Моноҡалалар – өҫтөнлөклө проект

Моноҡалалар – өҫтөнлөклө проект
Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш министрлығының 2016 йылдың 15 авгусындағы бойороғо менән министрлыҡ структураһында моноҡалаларҙы үҫтереү бүлеге булдырылды.
Яңы подразделение алдында инвестициялы проекттарҙы тормошҡа ашырғанда «Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды» ком- мерцияға ҡарамаған йәмғиәте менән бәйләнеш булдырыуҙы тәьмин итеү, уҙымлы социаль-иҡтисади үҫешкән территориялар булдырыу буйынса ойоштороу саралары үткәреү бурысы тора.
Иҡтисади үҫеш министрлығындағы был үҙгәрештәр республиканың монопрофилле муниципаль берәмектәрендә иҡтисадты диверсификациялау, инвесторҙар йәлеп итеү ѳсѳн шарттар һәм бизнесты үҫтереү, шулай уҡ яңы эш урындары булдырыуҙы системалаштырыуға йүнәлтелгән. Материал Һайлау тураһында ҡануниәткә ярашлы бушлай баҫылды. Материал Һайлау тураһында ҡануниәткә ярашлы бушлай баҫылды.
Бынан тыш, әлеге ваҡытта республика кимәлендә Иҡтисади үҫеш министрлығы базаһында республиканың монопрофилле территорияларын үҫтереү буйынса Проект офисы ғәмәлгә ашырыла. Уның составына республиканың профилле башҡарма власть органдары һәм муниципаль берәмек вәкилдәрен индереү планлаштырыла. Был структураның эше инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса Проект офисының эшмәкәрлегенә оҡшаш.
Моноҡалалар – өҫтөнлөклө проектИҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков 2016 йылдың 17 авгусында Рәсәйҙәге КРМG һәм СНГ партнеры Виктор Акулян менән эш кәңәшмәһе уҙғарҙы.
Кәңәшмә барышында Башҡортостандың инвестиция йәлеп итеүсәнлеген үҫтереү ѳлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Донъя һәм Рәсәй практикаһында КРМG вәкилдәре федераль һәм тѳбәк кимәлендә инвесторҙар менән үҙ-ара бәйләнеш булдырыу буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Тѳбәктә уңышлы инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ мѳхите булдырыу ѳсѳн Виктор Акулян КРМG вәкилдәрен Проект офисы составына индерергә тәҡдим итте. Улар Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы субъекттарында инвестиция климаты торошоноң Милли рейтингында ҡатнашыуға ярашлы сараларҙы ғәмәлгә ашырасаҡ.
Осрашыу Башҡортостан территорияһындағы ауыл хужалығы ѳлкәһендә эре инвестицион проекттарҙы тормошҡа ашырған “Таврос” компанияһы тѳркѳмѳндә ойошторолдо. КРМG йәмғиәте Рәсәйҙә донъялағы аудитор-консалтинг фирмаларҙың береһе булып тора. Уның тѳп эшмәкәрлеге - дәүләт секторына һәм эшлекле даирәгә алдағы бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ярҙам итеү.
Иҡтисади уҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте.




Оставить комментарий