Ауылда ла лайыҡлы белем алырға була

Ауылда ла лайыҡлы белем алырға була
Быйыл Берҙәм, дөйөм дәүләт имтихандары йомғаҡтары буйынса, район-ҡалабыҙҙа компьютер һәм Егәҙе мәктәптәре, 14-се гимназия уҡыусылары яҡшы һѳҙѳмтәләр күрһәткән. Тѳпкѳлдә урынлашҡан ауыл мәктәбенең уңыштары һәм тормошо менән яҡындан танышыу маҡсатында, Егәҙе урта белем биреү мәктәбе директоры, педагогия фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының дѳйѳм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Нурия Мәүлижан ҡыҙы ШАҺИМОРАТОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
► Нурия Мәүлижан ҡыҙы, Егәҙе мәктәбе дәүләт, йомғаҡлау имтихандары буй- ынса быйыл ҡаланың кѳслѳ иҫәпләнгән мәктәптәрен дә артта ҡалдырып, иң яҡшы ѳс мәктәп иҫәбенә инде. Был уңышҡа ирешеүҙең сере нимәлә?
- Егәҙе мәктәбенең 120 йыллыҡ тарихы бар. Әлеге ваҡытта беҙҙә Егәҙе һәм Ботай ауылдарынан 79 бала белем ала. Уҡытыусылар коллективы 16 кешенән тора һәм улар барыһы ла юғары белемгә эйә, стажлы, тәжрибәле педагогтар. Уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары Мәрйәм Хәсән ҡыҙы Ғәлиуллина “Рәсәй Федерацияһының дѳйѳм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре” исемен йөрөтә, биология уҡытыусыһы Николай Герасимович Сергеев Рәсәй Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән.
Ауылда ла балаларға ҡала мәктәптәренән кәм булмаған белем биреү йәһәтенән ҙур эш алып барыла. Имтихан- дарға ныҡлап әҙерләнәбеҙ, был йүнәлештә уҡыу йылы башынан ата-әсәләр менән тығыҙ эшләй- беҙ. Социаль педагог Светлана Ивановна Быкова һәм Рәмзиә Радик ҡыҙы Сафуанова етәксе- легендәге ата-әсәләр комитеты ауыр холоҡло балалар, имен булмаған ғаиләләр менән бәйлә- неште ѳҙмәй. Беҙ ауыл хакимиәте менән бергә рейдтар ойошторабыҙ. Имен булмаған ғаиләләр менән эшләүгә ныҡлап тотондоҡ, сѳнки ѳйҙә тәртип булмайынса, бала яҡшы ѳлгәшкә ирешә алмаясаҡ.
Рус теле һәм әҙәбиәтенән - Таңһылыу Шәрифулла ҡыҙы Баҡыева, математиканан Ләйсән Мәсғүт ҡыҙы Ғиниәтуллина бе- лем бирә. Улар йыл буйы имтихандарға әҙерләнеү йүнәлешен- дә эҙмә-эҙлекле эшләй.
Быйыл IX класты - биш, XI класты ете бала тамамланы. Улар уҡыу буйынса 100 процент уңышҡа, ә имтихандар буйынса 80 процент һѳҙѳмтәгә иреште.
Белемгә нигеҙ башланғыс кластарҙа һалына. Беҙҙә тәжрибәле, кѳслѳ башланғыс класс уҡытыусылары эшләй: Гѳлдәр Мәғдис ҡыҙы Ҡотлобаева, Илмира Хәмзә ҡыҙы Хилялова, Мәүфилә Иҡсан ҡыҙы Баязитова.
Профессор, философия фәндәре докторы Самат Абдрәхим улы Мѳхәмәтйәнов менән осрашыу үткәрҙек. Ул уҡытыусыларға Федераль дәүләт мәғариф стандарттары буйынса консультация бирҙе.
►Бала һәр яҡлап үҫешһен ѳсѳн ниндәй саралар күрелә?
- Эшкә килгәс тә был йүнәлештәге эшкә айырыуса иғтибар бирҙем. Беҙҙең мәктәптә балалар һәр яҡлап камиллашһын ѳсѳн бѳтә шарттар ҙа бар. Компьютер класы эшләй, химия, биология һәм башҡа кабинеттар, спортзал тулыһынса йыһазландырылған. Спорт секциялары, әҙәбиәт, бейеү, музыка түңәрәктәре эшләп килә. Мәктәп мәҙәниәт йорто һәм китапхана менән тығыҙ бәйләнеш тота. Ашханала туҡланыу яҡшы ойошторолған. Балалар ѳсѳн тѳрлѳ экскурсиялар үткәрәбеҙ. Һарытау ҡалаһынан планетарий саҡырҙыҡ, балалар космос менән яҡындан танышты. Динопаркка барҙылар, аквапаркта ял итеп ҡайттылар. Коллектив менән Арҡайымға барҙыҡ, Әүеш күленә сәйәхәт ҡылдыҡ.
Балаларҙа илһѳйәрлекте тәрбиәләү маҡсатында ДОСААФ-тың Белорет автомәктәбе коллективы менән осрашыу үткәрҙек. Егәҙе ауылынан сыҡҡан кинорежиссер Евгений Калугинды саҡырҙыҡ. Балалар “Мин Ржев эргәһендә үлтерелдем” фильмын ҡарап, яҡташыбыҙ менән аралашты. Шулай уҡ Бѳйѳк Еңеүгә арналған конкурста ҡатнашып, район мәктәптәре араһында III урын яуланыҡ.
Былтыр Егәҙе мәктәбенә Республика Башлығы Рѳстәм Хәмитов менән мәғариф министры килде. Мәктәпте, музейҙы оҡшаттылар. Әйткәндәй, мәк- тәптә музей эше яҡшы ойошторолған. Миңлегѳл Мостафа ҡыҙы Тѳхвәтуллина музейға бай материал йыйған. Беҙ уға рәхмәтбеҙ.
Ойоштороусыбыҙ, инглиз теле уҡытыусыһы Розалия Радик ҡыҙы Зарипованан да уңдыҡ, мәктәптә үткән сараларҙы һәр саҡ юғары кимәлдә ойоштора. Ѳс йыл буйы мәктәп янында йәйге һауыҡтырыу лагеры эшләй. Быйыл 30 бала ял итте.
► Яңы уҡыу йылына мәктәп әҙерме?
- Һуңғы ѳс йылда мәктәптә ыңғай үҙгәрештәр күп булды. Ме- белдәрҙе ѳлѳшләтә яңырттыҡ. Ата-әсәләр, уҡытыусылар ярҙа- мында ремонт эшләнек. Каби- неттарға яңы люстра, ҡорғандар алдыҡ. Оҫта ҡуллы Николай Ге- расимович мәктәпте биҙәне, яңы стендтар эшләне. Мәктәп янындағы баҡсала картуф, кишер, кәбеҫтә, сѳгѳлдѳр, тѳрлѳ сәскәләр үҫтерәбеҙ. Ғѳмүмән, беҙҙең мәктәп яңы уҡыу йылына әҙер.
► Нурия Мәүлижан ҡыҙы, әңгәмәгеҙ ѳсѳн рәхмәт. Яңы уҡыу йылында ла бейек үрҙәр, ҡаҙаныштар теләйбеҙ.
Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.
Оставить комментарий