Эх, ҡымыҙы ла, ҡымыҙы!

Эх, ҡымыҙы ла, ҡымыҙы!
Ата-бабаларыбыҙҙың яратып эскән ҡымыҙы бѳгѳн дә үҙенең баһаһын юғалтмай. Ҡымыҙҙың шифаһын белгән һәр кем уны йәйен рәхәтләнеп эсеп ҡалырға тырыша. Шуға ла ҡымыҙ етештереүселәр араһында продукциялары үтмәүгә зарланыусыны осратмаҫһың. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халҡыбыҙҙың тѳп бренды булырлыҡ ризыҡты етештереүгә ауыл халҡы әллә ни иғтибар бирмәй. Ә шулай ҙа, ҡымыҙсылыҡ менән шѳғѳлләнә башлағандар, әҙләп булһа ла, арта барыуы ҡыуандыра.
Быйыл Сермән ауылында ла ҡымыҙ етештерә башланылар. Мәғәфүровтар ғаиләһе етештергән ҡымыҙ сифаты буйынса ауылдаштарының күңеленә хуш килде. “Эх, ҡымыҙы ла, ҡымыҙы!” - тип тел шартлатып маҡтап эсәләр улар бешкән ҡымыҙҙы.
Сермән ауылында йәшәгән Флүзә Тимур ҡыҙы менән Рәүф Марҙыбай улы Мәғәфүровтар ике балаһына ѳҫтәп ете баланы тәрбиәгә алған ғаилә булараҡ та билдәле районда. Тәрбиәгә алған балаларҙың береһе ғаилә ҡорған, ѳсәүһе - студент, ҡалған ѳсәүһе мәктәптә белем ала.
Эх, ҡымыҙы ла, ҡымыҙы! - Быйыл Сермән балалар йорто ябылғас, унда тәрбиәсе булып эшләгән ҡатыным - Флүзә Тимур ҡыҙы эшһеҙ ҡалды. Шуға ла юғалып ҡалмаҫҡа, шѳғѳл булһын тип, крәҫтиән-фермер хужалығын астыҡ, - ти Рәүф Марҙыбай улы.
Мәғәфүровтар ғаиләһе быға тиклем дә кәртә тултырып мал кѳтә. Әлеге ваҡытта уларҙың 20 баш йылҡыһы бар. Ете бейә һауалар, кѳнѳнә 30-35 литр ҡымыҙ етештерәләр.
Ҡымыҙҙы һатыуҙа ауырлыҡтар юҡ. Бер тәм тойған кеше ҡымыҙҙан ѳҙѳлмәй ул, ти Мәғәфүровтар.
- Ҡымыҙ бешергә ҡәйнәм Сәлиха Йыһанша ҡыҙынан ѳйрәнеп ҡалдым. Улар ҡайным - Марҙыбай Ҡустыбай улы менән ғүмер буйы йылҡы тотто һәм үҙҙәре лә ҡымыҙ бешә ине. Ҡәйнәмдән баҡса эштәренә, ҡаҙы тултырырға, аш-һыу серҙәренә, тәмле бәлештәр бешерергә һәм башҡа күп эштәр- гә ѳйрәндем. Әле ҡымыҙ бешеү серҙәрен яңынан “хәтергә тѳшѳрѳргә” Аҙнағол ауылында йәшәгән класташым Флүзә Фәйзуллина ярҙам итте, тәүге мәлдә унан кәңәш һораным, - ти Флүзә Тимур ҡыҙы.
Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, ти халыҡ мәҡәле. Һѳнәрҙәре буйынса тәрбиәсе һәм водитель булған Мәғәфүровтар ҙа күп уйлап тормай, “Яңы башлаған фермерға ярҙам” дәүләт программаһында ҡатнашырға йѳрьәт итә.
- Малыбыҙ күп ине. Ставрополь крайында малды күп тотҡандарҙы фермер хужалығы итергә кәрәк, тигән һүҙҙәр ишеткәс, юғалып ҡалдыҡ, малды тотона башланыҡ. Ауыл хужалығы бүлегенә барғайныҡ, беҙгә “Яңы башлаған фермерға ярҙам” дәүләт программаһында ҡатнашырға тәҡдим иттеләр һәм беҙ “иләктән” уңышлы үтеп, 1,5 млн. һумлыҡ грант алыуға ѳлгәштек. Ул аҡсаға трактор, бесән тѳргѳс һәм биш тана һатып алдыҡ. Грант алыуы еңел булманы, - ти Рәүф Марҙыбай улы.
Ауыл хужалығын үҫтереү ѳсѳн, тәү сиратта, ер кәрәк. Әлеге ваҡытта Мәғәфүровтарҙың 14 гектар ере бар. Был ғына күпләп мал тотоуға етмәй, шуға ла әле мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләйҙәр. Ауылдан ситтә, Ҡаҙыш йылғаһы буйында, ҡымыҙхана ѳсѳн ер алғандар, шунда бейә һауалар. Әле- ге ваҡытта хужалыҡ эштәрен ғаилә кѳсѳ менән башҡарып киләләр. Әммә киләсәктә яңы эш урындары булдырырға ла ниәтләйҙәр. “Эш юҡ, тип зарланырға яратһалар ҙа, намыҫлы, эшләргә тырышып торған кешене табыуы ҡыйын. Шуға ла хужалыҡ эшен үҙ кѳсѳбѳҙ менән алып барабыҙ”, - ти Мәғәфүровтар.
Киләсәккә пландары ҙур яңы фермерҙарҙың.
- Ер алып булһа, уны кәртәләп, баҡсасылыҡ менән дә шѳғѳлләнергә мѳмкин булыр ине. Ерҙең артығы кәрәкмәй, үҙебеҙ эшкәртерлек алып, шуны файҙалы итеп тотонһаҡ та етә. Ҡайһы берәүҙәр 100- әр гектарлап ер тота, әммә эшкәртмәй, ағас һәм сүп-сар баҫып, йәмһеҙ булып ята. Малды ишәйтеү, үҙебеҙҙекенә ҡушып, ауыл кѳтѳүен ойоштороу уйы ла бар.
Оло юл буйында ултырған Сермән ауылы халҡы ѳсѳн емеш-еләк, картуф, һѳт ризыҡтарын һатыу әллә ни ауыр түгел. Теләһәң, ҡалаға алып барып һат. Мәғәфүровтар ҙа ҡымыҙҙы юл буйына сығарып һата. Юлсылар бик теләп ала. Мәҫәлән, Мәскәү, Ярославль ҡалаларынан килгәндәр: “Ике мең километр юл үттек, бер ерҙә лә ҡымыҙ осратманыҡ”, - тип күпләп ҡымыҙ һатып алған.
Мәғәфүровтарҙың 40 баш һарығы бар. Учалы районы Сораман ауылынан алып килгән тексель тоҡомло һарыҡтың йѳнѳ лә, ите лә мул сыға. 14 баш һыйыр малы бар. Ҡалаға һѳт, ҡаймаҡ, эремсек һатырға йѳрѳйҙәр.
- Бесән әҙерләү ауырыраҡ бара, әле ҡышҡылыҡҡа етмәй. Һатып та алдыҡ, тағы ла берәй яйын уйларға тура килер, - ти Рәүф Марҙыбай улы.
Маҡсатлы, тырыш Мәғәфүровтарҙың крәҫтиән-фермер хужалығын артабан үҫтереү, мал һанын арттырыу теләге ҙур. Был хыялдарҙы тормошҡа ашырыуҙа тәүге аҙымдар яһалған. Башы булғас, аҙағы ла булыр, ти халыҡ. Мәғәфүровтар башҡаларға: “Ҡурҡырға ярамай. Тырышһаң, барыһы ла килеп сығыр”, - тип кәңәш бирә.
Беҙ ҙә тәүәккәл, ҡыйыу, уңғандарға башлаған эштәренең уң булыуын теләйбеҙ.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий