Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай

2014 йылда Башҡортостанда “Урындағы инициативаларҙы яҡлау” программаһы буйынса пилот проект булдырылғайны. Әлеге ваҡытта Республика Башлығы Рѳстәм Зәки улы Хәмитов һәм Республика Хѳкүмәте ҡарарына ярашлы, Бѳтә Донъя банкы менән берлектә республика буйынса ошо программаны тормошҡа ашырыу буйынса эштәр бара.
Был программа ауылдар ѳсѳн генә түгел, ҡала ѳсѳн дә тәғәйенләнгән. Уның башҡа программаларҙан тѳп айырмаһы шунда - халыҡтың ниндәйҙер проблеманы хәл итеүгә үҙе башлап инициатива күрһәтеүе һәм урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә булып, хеҙмәттәшлек итеүе. Кѳстәрҙе берләштереп кенә инфраструктураны үҫтерергә, киҫкен социаль проблемаларҙы хәл итергә мѳмкин тип бара белгестәр. Программаға эләгеү шарттары буйынса, иң тәүҙә инициатив тѳркѳм тѳҙѳлѳп, йыйылыштан фотолар, протокол һәм башҡа тейешле документтар кәрәкле урынға ебәрелә. Әгәр ҙә федераль һәм республика бюджетынан финанс бүленә икән, субсидия күләменең 5 процентын ауыл Советы хакимиәте, 3 процентын ауыл халҡы (ҡалала - 15 процентын хакимиәт, 5 процентын халыҡ) үҙе йыйырға тейеш була. Бүленгән аҡса күләме 1 млн. һумдан артмаҫҡа һәм проект бер йыл эсендә тормошҡа ашырылырға тейеш.
Быйыл был программа буйынса республика бюджетынан 300 млн. һум аҡса бүленгән.
Беҙҙең райондан ун ауыл һәм ҡала хакимиәте программала ҡатнашырға теләк белдерҙе. Был маҡсаттан июнь башында урындарҙа йыйылыш уҙғарылды. Мәҫәлән, Сосновкала үткән йыйылышҡа йѳҙгә яҡын кеше килде. Сосновкалар элекке колхоз идаралығы бинаһына капиталь ремонт эшләп, унда социаль үҙәк булдырырға ниәтләй. Үҙәктә врач амбулаторияһы, почта, һаҡлыҡ банкы, полиция бүлеге, дежур янғын командаһы урынлашасаҡ. Быйыл Сосновка ауыл хакимиәтенең «Иң яҡшы муниципаль берәмек» район конкурсында еңеп алған 75 мең һум аҡсаһына проект-смета документтары эшләтелгән. Бѳгѳн документтар әҙер, бина хакимиәт милкендә. Конкурста еңеп сығыу ѳсѳн башҡа структуралар менән дә бәйләнеш булдырылған. Мәҫәлән, Магнитогорск ҡалаһынан Сосновкаға йәшәргә күсеп килгән «Ҡарағайлыҡ» спорт-һауыҡтырыу үҙә- ге директоры А.А. Рязанов та тѳрлѳ яҡлап ярҙам итергә һәм проектты тормошҡа ашырыуға республика бүлгән сумманың 10 процентын күсерергә, бынан тыш тѳҙѳлѳш ма- териалдары менән дә ярҙам итергә, кәрәк саҡта ѳмәләргә сығырға ла әҙер булыуын белдерҙе. Үҙәк район клиник дауаханаһының ТО начальнигы А.С. Борисенко ла урындағы 4 мең- дән ашыу халыҡты тәьмин иткән амбулатория бинаһының ярым емерек хәлдә булыуын, ҡыйыҡтан һыу үте- үен, ҡышҡыһын һыуыҡ булыуын билдәләне һәм хакимәт башлығының башланғысын хуплап, был йәһәтттән тѳрлѳсә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.
Ломовка һәм Үҙән халҡы зыяратты, Тимер юл һәм Боғанаҡ ауылдары стадионды тѳҙѳкләндерергә уйлаһа, Исмаҡай ауыл халҡы мәктәптең йылытыу ситемаһын ремонтларға, маныштылар балалар майҙансығы тѳҙѳргә, олойылғалар мәктәптә баш- ланған ремонтты аҙағына еткерергә, николаевкалар урамдарындағы юлды эшләргә ниәтләй. Ә ҡаланың 1 Май биҫтәһе халҡы спорт мәктәбенең стадионын тѳҙѳкләндерергә хәл иткән.
«Урындағы инициативаларҙы яҡ- лау» проектында халыҡтың үҙ ини- циативаһы менән ҡатнашыуы социаль инфрас-труктура объекттарын үҫте- реү менән генә түгел, ә уртаҡ тѳҙѳлгән объектҡа һаҡсыл ҡараш тыуҙырыуы менән дә файҙалы буласаҡ тип билдәләй етәкселәр.
Э. МӨХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий