Вуздар баҙар ихтыяжын ҡәнәғәтләндерәме?

Бынан бер нисә йыл элек ул ваҡытта ил етәксеһе булған Дмитрий Медведев илебеҙҙә үҙен реализациялай алмаған юғары белемле белгестәрҙең, бигерәк тә юрист һәм иҡтисадсыларҙың кәрәгенән артыҡ күп булыуын билдәләп, Мәғариф министрлығына мәсьәләне яйға һалырға ҡушҡайны. Ул 1990 йылдарҙа юғары белем алыуға ѳҫтѳнлѳк бирелеүе арҡаһында урта белем ҡиммәттәренең түбәнәйеүе, юғары белемде бары тик "ҡатырға" ѳсѳн генә алып, аҙаҡ һѳнәре буйынса эшләмәүселәрҙең күбәйеүе хаҡында белдергәйне.
Был проблеманың күтәрелеүенә хәҙер байтаҡ ваҡыт уҙҙы. Бѳгѳн хеҙмәт баҙарында хәлдәр нисегерәк һуң? Мәғариф системаһы заман талаптарына ярашлы кадрҙар әҙерләйме, юғары уҡыу йорттарын тамамлаған белгестәр кәрәкме һәм иң мѳһиме - вуздарҙың компетенцияһы бѳгѳнгѳ баҙар ихтыяжына тура киләме?
90-сы йылдарҙа интеллигенция вә килдәренең эш хаҡы ябай эшселәрҙекенән күпкә әҙерәк булһа ла, вуз тамамлап, артабан тѳрлѳ офистарҙа эшләү мәртәбәле һаналды. Нәҡ шул арҡала һуңғы 25 йыл эсендә бик күп гуманитарийҙар, иҡтисадсылар, идара хеҙмәткәрҙәре әҙерләп сығарылды. Быға 90-сы йылдарҙа тыуым кимәленең түбән булыуын да ѳҫтәһәң, бөгөн эшсе ҡулдарға булған ихтыяжға ғәжәпләнергә лә кәрәкмәйҙер.
Мәғариф министрлығының эксперттары һәм вәкилдәре бөгөн иң кәрәкле һѳнәр эйәләренең уртаса йәше 55 тип билдәләй һәм уларға алмашҡа килерлек йәш кадрҙарҙың булмауын һыҙыҡ ѳҫтѳнә ала. Был хәлде белгестәр үҙҙәренсә аңлата: «Хеҙмәт баҙарында ниндәй һөнәргә ихтыяж булыуын дәүләт алдан уҡ белеп торорға һәм мәғариф системаһына ваҡытында үҙгәрештәр индереп, эшсе кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе буйынса стратегик талаптар ҡуйырға бурыслы. Техник һѳнәрҙәрҙең эшселәргә мохтаж булыуы, ә яңы кадрҙар әҙерләп сығарыусы техник тармаҡтың финанс яғынан артта ҡалыуы ла был проблемаға килтереүсе сәбәптәрҙең береһе», - тип һанай улар. Әлбиттә, юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә эйә булған кадрҙар әҙерләп кенә ыңғай һѳҙѳмтәгә ирешеп, ил иҡтисадын күтәреп булмай. Ошо белгестәрҙең артабан һѳнәре буйынса эшләүе, камиллашыуы мотлаҡ. Был йәһәттән мәғариф ѳлкәһенә генә түгел, ил етәкселегенә лә хәл итәһе мәсьәләләр күп әле. Ҡайһы бер нескәлектәрҙе күҙ уңынан ысҡындырыу сәбәплемелер инде, бѳгѳн эшкә дәғүә итеүселәрҙең 70 %-ы юғары белемгә эйә, ә тәҡдим ителгән ваканцияларҙың 80 %-ы эшсе белгестәр талап итә. Илгә ташсылар, иретеп йәбештереүселәр, токарҙар, слесарҙар, элек- триктар кәрәк. Был ҡытлыҡ ҡайһы бер вуздарҙың хеҙмәт баҙарындағы бөгөнгө ихтыяжды нисегерәк үтәүен дә асыҡ сағылдыра. Юғары нанотехнологиялар, инновациялар алға ҡуйылған ваҡытта йәшәһәк тә, заманса ҡоролмалар менән эш итә алырлыҡ белгестәр әҙерләгән, эшсе ҡулдар үҫтереп сығарған колледж, училищеларҙың баһаһын, абруйын бө- гөн күптәр танырға теләмәй. Илебеҙ эшсе ҡулдар етешмәй тип саң ҡаҡҡанда, һѳнәрселек училищеларының статусын үҫтереү ҙә ҡамасауламаҫ ине лә бит... Үкенескә ҡаршы, мотлаҡ юғары белем алырға тип күңелгә һеңдерелгән уй бѳгѳн дә ѳҫтѳнлѳгѳн юғалтмай. Шул арҡала һәләте булғаны ла, булмағаны ла нисек тә юғары белем алырға ынтыла.
ЮҒАРЫ БЕЛЕМ МѲҺИМЕРӘКМЕ, ӘЛЛӘ ЭШЛЕ БУЛЫУМЫ?
Бер нисә йыл элек: «Күптәрҙе һөнәрселек белеме ҡыҙыҡһындырмай. Ғә- ҙәттә, бындай уҡыу йорттарына ҡайҙа барырға белмәгәндәр килә һәм дәүләт уларҙы армияға киткәнсе йәки кейәүгә сыҡҡансы ғына тотоп торорға мәжбүр. Комбайн, трактор йөрөтөргә 3 йыл уҡыу кәрәкмәй, бер йыл да артығы менән етә», - тигән фекерҙәр ҙә белдерелгәйне. Күрәһең, был фекер эйәһе, һөнәрселек училищеларының социаль яҡтан да оло әһәмиәткә эйә булыуын аңлап етмәгән. Барыһының да яҡшы уҡымауын иҫәпкә алғанда, вузға инә алмағандарҙы артабан тәрбиәләү, уларҙы шәхес итеп үҫтереү ҙә етди мәсьәлә булыуын оноторға яра- майҙыр. Саҡ мәктәп тамамлаған 15-16 йәшлек үҫмерҙәр нәҡ ошонда нығына, оло тормош юлына баҫырға әҙерләнә. Бынан тыш, училище тамамлап, һөнәре буйынса эшләп йөрөүселәрҙә лә юғары белем алыу тураһында уй тыуыуы бар бит. Ә инде практика барышында бындай ҡарарға килеү, һөнәрең буйынса камиллашыу һәм уны теория менән нығытып ҡуйыу теләге икеләтә һөҙөмтәле буласаҡ. Әлбиттә, бер генә ата-әсә лә балаһын ябай эшсе булһын тип үҫтермәй, бар тапҡан-таянғанын тотоноп, нисек булһа ла уны уҡытырға, юғары белем бирергә тырыша. Һүҙ ҙә юҡ, белемле булыуҙы бер кем дә кире ҡаҡмай. Тик ҡайһы берәүҙәрҙең осон осҡа ялғап, ҙур ҡыйынлыҡ менән алған дипломының мәнфәғәтен күрә алмауы ғына күңелде ҡыра, сѳнки эш һорап ҡайҙа ғына мѳ- рәжәғәт итһәң дә, дипломыңа ѳҫтәп, 3 йыл хеҙмәт стажы булыуы талап ителә.
Тѳрлѳ ерҙә эшләп, ошо стажға эйә булыусыларҙы ла ҡуш ҡуллап кѳтѳп тормайҙар. Эш биреүселәрҙең береһе лә ғүмер буйы эшләп, үҙ урынында тамыр йәйгән тәжрибәле хеҙмәткәрен сығарып, йәш белгесте алырға уҡталмай. Әлбиттә, үҙ кимәлен, баҙар ихтыяжын белеп һѳнәр алғандар, һис шикһеҙ, уңышҡа ирешә. Әммә ҡайһы берәүҙәр ҡасандыр күпләп сығарылған топ-менеджер, юрист һәм иҡтисадсыларға бѳгѳн мохтажлыҡ булмауын да онотоп ебәрә һәм киләсәгенә яңылыш нигеҙ һала. Йәштәрҙең яңылыш юлдан китеүендә берәүҙәр һѳ- нәрселек училищеларының статусын күтәрә белмәгән, уны ваҡытында финансламаған һәм белгестәрен үҙаллы уҡытырға тырышҡан эре бизнес әһел- дәренә ниндәйҙер ташламалар яһамаған дәүләтте, икенселәре матбуғат саралары аша эре компанияларҙа эшләгән топ- менеджерҙарҙың бай тормошон маҡтаған, уларҙы заман геройы итеп күрһәтергә тырышҡан журналистарҙы ла ғәйепләй. Ваҡытында күрһәтелмәгән ярҙам, яңылыш йүнәлеш бындай уҡыу йорттарының абруйын төшөрҙө. Абруйы булмаған ерҙә бер кемдең дә уҡып һѳнәр алғыһы килмәй, былар иһә эшһеҙлек проблемаһына нигеҙ һалды, тип һанай улар.
Ысынлап та, элегерәк эшһеҙлек проблемаһы сит илдә генә була тип уйлағандар, күпмелер йылдан һуң был проблема беҙгә лә килеп ҡағылыр тип башына ла килтермәне. Юғары белем алып та эш таба алмаған йәштәрҙең күбеһе урынын бушатмаған пенсионерҙарға үпкәләһә, оло йәштәгеләр иһә дәүләткә үпкә белдереп, ғүмер буйы эшләп тә хәл итә алмаған социаль проблемаларын кѳйләргә тырыша.
ВУЗ ТАМАМЛАУСЫЛАР ҺӨНӘРЕ БУЙЫНСА ЭШЛӘРМЕ?
Бөгөнгө быуындың маҡсаты юғары белем алып, йылы урында эшләү булһа ла, мәғариф системаһында барған ин- новациялар, үҙгәрештәр был йәһәттән дә күп кенә ҡаршылыҡтар тыуҙырҙы. Тәү сиратта, бюджет бүлегенә эләгә алмағандар алдына аҡса мәсьәләһе килеп баҫһа, икенсенән, вузда уҡырға бѳтәһенең дә һәләте булмай. Шуға күрә быйыл мәктәп тамамлаған 20 мең абитуриенттың баҙар ихтыяжын дөрөҫ күҙаллап, ундағы хәлдәрҙе яҡынса 5 йылға булһа ла алдан самалап, кәрәкле кадрҙар булып сығыуын теләргә генә ҡала.
«Бѳгѳнгө йәштәр артыҡ амбициялы, бер кѳн дә эшләп ҡарамай, тәжрибәһе булмайынса эш хаҡы буйынса артыҡ ҙур талаптар ҡуя. Уларҙың ниндәйҙер юлдар менән алған «ҡатырғалары» ѳсѳн әллә күпме компания талашырға тейеш, тип яңылыша. «Нимә эшләй беләбеҙ» тип уйламай, ә һеҙ «тейеш» тип бара улар. Тәжрибәһеҙ кадрҙарҙы үҫтереп, өйрәтеп алыу өсөн былай ҙа ҙур сығымдар түгергә тура килә», - тип ризаһыҙлыҡ белдерә эш биреүселәр. Ә йәштәр, киреһенсә, бәләкәй генә эш хаҡына саманан артыҡ талаптар ҡуйған эш биреүселәрҙе ғәйепләй. Шул арҡала юғары белемлеләрҙең бары тик 18,5 %-ы ғына һѳнәре буйынса эшләп, ҡалғандары ҡайҙа етте шунда йѳрѳүҙе хуп күрә. Илдә иҡтисади кѳрсѳк барған ҡатмарлы осорҙа был ҡапма- ҡаршылыҡтар эшһеҙлек проблемаһын ғына ҡәтғиләштереп ҡалмай, ә ике яҡтағы конфликт һәм, һәр кемдең үҙ кеҫәһен генә ҡайғыртыуы арҡаһында, тағы бер социаль проблема - «конверттағы» эш хаҡтары барлыҡҡа килә. Уртаҡ тел таба алмау арҡаһында ил сәнәғәтен үҫтереү, импортҡа алмаш тауар етештереү ту- раһында һүҙ алып барыуы ла ҡыйын.
ҺАЛЫНҒАН СЫҒЫМДАР ҮҘЕН АҠЛАРМЫ?
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 3,3 мең колледж һәм техникум бар. Унда урта һөнәри белем биреү программаһы буйынса 2,8 млн. студент белем ала, 158 мең преподаватель белем бирә. Ә инде илдәге вуздар һаны 969, уларҙың филиалы - 1400. Унда 5,2 млн. кеше уҡый, 300 мең самаһы преподаватель уҡыта. Былтыр вузда һәм вуздан һуң белем алыу ѳсѳн дәүләт 537 млрд. һум самаһы аҡса сарыф иткән. Шул тиклем уҡыу йорттары булып, әллә күпме сығымдар һалып та эшсе кадрҙарға мохтажлыҡ кисереүебеҙ генә уйға һала.
Дмитрий Медведев 2016-2020 йыл- дарға мәғариф системаһына һалынған сығымдарҙы 20 трл. һумға тиклем арт- тырырға вәғәҙә иткәйне. Был сумма ил оборонаһына һалынған сығым менән тиң һаналды. Тик ҡуйылған маҡсатҡа анһат ҡына ирешеп булманы. Тѳрлө сәбәптәр менән 2016 йылға федераль бюджеттан «Мәғарифты үҫтереү» программаһына һалынған сығым 2015 йылдағынан 42,1 млрд. һумға кәмерәк булып, 404,89 млрд. һум тәшкил итте.
Шулай ҙа ышаныс кәмемәй, вәғәҙә ителгәнде ѳс йыл кѳтѳргә кәрәк, тигәнде иҫәпкә алһаң, ваҡыт та бар әле. Шуныһы үкенесле, дәүләт иҫәбенә белем алған студенттарҙың күбеһе бѳгѳн тыуған иленән ситкә китергә тырыша. Илдә врачтар, уҡытыусылар ғына тороп ҡала, тик уларҙың да 40 % самаһы ғына һөнәре буйынса эшләргә тырыша. Дөйөм алғанда, 80 %-тан ашыу йәш белгес сит илгә китергә уҡтала. Ә инде үҙебеҙҙең илдә лә артыҡ булмаған 90 % инженерҙың ситкә китергә тырышыуы тағы ла үкенеслерәк.
Бѳгѳн Рәсәй халҡы бары тик эш хаҡы юғары булған осраҡта ғына бер нәмәгә ҡарамай, яратмаған һѳнәре буйынса ла эшләргә әҙер. Барыһын да ситтәге мул тормош, юғары эш хаҡы ҡыҙыҡһындыра. Ғаиләһен, дуҫтарын ҡалдырырға теләмәгән 30 %, күсеү мә- шәҡәтенән ҡурҡҡан 20 % белгес кенә үҙ ерендә эшләргә риза. Кадрҙар агентлығы белгестәре әйтеүенсә, 70 % самаһы кеше һѳнәре буйынса эшләмәй. Һѳнәрен алыштырырға теләгәндәрҙең бары тик 3 %-ы ғына хыялын тормошҡа ашыра ала.
Шуныһы насар, мәғарифҡа һалынған сығымдарҙың емешен кәмендә 20 йыл үткәс кенә күрәсәкбеҙ. Модернизациялау, оптималләштереү процесы кисергән системала яңы стандарттар буйынса мәктәп тамамлап, вуз бѳткән белгестәр артабан һѳнәре буйынса эшләрме, ышанысты аҡлармы икәнен бары тик ваҡыт ҡына күрһәтәсәк.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий