Һөҙөмтәле булды

Һөҙөмтәле булды
Уҙған аҙнала суд приставтары юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы, һалым инспекцияһы, ваҡытлы матбуғат хеҙмәткәрҙәре менән штрафтар, һалым һәм Пенсия фондына бурыстар буйынса рейд үткәрҙе.
Унда “Юл приставы” тип аталған автоматлаштырылған программалы камера ҡулланылды. Камера машинаның дәүләт номеры буйынса уның хужаһы тураһында бөтә мәғлүмәтте, йәғни штраф, һалым һәм башҡа бурысты экранда күрһәтеп торҙо.
Район-ара суд приставтары начальнигы Әсләм Ҡасҡынбаев, урынбаҫары Гүзәл Алтынбаева, суд приставтары Эльвира Дилмөхәмәтова, Ләйсән Алғазина, Айгөл Таипова, Виктория Сердюк, Анна Митюшкина, Илсиә Насретдинова һәм суд приставтары һағы хеҙмәткәрҙәре Виталий Добрынин, Сергей Копьев, Михаил Косарев, һалым инспекцияһы вәкиле Алексей Козлов, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Самат Хызыров менән Рифат Таипов аппарат биргән мәғлүмәт буйынса бурыслы водителде туҡтатты. Әлбиттә, бурыслыларҙың был рейдҡа мөнәсәбәте төрлөсә булды. Кемдер, ҡайһылай һәйбәт булды әле, тегеләй-былай йүгереп, бер ҙә ваҡыт етмәй шул бурыстарҙы түләргә, тиһә, икенсеһе ризаһыҙлыҡ белдереп тартҡылашты, йә аҡса юҡлыҡҡа һылтанды. Берәүҙең бурысы 1000 һумға ла етмәһә, икенселәрҙеке меңәрләгән һум менән иҫәпләнә. Шулай ҙа араларында штраф һәм һалымдарын түләп өлгөргәндәр ҙә булды. Кемдер банкомат аппараты булғанда, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине, тигән теләк белдерҙе, сөнки ул бөтә ерҙә лә банк картаһы менән иҫәпләшә икән. Ғөмүмән, бындай рейдтарҙың файҙалы булыуына тағы бер инандыҡ.
Шулай итеп, ҡаланың өс нөктәһендә үткәрелгән рейдта һалымдар һәм штрафтар буйынса 74 үтәтеү эше буйынса 74 бурыслы туҡтатылған, бөтәһе 11 арест һалынған (шуның дүртәүһе - авто- транспортҡа). Суд приставтарының квитанциялар китабына 32 мең һум аҡса күсерелгән, 8 түләнгән квитанция күрһәтелгән, бурыслы бер кеше ҡаршылыҡ күрһәткән өсөн адми- нистратив яуаплылыҡҡа тарттырылған. Рейд буйынса 40 үтәтеү эше ябыласаҡ, йәғни штраф, һалымдар буйынса бу- рыс түләнгән һәм квитанция килтерелгән. Тимәк, бындай рейдтар даими үткәрелеп торасаҡ. Суд приставтары рейдта ҡатнашҡан һалым, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт бел- дерҙе.
Тәбиғәттең иң матур миҙгелендә һәр кем ялын ҡайҙалыр үткәрергә, сәйәхәт итергә ниәтләнә. Ялығыҙ күтәренке күңел, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән үтһен тиһәгеҙ, штраф, һалымдар һәм башҡа бурыстарығыҙҙы асыҡларға онотмағыҙ. Быны һеҙ суд приставтарына килеп, йә булмаһа, сайтына инеп белә алаһығыҙ.
З. СӨЛӘЙМӘНОВА.
М. КОСАРЕВ фотоһы.
Оставить комментарий