Имтихан биреп, уңаңмы-туңаңмы?

Имтихан биреп, уңаңмы-туңаңмы?
Белем донъя асҡысы - дәрәжә баҫҡысы, ти халыҡ. Сығарылыш класы ѳсѳн һынауҙар артта ҡалды. Мәктәпте тамамлаусылар Берҙәм дәүләт имтихандарының һѳҙѳмтәһен ҡулына алғандан һуң, документтарын теләгән уҡыу йорттарына тапшыра башланы. Рәсәй вуздары менән бер рәттән республиканың юғары уҡыу йорттары ла абитуриенттарҙан документтар ҡабул итә. Хәҙерге юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһын ѳлкәнерәк ағай-апайҙар һәм ата- әсәләрҙең үткәндәре менән сағыштырып булмай, әлбиттә. Элегерәк абитуриенттар аҙналар буйына уҡыу йорттары тупһаларын тапап, тѳрлѳ һынауҙар үтергә мәжбүр булһа, әлеге ваҡытта сығарылыш уҡыусыларына Берҙәм дәүләт имтиханы биреп, сертификаттарын күрһәтеү ҙә етә. Балдар юғары икән, теләгән уҡыу йортона инеү мѳмкинлеге лә юғары була, ә түбәнерәк булһа, сиратты кѳтѳргә тура килә.
Быйылғы сығарылыш уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиха- нын нисек тапшырған һуң? Берҙәм дәүләт имтиханына һѳҙѳмтәләр барланды. Республика мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусылар эштәрҙе уҙған йылдарға ҡарағанда яҡшыраҡ биргән. Комиссия вәкилдәре билдәләүенсә, быйыл профиль йүнәлештәге математиканы уҡыу- сылар былтырғыға ҡарағанда, күпкә уңышлыраҡ тапшырған. Тәбиғи-фәнни йүнәлештәге фәндәр буйынса Берҙәм дәүләт имтиханының яҡшы һөҙөмтәләре билдәләнде.
Белорет муниципаль район биләмәһендә 574 кеше БДИ тапшырыу буйынса теркәү үткән. Ике имтихан ҡабул итеү пункты булдырылып, норматив талаптарына, урта дѳйѳм белем биреү программаһына ярашлы, дѳйѳм дәүләт им- тихандары материалдары, видеокүҙәтеү, металл эҙләү һәм башҡа системалар менән тулыландырылды. Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға ғариза биргән 546 кеше теркәлһә лә, 6-һы педагогик совет ҡарары менән дѳйѳм дәүләт имтиханына индерелмәне. Элекке йылғы 28 сығарылыш уҡыусыһының 18-е генә БДИ-ла ҡатнашты.
Профилле математика буйынса һөҙөмтәләр былтырғынан яҡ- шыраҡ. 398 кеше профилле математиканы һайлаған. 2013/14 йылғы сығарылыш уҡыусылары 41,5 % урта балл йыйһа, 2014/15 уҡыу йылында балл 36,9 %-ҡа тѳшкән. Дѳйѳм балл 43,7 %-ҡа еткән. 6 уҡыусы юғары балл (81- ҙән күберәк) йыйған. Иң юғары балл былтыр 98 булһа, быйыл иһә 90 балл.
База кимәлендәге математикаға килгәндә, бында ла ыңғай динамика күҙәтелә. 531 уҡыусы был фәнде тапшырған, урта балл - 4.
Тағы ла бер мотлаҡ фән - рус теле. Уртаса балл - 63,2 (538 уҡыусы тапшырған). Һуңғы ѳс йыл менән сағыштырғанда һѳҙѳмтәләр яҡшыра бара. 49 уҡыусы яҡшы балл йыйған. Былтыр 100 балға яҙыусылар булһа, быйыл иң юғары балл - 93.
Йылдағыса йәмғиәтте ѳйрәнеү фәненән имтихан тапшырырға теләүселәр байтаҡ. Был фәнде быйыл 261 (урта балл - 47,5 %) кеше һайлаған. Үкенескә күрә, һуңғы ѳс йылда урта балдың түбәнәйеүе күҙәтелә. Ике йыл буйына һѳҙѳмтә үҙгәрмәй. Иң юғары балл - 84, уны бер уҡыусы йыйған. Физика фәнен 195 уҡыусы биргән. Былтырғы сығарылыш уҡыусылары фи- зиканан кѳслѳрәк булып, ур- таса 49 балл алһа, быйылғы сығарылыш уҡыусылары саҡ ҡына ҡалышып 48,5 балл йыйҙы. 4 уҡыусы 81-ҙән артыҡ балл йыйһа, иң юғары балл үҙгәрешһеҙ ҡалып - 96-ны тәшкил итә. Биологияны 124 кеше һайлаған. Быйыл уҡыусылар былтырғы сығарылыш уҡыусыларына ҡа- рағанда, яҡшыраҡ һѳҙѳмтәләргә ирешкән. Урта балл - 54,6. Биология фәненән дә иң юғары балл үҙгәрмәй, 95 ҡала килә. 9 уҡыусы яҡшы һѳҙѳмтәләргә ирешкән (81-ҙән артыҡ). Техник юғары уҡыу йорттарына инеү ѳсѳн химия фәне лә кәрәк буласаҡ. Быйыл химия фәненән имтиханды 102 уҡыусы тап- шырған. Ѳс йыл эсендә урта балдың тѳшѳүе күҙәтелә. 3 кеше имтиханын яҡшыға тапшырһа, иң юғары балл да үҫкән - 90-дан 94-кә менгән. Информатиканан 76 уҡыусы имтихан биргән. Ѳс йылда һѳҙѳмтәләр үҙгәреп тора, 2013/14 уҡыу йылында урта балл 56,2 %-ты тәшкил итһә, быйыл - 51 %. 2 кеше 81-ҙән артыҡ балл йыйған. Иң яҡшы балл былтыр - 98 булһа, быйыл иһә - 88. Тарихты - 70 (урта балл - 45,7 %), географияны - 27 (57,5 %), әҙәбиәтте - 25 (57,16 %) һәм инглиз телен 17 (64 %) уҡыусы һайлаған. Ѳс йылда тарих, әҙәбиәттән, инглиз теленән белем кимәле артыуы күҙәтелһә, географиянан 64,7 %-тан 57,5 %-ҡа тѳшкән. География, әҙә- биәт, тарих фәндәренән 1-әр уҡыусы 81 балдан артыҡ йыйған. Инглиз теленән 2 кеше юғары белем кимәлен күрһәткән. Ике йыл менән сағыштырғанда, әҙәбиәттән иң юғары балл 91 (былтыр - 78), тарих - 84 (былтыр - 77). Үҫеш күҙәтелә. Инглиз теленән ике йыл дауамында юғары балл 90 булып ҡала килә. География фәненең иң юғары балы былтыр 89 булһа, быйыл ике балға түбәнерәк.
Башҡортостанда 39 кеше 100 балл туплаһа, быйыл ҡала-районда юғары балға ѳлгәшеүселәр юҡ. Белорет ҡалаһы һәм районында быйыл иң юғары балл - 96.
Дөйөм алғанда, республикала Берҙәм дәүләт имтиханы объектив һәм тотҡарлыҡһыҙ үтте. Алты тәртип боҙоу осрағы теркәлде, уларҙың эштәре юҡҡа сығарылды.
Э.ХӘМЗИНА.
Оставить комментарий