Ҡышты йәй хәстәрлә

Муниципаль район хакимиәтендә Урал аръяғы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарының 2016- 2017 йылдың көҙгө-ҡышҡы миҙгеленә әҙерлеге һәм күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының кәңәшмәһе уҙҙы.
Тѳбәк кәңәшмәһендә Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь ху жалығы министры урынбаҫар- ҙары Дмитрий Масютин һәм Альфред Зиннәтуллин, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының торлаҡ мәсьәләһе һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса комиссия рәйесе Анатолий Дубовский, муни- ципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, Белорет, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән, Учалы райондарының, Сибай, Межгорье ҡала билә- мәләренең торлаҡ-коммуналь ху- жалыҡ буйынса бүлек һәм тармаҡ ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.
Көн тәртибендә район-ҡа- лаларҙың йылытыу миҙгеленә әҙерлеге, иҫкергән инженер сел- тәрҙәрен алмаштырыу, электр энергияһы менән тәьмин итеү, күп ҡатлы йорттарҙа капиталь ремонт уҙғарыу, быға тиклем асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү эштәре ҡаралды.
Район хакимиәте башлығы Владислав Геннадьевич ҡунаҡтарҙы райондың йәшәйеше, торлаҡ-коммуналь хужа- лыҡ торошо менән таныштырҙы. Хакимиәт башлығы билдәләүенсә, район-ҡалала коммуналь хужалыҡты ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә әҙерләү өсөн байтаҡ эштәр атҡарыла. Йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәре, канализация ла өлөшләтә яңыртыла. Ҡала урамдарына электр уттары үткәрелгән. Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса программаларҙы бойомға ашырыу сиктәрендә, ҡалабыҙҙа байтаҡ йорттар төҙөкләндерелә. Йылылыҡ миҙгеленә әҙерлек торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттары менән бергә атҡарылыуын әйтеп үтте, яуаплыларҙың хеҙмәттәрен юғары баһаланы. Артабан һүҙҙе Ѳфө ҡунаҡтары дауам итте. БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары Альфред Зиннәтуллин күп фатирлы йорттарҙа уртаҡ милекте капиталь ремонтлау, дөйөм йорт нормативтары мәсьәләһенә туҡталды. Альфред Зәки улы халыҡтан капиталь ремонт өсөн түләүҙәр йыйыуҙың һүлпән барыуын билдәләне. Сығыш яһаусы Учалы, Межгорье ҡалаларын, Әбйәлил районын маҡтап телгә алды. Урал аръяғы райондары араһына ҡараған был район- ҡалаларҙа күрһәткес республиканыҡына ҡарағанда юғарыраҡ - 90 % тәшкил итә. Ә башҡа район-ҡалаларҙа түләүҙәр йыйыу 50 %-ҡа ла етмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Йыл һөҙөм- тәһе буйынса 90 %-тан да ҡалмаҫҡа, халыҡ менән ныҡлап эшләргә кәрәклеген иҫкәртте. Төҙөкләндереләсәк йорттар һаны ремонт атҡарыуҙың күпме аҡса йыйылыуға туранан-тура бәйле булыуын айырым әйтеп үтте.
«БР төбәк операторы» ойош- ма-фонды вәкиле йыйылған аҡсаның бер урынға тупланып, уларҙы нисек эффектлыраҡ файҙаланыуы алдан уҡ билдәләнеүен, ремонттың сифатлы атҡарылыуын төп талап итеп ҡуйылыуын, район халҡынан йыйылған аҡсаның икенсе район-ҡала йорттарын ремонтлауға тотоноп булмауын әйтеп китте.
Республика ҡала-райондарының ҡыш миҙгеленә әҙерлеген тикшереү һөҙөмтәләре менән Торлаҡ-коммуналь хужалығының министр урынбаҫары Дмитрий Масютин таныштырҙы. Ул үткән миҙгелдә райондарҙа билдәләнгән етешһеҙлектәр, уларҙың ҡайһылары әле һаман бөтө- рөлмәүенә баҫым яһаны. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ пред- приятиеларының энергия ресурстары менән тәьмин итеүселәр алдындағы бурыстарын ҡаплау мәсьәләһен күтәрҙе. Дөйөм алғанда, республика буйынса ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек билдәләнгән графикка ярашлы бара. Район-ҡалаларҙағы был эш контроль аҫтында. 15 сентябргә тиклем әҙерлек паспортын алыуға өлгәшеү өсөн Дмитрий Геннадьевич район вәкилдәрен төҙөкләндереү эштәрен әүҙемләштерергә саҡырҙы. Урындағылар дәүләттән ярҙам көтмәй, мәсьәләне үҙ- аллы хәл итергә тырышырға тейеш, тине сығыш яһаусы. Бының өсөн төрлө баҫмалар, телевидение аша, йыйылыштар ойоштороп, халыҡ менән дә әүҙем аңлатыу эше алып барырға кәрәк. Ваҡыт һанаулы, ә башҡараһы эштәр күп, тине ул.
Йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе Анатолий Николаевич Дубовский үҙәктәр эшенә байҡау яһаны һәм урындағы үҙәк етәкселәренә сертификаттар тапшырҙы.
Торлаҡ-коммуналь хужалығы системаһының тотороҡло эшләүенә хеҙмәттәр һәм ре- сурстар менән ҡулланыусыларҙың йыйылған байтаҡ бурыстары ҡамасаулай. Ҡайһы бер район-ҡалаларҙың электр, газ өсөн бурысы ҙур булыуы билдәләнде.
Был йәһәттән “Газпром- межрегион”, Башҡортостандың Энергия һатыу компанияһының һәм башҡа тармаҡ объект- тарының төбәк етәкселәре торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙың нисек эшләүе, ҡаҙа- ныштары, бурыстары, юл карталары тураһында һөйләп үтте.
Кәңәшмәлә ҡатнашҡан Урал аръяғының 10 район-ҡала вәкилдәре күп фатирлы йорттарҙың хәл торошо, ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек эштәренең ниндәй кимәлдә булыуы, ресурстар һәм хеҙмәт өсөн бурыстар буйынса отчет бирҙе.
Дөйөм алғанда, тармаҡ объекттарын 2016-17 йылғы көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерләү график буйынса бара. Белорет ҡала-районында ла йылытыу миҙгеленә әҙерлек 45 %-ҡа үтәлгән. Әле ҡаҙанлыҡтарҙы ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә әҙерләү дауам итә.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Оставить комментарий