Тарихты йәш быуынға тапшырып

Тарихты йәш быуынға тапшырып
Сосновкалар ауылдарына нигеҙ һалыныуҙың 80 йыллыҡ юбилейын байрам итте.
Һәр ауылдың бай, шанлы тарихы бар. Уларҙы ҡайһы берҙәренең тамыры әллә ҡайҙа быуаттар тѳпкѳлѳнә барып тоташа, ә инде ошонда тыуған данлыҡлы кешеләр, арҙаҡлы шәхестәр был тарихты тағы ла нығыраҡ тулыландыра, байыта һәм икенсе быуынға тапшырып, матур бер сылбыр булдыра. Нәҡ ошо кѳндә үткәндәргә байҡау яһала, киләсәккә пландар барлана, уңыштар, ҡаҙаныштар телгә алына.
Байрамға ситтә йәшәгән ауылдаштар, күрше ауылдар, мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылды. Бѳгѳн Сосновка районда иң үҫешкән, перспективалы, матур киләсәгенә ҙур ѳмѳт бағланған ауылдарҙың береһе. Унда 915 кеше йәшәй, 295 хужалыҡ бар, күп балалы ғаиләләр һаны - 10, былтыр 19 бала тыуған.
Байрам сараһы хакимиәт йорто алдындағы майҙанда башланды. Ҡунаҡтарҙы мәҙәниәт йорто, ауыл китапханаһы, балалар баҡсаһы ҡуйған тирмә һәм бурамаларҙа йола буйынса икмәк-тоҙ, йыр-бейеү менән ҡаршы алдылар.
Тѳшкѳ сәғәт 12-лә байрам үтәсәк майҙанда һатыу палаткалары, тѳрлѳ спорт уйындары башланды. Ә комиссия ағзалары «Ѳлгѳлѳ йорт» конкурсы буйынса эшкә тотондо. Конкурста бѳтәһе 9 ѳй һәм 4 урам ҡатнашты. Тәүгеләрҙән булып Совет урамында йәшәгәндәр ҡаршы алды. Улар үҙ урамдары, абруйлы кешеләре менән таныштырҙы һәм иң оло инәйҙәрен - байрам кѳндѳ 95 йәшен тултырған Камилә Сәлимйәнованы ҡотлап, бүләк бирҙе. Социалистик урамында элек-электән вазифалы, абруйлы кешеләр йәшәгән. Был урам бѳгѳн дә үҙ абруйын тѳшѳрмәй, тирә-яҡ таҙа, йорт- ихата тирәләре ѳлгѳлѳ. Балаларҙың күп булыуы, уларҙың да урам менән бергәләп үткәрелгән сарала әүҙем ҡатнашыуы йәш быуынға иғтибар ҙур булыуын күрһәтте. Мәктәп урамы намыҫын Фәнилә менән Динислам Мусиндар ғаиләһе яҡланы. Улар ауылдың 80 йыллығына арнап, таҡмаҡтар сығарған һәм шулай уҡ ѳҫтәл тултырып милли аш-һыу әҙерләгән. Гѳлсимә менән Азамат Мѳхәмәтйәровтар ғаиләһе ҡунаҡ ҡаршылаған арала халҡыбыҙҙың бар менталитетын - ҡунаҡсыллығын, йыр-бейеүгә маһир, аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫта булыуын күрһәтергә ты- рышҡан. Йорттоң тирә-яғын ситән менән уратып алыу, ихата эсен сигелгән таҫтамалдар, ҡо- рама түшәктәр менән биҙәү, урындыҡ ѳҫтѳнә һандыҡ ултыртып ҡуйыу ҙа, аҫылған ҡаҙан, йырлап ултырған самауыр һәм хатта бер ситтә тыныс ҡына бесән ашап торған ат та башҡорт донъяһын бар ысынбарлығында сағылдырҙы. Йәштәр урамы ла конкурсҡа ныҡлап әҙерләнгән. Бәләкәй генә балалар майҙансығы эшләнгән, тѳрлѳ ҡул эштеренең күргәҙмәһе ҡуйылған. Улар ошо урамда йәшәгән кешеләрҙең йәшәйеше, уртаҡ башҡарылған эштәр, ѳмәләр тураһында һѳйләне, ауылдың йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнашҡан кешеләрен билдәләне, урамдағы иң оло кешене, иң кесе баланы, юбилейҙарын үткәреүселәрҙе телгә алып, уларға бүләктәр тапшырҙы. Балаларҙың концерт номерҙары менән сығыш яһауы сараға айырыуса ҙур йәм ѳҫтәне. Трактовая урамында йәшәгәндәр берҙәмлеге, тѳрлѳ милләт араһында булдырылған дуҫлыҡтары менән айырылып торҙо. Был урам ишле ғаиләләрҙең күплеге, әүҙемлеге менән дә иғтибарҙы йәлеп итте. Һәр ѳйҙә тиерлек ѳс йәки биш бала тәрбиәләнә. Урам ауылда уҙғарылған конкурстарҙа, сараларҙа бер ваҡытта ла бере селекте бирмәй, гран-при яулай. Урамдаштарҙың дуҫлығын, татыулығын урам уртаһына эшләнгән ҙур сәхнә лә күрһәтә. Нәҡ ошонда бала тыуыу, тыуған кѳндәр һәм башҡа тѳрлѳ байрамдарҙы бѳтәһе бергәәп, күңелле итеп уҙғара. Трактоваяныҡылар ҡунаҡтарҙы урам осона сығып, аттар менән ҡаршы алды. Ағастан эшләнгән, бәйләнгән, сигелгән ҡул эштәре күргәҙмәһе ауылдаштарҙың дәртен генә түгел, оҫталығын да асып биреүгә ярҙам итте. Үҙ урамы тураһында шиғыр һѳйләгән, әле уҡырға ла бармаған 5 йәшлек Йәмил Ҡәҙерғоловтың: «Мин улай шым ғына һѳйләй алмайым», - тип микрофон һорап алыуы иһә, ошо урамдың үҙен ысын хужаларса тойған, һүҙен ҡысҡырып әйтә белгән кѳслѳ быуыны үҫеп килеүен дә күрһәтте. Ә бына Дачная урамыныҡылар байрамға ҡарата тирмә ҡороп, ҡаҙандар аҫып ҡына ҡалмаған, ә бынамын тигән балалар майҙансығы ла эшләп ҡуйған. Бѳгѳн матур итеп биҙәлгән, кәртәләнгән ошо майҙансыҡта балалар тауышы- ның гѳрләп тороуы ололарҙың кескәйҙәргә ҡарата битараф булмауына ла дәлил булды.
Шулай итеп, конкурс һѳҙѳм- тәләре буйынса, Социалистик урамы «Спортҡа һѳйѳү ѳсѳн», Йәштәр урамы «Ижадҡа һѳйѳү ѳсѳн», Трактовая урамыныҡылар «Иң дуҫ урам», Дачная урамы «Быуындар бәйләнешен һаҡлаған ѳсѳн» номинацияларында билдәләнде.
Тарихты йәш быуынға тапшырып
«Ѳлгѳлѳ йорт» конкурсында Илүзә менән Ғилфан Ҡәҙерғоловтар, Гѳлсимә менән Азамат Мѳхәмәтйәровтар - I урынға, Айгѳл һәм Илфат Зикриндар - II, Фәнилә менән Динислам Мусиндар - III урынға лайыҡ булды. Ә Сания менән Мәжит Әҡсәновтар «Оло быуынға ихтирам ѳсѳн», Фәнүзә һәм Нурғәли Низамутдиновтар «Ѳлѳлѳ ихата ѳсѳн», Нәбирә менән Ғата менән Нәбирә Мохтаровтар «Гүзәллеккә һѳйѳү ѳсѳн», Лариса менән Хәмит Шәрәфетдиновтар «Яҡшы дизайн ѳсѳн», Фәймә менән Юныс Мансуровтар «Изге эштәргә инициатива ѳсѳн» номинацияларында бүләкләнде.
Кѳрәштә, 55 килограмдан ҙурыраҡ ауырлыҡ категорияһында уҙған ололар араһында, ошо ауылдан Азамат Мѳхәмәтйәров ал бирмәне һәм бүләккә һарыҡ алды. II урынға Рәил Әхмәҙин, III урынға Денис Әҙелмырҙин сыҡты. 45 килограмға тиклемге ауыр- лыҡ категорияһында V-VII клас уҡыусылары араһында I урын Данил Карповҡа, II урын - Эдгард Абдияновҡа, III урын Арслан Ғариповҡа, ә 35 килограмға тиклемге II-V класс уҡыусылары араһынан I урын Арслан - Ҡәҙерғоловҡа, II урын - Айнур Мохтаровҡа, III урын - Данир Сѳнәғәтовҡа бирелде.
Киске сәғәт 7-лә байрамдың рәсми ѳлѳшѳ башланды. Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Айгиз Динислам улы Мусин барыһын да матур байрам менән ҡотлағас, һүҙ муниципаль район Советы рәйесе Евгений Яковлевич Карепановҡа бирелде. Ул Сосновка ауылының данлы үткәненә, ѳмѳтлѳ бѳгѳнгѳһѳнә байҡау яһаны, яуланған уңыштарҙы, ҡаҙаныштарҙы маҡтап телгә алды. Улар яңы ѳйләнешкән йәштәр - Фәнзилә һәм Айваз Йосоповтарға, ауылдың иң оло кешеһе Камила Сәлимйәноваға, улдары тыуған Ләйсән менән Денис Заһритдиновтарға бүләктәр тапшырҙы. Ауылдың 80 йыллыҡ юбилейына ҡайтҡан ҡунаҡтарға шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай депутаты Юрий Щевелев, иҡтисад фәндәре кандидаты, Екатеринбург ҡалаһының Урал территориаль идаралығы иҫәпләү үҙәгенең директоры Динислам Синәғәтуллин, Сосновка ауылында зоотехник булып хеҙмәт юлын башлаған, элекке «Заря» колхозының партком секретары Харис Һаҙыев, психология фәндәре кандидаты, Сибай башҡорт дәүләт университетының педагогика кафедраһы доценты, мәғариф алдынғыһы Зинфира Дәүләтбаева, Сосновка ауылы ветераны Шайхрахман Синәғәтуллин да ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Тантаналы сара барышында муниципаль район хакимиәтенең финанс идаралығы начальнигы Әминә Тимербай ҡыҙы Зияитдинова «Иң яҡшы урам», «Ѳлгѳлѳ йорт» конкурсында еңеүселәрҙе иғлан итеп, Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырҙы. Артабан Айгиз Динислам улы ауылдың йәмәғәт тормошонда, мәҙәниәтендә ҡайнап йәшәгән әүҙем кешеләрен ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән билдәләп үтте.
Байрам сараһы ҡала Мәҙәниәт һарайының иң яҡшы ижади коллективтарының һәм күрше ауылдарҙан килгән үҙешмәкәр артистарҙың концерты менән дауам итте һәм фейерверк менән тамамланды.
Һуңғы йылдарҙа тѳрлѳ байрам сараларын үткәреү буйынса халыҡта ике тѳрлѳ ҡараш барлыҡҡа килгән. Берәүҙәре быны хуплаһа, икенселәре, мәҙәни саралар ойоштороуҙы ваҡыт һәм аҡса сарыф итеү тип ҡарай. Ә бит нәҡ ошондай байрамдарға әҙерлек барышында йорт-ҡуралар тәртипкә килтерелә, юлдар, күперҙәр тѳҙѳкләндерелә, ауыл матурая һәм иң мѳһиме - халыҡ бергә туплана, уртаҡ проблемаларҙы хәл итеүгә ылыҡтырыла, улар араһында берҙәмлек, татыулыҡ булдырыла. Сосновка ауылының 80 йыллығын үткәреүгә лә ауыл хакимиәте, балалар баҡсаһы, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр һәм ауылдың активистары бик күп кѳс һалды. Байрамға арнап, «Үҙ еремдең үткән ғүмере» китабын сығарыусыларҙың (авторы Гѳлсѳм Мостафина) Һәм «Сосновка: Кисә, бѳгѳн һәм иртәгә» кинофильмын тѳшѳрѳүселәрҙең (режисеры Игорь Калугин) тырышлығын, ҡунаҡтар ѳсѳн байрам аҙағына тиклем эшләгән музейҙың (Ғәлимә Иҫәнбаева) әһәмиәтен дә юғары баһаларға мѳмкин. Әллә күпме тарих туплаған был китап менән фильм киләсәк быуын ѳсѳн дә оло байлыҡ буласаҡ. Шуға күрә, тѳрлѳ байрамдар ойоштороп, халыҡты бергә туплаған, үткәндәребеҙҙе киләсәккә тапшырған ойоштороусыларҙың хеҙмәтен бары тик маҡтап ҡына телгә алырға кәрәк.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.
Автор фотолары.

Оставить комментарий