Футболһыҙ йәй булмай

Футболһыҙ йәй булмай
Сосновка балалары нәҡ шулай тип хәл итте һәм ауыл мәҙәниәте йортоноң йәйге ялды ойоштороу штабында үҙ пландарын тѳҙѳнө. Улар бит Сосновка- ла йәй үткәреү, ауыл кубогына турнир ойоштороу тураһында ҡыш буйы бушҡа ғына хыялланманы. Былтырғы уйында еңгән команда малайҙары йәй етеүен бигерәк тә түҙемһеҙләнеп кѳттѳ.
Шулай итеп, кѳтѳп алған мәл дә етте. Тәүге кѳндә ѳс команда уйнаны. Капитандар Вилдан Ҡәҙерғолов, Данил Карпов, Богдан Попов үҙ командаһын сәмле ярышҡа әҙерләне. Турнир башланған кѳндѳ уйынсыларҙы ауыл мәҙәниәте йорто директоры, кѳйәрмәндәр ҡотланы. Йәйге ял буйынса штаб начальнигы Вадим Мѳхәмәтйәров ярыш ҡағиҙәләрен аңлатты, уйында айырылып торған йәш футболсыларҙың төрлө номинацияла билдәләнәсәген белдерҙе. Р.Н. Шәйхулов уйындың судьяһы булды.
Тәүге кѳндә Д. Карповтың «Ҡара арыҫландар» командаһы айырылып торҙо. Был ко- манданың ҡапҡасыһы Роман Стулов «Иң яҡшы ҡапҡасы» номинацияһында билдәләнде. Эдгард Әбдиәнов - «Иң яҡшы һаҡсы». Родион Мѳхәмәтйәров менән Данила Матвеев «Иң яҡшы һѳжүм итеүсе» булып танылды. Уйын барышында травма алған Даниланы Самат Йәнгәрәев алыштырҙы. Команда дѳ- йѳм иҫәп буйынса 6 мәрәй йыйып, Вилдан Ҡәҙерғоловтың һәм «Инферно» командаһын 3 мәрәйгә уҙып китте.
Икенсе кѳндѳ финалда «Ҡара арыҫландар» менән «Инферно» командаһы уйнаны. Уйынсыларҙы Данила Матвеев хѳкѳм итте, ә Ю.М. Игунин футболсыларҙы дәртләндереп торҙо. Тәүге кѳндө иҫәп тигеҙ ине, шуға күрә уйынды дауам итергә кәрәк булды. Уйын барышында еңеүселәр тиҙ билдәләнде. Тәүҙә «Инферно» командаһы ярты сәғәттәй ѳҫтѳнлѳктѳ бирмәһә, уйын аҙағында иҫәп 6:4 ине. Кескәйҙәр командаһы йылғырыраҡ булып сыҡты һәм шул арҡала күсмә Кубок та нәҡ улар командаһына эләкте.
Еңеүселәр ауыл хакимиәте һәм мәҙәниәт йорто әҙерләгән бүләктәргә эйә булды. «Инферно» командаһында уйнаған ҡыҙҙар - Даша Лысенкова менән Алина Шәйхулова ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы, улар ҙа иҫтәлекле бүләктәргә эйә булды.
Балалар икенсе йылда ла ошондай уйын үткәрергә хәл итеп, киләһе йәйҙең дә фут- болһыҙ үтмәйәсәгенә ышанып, уйындан ҡәнәғәт таралышты.
Гѳлсѳм МОСТАФИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий