Исмаҡайҙа Йәштәр көнө

Исмаҡайҙа Йәштәр көнө
Исмаҡайҙа Һарыбай аҫты яланында Йәштәр көнөнә арналған йәштәр һабантуйы үткәрелде.
Байрамды үткәреүгә алтын эҙләүселәрҙең етәксеһе Сергей Александрович Храмов аҡсалата ярҙам күрһәтте. Ауыл халҡы был юлы байрамға әүҙем генә, ваҡытында йыйылды һәм күңелле ял итте. Староста Радик Тимерғәле улы Мәх- мүтов бағыусыға рәхмәт әйтеп, байрамды башлап ебәрҙе. Башҡорт халыҡ уйындары менән берлектә күңелле эстафеталар ауылдаштарға бик оҡшаны, үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы булды. “Бесәй Базилио һәм төлкө Алиса”, “Сәйәхәтсе тәлмәрйен”, “Крокодил”, “Мәскәй әбейҙәр ярышы” һәм башҡа уйындарҙа йәштәр ихлас ҡатнашты. Гер күтәреү ярышында VIII класс уҡыусыһы Радмир Ишморатов 40 тапҡыр күтәреп, өлкән ағайҙарҙы уҙып китте. Сабит Фәтҡуллин, ағалы-ҡустылы Денис менән Динар Ишбулатовтар, Айбулат Йосопов та был ярышта кѳс һынап ҡараны. Һырғауылдағы бүләкте Юнир Илһамов алды. Физкультура уҡытыусыһы Әлиә Ҡунаҡбаева волейбол уйынын үткәрҙе. Ярыш-уйындарҙа ихлас ҡатнашҡан ауылдаштарға, йәштәргә, балаларға рәхмәт.
Егәрленең ҡулы етәү, тигәндәр. Шешлеген дә, бѳйѳрѳгѳн дә, ҡы- мыҙын да хәстәрләп сығарған Филидә Өмөтҡоловаға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Иртәнге 11-ҙән 4-кә тиклем дауам иткән байрам ауыл халҡына бик оҡшаны. Сараны ойошторған клуб мөдире Ф. Арслановаға, Н. Шакироваға, Р. Ғөбәйҙуллинаға рәхмәттәр әйтеп та- ралышты исмаҡайҙар.
Наилә ШАКИРОВА,
китапхана мөдире.
Оставить комментарий