Көслөләр һәм етеҙҙәр слёты

Көслөләр һәм етеҙҙәр слёты
Июнь аҙаҡтарында Азапкин яланында ҡала-район мәктәптәре уҡыусылары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттарының сираттағы 62-се традицион туристик слёты үтте.
Был юлы слётта район- ҡала мәктәптәренән - 23 һәм Белорет педагогия колледжынан 1 команда ҡатнашты. Яурындарына арҡан, карабин, жумар һәм башҡа махсус турист кәрәк- яраҡтары аҫҡан малайҙар, ҡыҙҙар шәхси һәм команда беренселегенә төрлө дистанцияларға йүгерҙе. Уҡыусылар 5 көн дауамында барған ярышта эҙләү-ҡотҡарыу эштәре алып барҙы, тарихи викторина һорауҙарына яуап бирҙе, төрлө конкурстарҙа ҡатнашты. Тәрбиәселәре, етәкселәре менән бергә палаткалар ҡаласығында йәшәне, уңышлы үткән этаптары өсөн ҡыуанды, уңышһыҙлыҡ- тары өсөн борсолдо. Туристик слёт балаларға бер аҙға ғына булһа ла тәбиғәт ҡосағында ял итеү, үҙаллы тормошҡа өйрәнеү, ялан ашы, бутҡаһы, тәмле үлән сәйҙәренән ауыҙ итеү һәм үҙ-үҙеңде һынап ҡарау мөмкинлеге бирә.
Слёттың һәр көнө бай һәм эстәлекле булды. Тәүге көндә командалар үҙҙәрен берҙәмлектә, төркөмдәрҙә бергәләп эшләү буйынса һынаны. Йәйәүле төркөмдә “А” класынан 16-сы, 20-се һәм 21-се мәктәп уҡыусыларына етеүсе бул- маны. “Б” класында ҡаланың 1-се, Абҙаҡ һәм Инйәрҙең 2-се мәктәбе командалары иң етеҙ һәм берҙәм булды. Шәхси һәм команда беренселегенә 21-се мәктәп уҡыусылары финишҡа тәүгеләрҙән бу- лып килде. Улар 373 мәрәй йыйып, беренселекте алды. 16-сы һәм Ломовка мәктәптәре командалары II һәм III урындарҙы бүлеште. Ә “Б” класында Абҙаҡ, Мәхмүт һәм ҡаланың 3-сө мәктәбе призлы урындарҙы яуланы. Конкурс программаһында “А” һәм “Б” класынан Ломовка, 14- се һәм Яныбай Хамматов исемендәге гимназиялар, 21-се, 16-сы, 1-се, Мәхмүт, Үткәл һәм Сермән мәктәптәре командалары айырылып торҙо.
Командаларға “Эҙләү- ҡотҡарыу эштәре” дистанцияһы иң ҡыйыны һәм хәүефлеһе булғандыр. Дистанция ойошҡанлыҡ, берҙәмлек, етеҙлек талап итте. Ҡыҙҙар һәм малайҙарға йәйәүле дистанция үтеү, һыуҙа һәм тәбиғәт шарттарында үҙҙәрен һынап ҡарау кеүек бурыстар ҡуйылды. Был ҡатмарлы ярышта 320 мәрәй йыйып, 21-се мәктәп I урынды алды. II, III урындарҙы Ломовка һәм 16-сы мәктәп командаһы бүлеште. “Б” класында тәүге урындарға Абҙаҡ, Тимер юл һәм Оло- йылға мәктәптәренең йәш ҡотҡарыусылары сыҡты. Бынан тыш, көнкүреш һәм туристик белем кимәлдәрен дә тикшерҙе командалар. Барлыҡ мәктәптәр ҙә тиерлек юғары белем кимәлен күрһәтте. Палаткалар ҡаласығы гөрләп торҙо, балалар ял итте, аралашты һәм ярышты.
Шулай итеп, “Б” класында 12 команда көс һынашты. Абҙаҡ, ҡаланың 1-се һәм Үткәл мәктәптәре командалары призлы урындарҙы береһенә лә бирмәне. Слётта бер үҙе генә сығыш яһаған Белорет педагогия колледжы студенттары I урынды алды. Туристик слётта 1129 мәрәй йыйып, “А” класындағы 11 команда араһынан еңеүсе титулын 21-се мәктәп яуланы. Көслө командаларҙың береһе - 16-сы мәктәп командаһы, 24 мәрәйгә генә ҡалышып, II урынды алды. Ломовка мәктәбе III урынға сыҡты.
Э.Хәмзина.
А.Александров фотоһы.
Оставить комментарий