Гөрләп үтте сәсәндәр байрамы

Гөрләп үтте сәсәндәр байрамы
Ҡунаҡсыл Бѳрйән районы быйыл да республиканың телһѳйәр, илһѳйәр балаларын үҙ еренә йыйҙы. «Урал батыр» эпосы XVIII республика бәйгеһе быйыл ун һигеҙенсе тапҡыр үтте. Уны Мәғариф министрлығы менән берлектә Бѳрйән район хакимиәте ойошторҙо.
«Урал батыр» эпосын яттан һѳйләү сараһында республиканың 27 район-ҡалаһынан йѳҙҙән ашыу йәш сәсән ҡатнашты. Сәсәнлектә кѳс һынаусылар йәш айырмалары буйынса ике тѳркѳмгә: V-VII һәм VIII-XI класс уҡыусыларына бүленде. Берәүҙәр эпосты яттан һѳйләүҙә кѳс һынаһа, икенселәре эпостан ѳҙѳктәр сәхнәләштереү буйынса ҡыҙыу бәйгелә ҡатнашты. Балаларҙың сығышын ғалим, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхмәт Сѳләймәнов етәкселегендәге жюри ағзалары баһаланы.
Икенсе кѳндө теленә, тарихына битараф булмаған илһѳйәр ба- лаларға Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскурсия ойошторолдо. Тѳштән һуң мәртәбәле сарала ҡатнашыусылар ҡорбан ашы ашап, һабантуй уйындары уйнаны.
Ѳс кѳн барған конкурста Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы менән Абҙаҡ мәктәбе уҡыусылары ла ҡатнашты һәм яҡшы һѳҙѳмтәләргә иреште. Был конкурсҡа эләгеү ѳсѳн уҡыусыларға район кимәлендә үҙ кѳсѳн һынап, иң яҡшылары булыуын күрһәтергә кәрәк ине. Районда уҙған конкурс һѳҙѳмтәләре буйынса Абҙаҡ мәктәбе уҡыусылары эпостан ѳҙѳктәр сәхнәләштереүҙә гран-при яулаһа, Учалы районында үткән тѳбәк конкурсында - II урын, ә башҡорт гимназияһының VII класс уҡыусыһы Ләйсән Үтәбаева (һүрәттә) иһә район конкурсында эпосты яттан һѳйләү буйынса - I , ә Учалынан II урын алып ҡайтты. Ләйсән республика конкурсында быйыл икенсе тапҡыр ҡатнашты. Былтыр ул II урын алып, Белорет данын арттырғайны.
Бѳрйәндә уҙғарылған сәсәндәр бәйгеһендә 27 команда араһынан абҙаҡтар тағы ла II урын яулауға иреште, ә Ләйсән Үтәбаева эпосты яттан һѳйләү буйынса III урын алды, Белорет командаһы дѳйѳм иҫәп буйынса III урынға сыҡты. Уҡыусылар ҡиммәтле бүләктәргә һәм дипломдарға лайыҡ булды.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий