынарға килде. Иң йәш ҡатнашыусыға - 7, ә иң олоһона 83 йәш булды. Яңғыҙ башҡарыусылар араһында 45 оло йәштәге ҡурайсы үҙ-ара оҫталыҡта ярышты.
Конкурста беҙҙең райондан да ҡурайсылар ҡатнашты һәм яҡшы һѳҙѳмтәләр менән ҡайтты. Дамир Хәсәновтың “Инеш” балалар ҡурайсылар ансамбле һәм уның уҡыусыһы Әнилә Астанова дипломанттар булһа, Дамир Хәсәнов үҙе йәш ҡурайсылар тәрбиәләп үҫтереүгә индергән ѳлѳшѳ ѳсѳн Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Ә инде данлыҡлы ҡурайсыбыҙ, ҡурай данын республикала ғына түгел, сит илдәрҙә, ҡитғалар аръяғында ла таратҡан Мѳхәмәт Усман улы Түлебаевтың ошо конкурста гран- приға лайыҡ булыуы ҡурайсының мәшһүрлеген, оҫталығын тағы берҙе танытып ҡына ҡалманы, районыбыҙҙың данын, мәртәбәһен дә арттырҙы. Мѳхәмәт ағайҙың ҡурайсылар конкурсында алған ѳсѳнсѳ гран- приһы был. Тәүге еңеүҙе 1990 йылда Йылайыр районында Ишмулла Дилмѳхәмәтов исемендәге ҡурайсылар бәйгеһендә яулаһа, икенсеһен 2005 йылда Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге ҡурай- сылар конкур- сында алды һәм быйыл 72 йәшендә тағы ла оло еңеү яулап, атаҡлы ҡурайсы йәштәргә остаз булыуын танытты.
Шулай итеп, Мѳхәмәт ағайҙың оҫталығын оло баһалаған жюри ағзалары уны ат менән бүләкләне. Мөхәмәт Усман улын оло еңеүе менән ҡотлай- быҙ. Һаулыҡ, ижади уңыштар, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.
Э.Мөхәмәҙиева.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий