Тирләп эшләй, гѳрләп йәшәй ҡаһармандар!

Тирләп эшләй, гѳрләп йәшәй ҡаһармандар!
Ҡаһарманда ауылға нигеҙ һалған Ҡаһарман Юнаевка 230 йыл тулыуға арналған һабантуй гѳрләп үтте.
Эшҡыуарҙар ярҙамы, ауыл халҡы кѳсѳ менән үткәрелгән был байрам бала-сағаны, йәшен-ҡартын - барыһын бергә йыйҙы.
Байрамды тантаналы асҡас, ветеран- уҡытыусы Ҡасим Хәйретдин улы Нафиҡов ҡыҫҡаса ауыл тарихы менән таныштырҙы. Ауыл старостаһы Эльзира Закир ҡыҙы Ғәлина сараны ойоштороусыларға, эшҡыуарҙарға Үҙән ауыл Советы исеменән Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырып, тырыш ауылдаштарын байрам менән ҡотланы. Ҡотлау һүҙҙәре менән бағыусылар - ауыл Советы депутаттары Биктимер Тѳлкѳбай улы Ғәлин менән Суфиян Нәғимйән улы Ишмѳхәмәтов сығыш яһаны, шулай уҡ мәҙәниәт йорто мѳдире Хәлит Хашим улы Нафиҡов һәр сараның уртаһында ҡайнаған «Әхирәттәр» фольклор ансамбленә Грамота, ҡул эше оҫталарына бүләктәр тапшырып үтте.
Һабантуйҙың рәсми ѳлѳшѳ тамамланғас та ат сабышы башланды. Ярышта Биктимер Ғәлиндең крәҫтиән- фермер хужалығы аттары уҙышты. I урынды Ғилман Сәғәҙәтов «Бутсик» ҡушаматлы атта, II урынды Иршат Ирғәлин «Ҡашҡа»ла, Диана Ғәлина «Малыш» ҡушаматлы атта III урын яуланы. Кѳрәш буйынса балалар араһында Исмаҡай ауылынан Илмир Ишмѳхәмәтов, 70 кг-ға тиклем ауырлыҡта Альберт Низамов, 70 кг- нан артыҡ ауырлыҡта Рѳстәм Низамов еңеүсе булды. Кѳрәш батырҙарының барыһы ла ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде. Һырғауылға Эмиль Вәлиев менән Илмир Вәлитовтан башҡа менеп етеүсе булманы.
Артабан тѳрлѳ милли уйын, ярыштарҙан Ҡоҙалар яланы шау- гѳр килеп торҙо. Сәхнәлә йырсылар, бейеүселәр, шиғыр һѳйләүселәр үҙ һѳнәрен күрһәтте. Һабантуйҙа тирмә ҡорған Ишмѳхәмәтовтар ғаиләһенә лә бүләк тапшырылды. Ҡаһарман ауылының иң оло ағинәйе 95 йәшлек Зәлифә Әҙелмырҙа ҡыҙы Ғәниәтуллинаға һәм иң кесеһенә - Лариса һәм Рѳстәм Дәүләтшиндарҙың ҡыҙына ауыл старостаһы бүләк тапшырҙы. Тарихты онотмай, киләсәк быуынға тапшырырға ты- рышҡан Тамъян ырыуы вариҫтары - ҡаһармандар, килгән ҡунаҡтар нисек ең һыҙғанып эшләй, шулай дәртләнеп уйнап-кѳлѳп, йырлап-бейеп күңел асып таралышты.
Ауыл һабантуйын ойоштороуға күп кѳс һалған старостабыҙ Э.З. Ғәлинаға, эшҡыуар-бағыусылар Б.Т. Ғәлин, С.Н. Ишмѳхәмәтов, Л.Ф. Зәйнәғәбдинова, М.З. Низамовҡа, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, мәктәп директоры В.Ғ. Моратшинға һәм уҡытыусыларға, ашнаҡсы С.К. Ҡазинаға, ҡолға менән бүләк йыйған балаларға, бүләк биреүселәргә, аҡсалата яр- ҙам итеүселәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Әлиә ИҘРИСОВА,
Гѳлнара СОЛТАНОВА.
ҺҮРӘТТӘ: һабантуйҙан күренештәр.
Оставить комментарий