Тѳпкѳлгә сәнғәт килтерҙе

Тѳпкѳлгә сәнғәт килтерҙе
Алабейә тауында гѳр килеп сана шыуған малайҙарҙың тауыштары сала-сарпы Ямних ағайҙың ҡолағына салынды.
- Бѳгѳн кино буламы?
- Була! Ямних бабай бая уҡ Егәҙенән ҡайтты.
- Ниндәй икән?..
Ямних ағай кѳлѳмһѳрәп ҡуйҙы. Ҡайҙан бѳтәһен дә белеп торалар, шилмалар. Ауылда берҙән-бер сара шул - кино. Ауыл һәүәҫкәрҙәре, уҡыусылар ара- тирә концерт ҡуялар ҡуйыуын, ә кино кѳн һайын тиерлек.
Быйылғы Кино йылы ѳсѳн, эй, ҡыуаныр ине Ямних ағай.
- Яраған-яраған, ҡалай шәп булған, - тип һәр ваҡыттағы хуплау һүҙен әйтер ине. Ул бит 30 йылдан ашыу тѳпкѳл Баҡый ауылында берҙән-бер киномеханик булды. Хаҡлы ялға сыҡҡас, улы Нури- слам, атаһын һѳйѳндѳрѳп, был эште дауам итте.
Әйтеүе генә еңел, аҙмы-күпме цивилизация булған Егәҙенән 20-25 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ауылда кино күрһәтеү ѳсѳн аҙнаһына 3-4 тапҡыр почтаға килергә кәрәк, ә почта Егәҙелә. Юлы гел таҡыр булмай: йә буран, йә ямғыр-батҡаҡ, йә һыу баҫа. Машина тураһында һүҙ ҙә юҡ. Гел атта - сана ла арба, ҡайһы саҡта һыбай йѳрѳлә, кинобанкаларҙы артмаҡлайһың да, әйҙә инде тауҙар аша, ѳҫтәүенә электр уты юҡ, движок менән аппарат эшләй, ә уға бензинын тейәргә кәрәк. Бына шундай ҡыйынлыҡтар ҙа ҡурҡытмай Ямних ағайҙы, ауылдаштарының кино кѳткәнен белеп, һуңлап-арып ҡайтһа ла, яңы фильм күрһәтә. Движогын, аппаратын тейәп күрше Һаралы ауылына китә, тѳнѳн ҡайта. Алдан уҡ фильмдарҙы рекламалаған плакаттар алып ҡайтып, клубҡа элеп ҡуя, йѳкмәткеһен белгән кешеләрҙән һорап, башҡаларға һѳйләй. Шулай итеп халыҡты ылыҡтыра. Клуб шығырым тулы. Уның план үтәмәгән сағы булмай. Һәр саҡ алдынғылар рәтендә. Шуғалыр 1990 йылда Ямних Зекерйә улына “Башҡортостан АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән почетлы исем бирелә. Хаҡлы ялға сығырға ваҡыт етеп, документтар әҙерләгәндә район кино селтәре дирекцияһы уны ябай пенсионер итеп түгел, ә персональ пенсионер итеп ебәрмәксе була, тик был тѳр пенсия бѳтѳрѳлѳп ҡуя.
Күп йылдар ауыл Советы, район Советы депутаты, партия ойошмаһының алыштырғыһыҙ секретары вазифаларын да үҙ иңендә намыҫлы йѳкмәй. Халыҡҡа ихлас ярҙам итә торғайны. Концерттар, кисәләр була икән, клубты движогы менән яҡтырта, хатта ауылда туй-фәлән, ҙур ҡунаҡ йыйылһа, уларҙың ѳйҙәренә движок менән ут бирер ине.
Ямних Зекерйә улы сәнғәткә ғашиҡ кеше булды. 1953 йылда Ѳфѳлә үткән һәүәҫкәр башҡарыу- сылар конкурсында дуҫы Нурислам Шәйхулов менән “Һунарсылар” бейеүен башҡарып, I урын алып ҡайталар. Унда тѳшкән фотоһын балалары архивында ҡәҙерләп һаҡлай. Олоғайғас та сәхнәне ташламаны, гармунда халыҡ йырҙарын, йәшлек моңдарын уйнап, үҙе бейергә тѳшѳр ине. Бынан 3 йыл элек хөрмәтле аҡһаҡал фани донъяларҙан китеп барҙы. Әммә йор һүҙле, ҡунаҡсыл Ямних ағай Аллаяровтың мәҙәктәрен һѳйләп, уны һәр саҡ яҡты хәтирәләр менән иҫкә алабыҙ.
М. ТѲХВӘТУЛЛИНА.
Ботай ауылы.
Оставить комментарий