Тау ҡатайҙар иле – Белоретта

Тау ҡатайҙар иле – Белоретта
20 августа Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында Ҡатай йәштәре йыйыны үтте
Республиканың төрлө төбәктәрендә башҡорт милли йолаларына нигеҙләнгән фольклор байрамдары, йыйындар үтеп тора. Шундай сағыу ҡорҙарҙың береһе - Ҡатай ырыуы йәштәре байрамы бер нисә тапҡыр Бирҙеғол ауылында, Балаҡатай районында уҙғарылды.
Быйыл Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында Ҡатай ырыуы йәштәренең бишенсе тапҡыр үткән байрамына республиканың төрлө төбәк- тәренән, район-ауылдарынан, шулай уҡ күрше Силәбе, Ҡурған өлкәләренән ҡунаҡтар йыйылды. Ҡатай ырыуы йәштәре йыйыны - йыр-моң, уйын-көлкө өсөн генә түгел, ә йәштәрҙе ата-бабаларыбыҙҙың боронғо йолаларына ылыҡтырыу, тамырҙарыбыҙҙы барлау, ватансылыҡ, илһөйәрлек рухында тәрбиәләү ниәтендә ойошторолған сара ул. Был ҡор ырыуҙаштарға бер-береһен танырға, туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек, нәҫел-нәсәп ептәрен нығытырға ла ярҙам итә.
Һәр ырыу вәкиле үҙ тарихын белергә тейеш. Белорет ҡатайҙары араһынан ғына күпме шәхес, данлы ир-аттарыбыҙ, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ халҡыбыҙҙың данын күтәрҙе! СССР-ҙың халыҡ артистары Арыҫлан Мөбәрәков, Заһир Исмәғилев, шағир һәм яҙыусы Мөхитдин Тажи, Башҡортостандың халыҡ артистары Ғәли Хәмзин, Рәмил Ғәйзуллин, Риф Ғәбитов, Социалистик Хеҙмәт Геройы Сәғиҙә Мөхәмәтдинова, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Исмәғилев, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Фәйзрахман Исмәғилев, Дан орденының тулы кавалеры Ғәйсәр Аҫылғужин, яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова... Был исемлекте әллә күпме дауам итергә була. Хәҙер инде йәш быуын вәкилдәре уларҙың рәтен тулыландыра бара.
Ә тарихи сығанаҡтарға күҙ һалһаҡ, Ҡатай ҡәбиләһе алты ырыуҙан тора. Инйәр-ҡатай, ҡоҙғон-ҡатай, иҙел-ҡатайҙар көнбайышта йәшәһә, оло-ҡатай, бала-ҡатай, ялан-ҡатайҙар көнсығышта төйәкләнгән.
Оло-ҡатайҙар һәм бала-ҡатайҙар йәшәгән ерҙәр Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сыбаркүл, Ҡурған өлкәһенең Сафакүл һәм Әлмән, Әшә, Ҡатау-Ивановск, Красноармейск, Ҡарабаш, Златоуст, Нязепетровск, Кәшле, Уй һәм башҡа ҡала-райондары биләмәһенә инә. Был ырыуҙар халҡының бер өлөшө Өфө губернаһының төньяҡ-көнсығыш төбәгендә, Оло һәм Кесе Ыҡ йылғалары буйында ҡалған. Хәҙер ул ерҙәр Балаҡатай, Ҡыйғы районына ҡарай. ХlХ быуаттағы мәғлүмәттәр буйынса, был урындағы халыҡты билән-ҡатайҙар тип тә атағандар.
Алты ырыуҙан торған ҡатай ҡәбиләһе киң таралған. Күпселек өлөшө таулы- урманлы төбәктәрҙә йәшәй. Улар - ҡоҙғон - ҡатай , иҙел-ҡатай һәм инйәр-ҡатайҙар. Ырыуҙар был ергә ХIV быуатта төпләнгән, тип билдәләй ғалим Рим Йәнғужин.
Ҡатай йәштәренең бишенсе йыйынына килгән мәртәбәле ҡунаҡтарҙы 300 йыллыҡ бай тарихы булған Әхмәр ауылы осонда милли кейемдә ауыл йәштәре, халҡы, ағинәйҙәре бауырһаҡ, ҡымыҙ, буҙа, йыр-моң менән ҡаршы алды. Һуңынан Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәли Хәмзиндың ҡәберенә сәскәләр һалдылар, ауыл муллаһы Рәмил Йомадилов аят уҡыны. Әхмәрҙең данлыҡлы улын иҫкә алғас, ҡунаҡтар һыбайлы ҡыҙ-егеттәр, квадроциклдар оҙатыуында төп байрам үтәсәк яланға юлланды.
Ауыл уртаһындағы ялан һа- бантуйҙы хәтерләтә. Тирмәләр ҡоролған, сауҙа нөктәләре эшләй, сәхнәнән йыр-моң ағыла. Белорет ҡалаһының тари- хи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Миләүшә Фәхретдинова Белорет районындағы башҡорт ырыуҙары картаһының презентацияһын уҙғарҙы. Дауыт Юлтый исемендәге модель китапхана хеҙмәткәрҙәре Ҡатай ырыуы тарихы һәм бөгөнгөһө, уның билдәле шәхестәре тураһында бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторған. Теләгәндәр библиобуста китаптар менән таныша алды, ҡатайҙар ырыуына арналған документаль фильм ҡарау мөмкинлеге тейҙе.
Йыйындың рәсми өлөшөн Белорет районы муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев асты. Ул ошондай йыйындарҙың ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. “Беренсенән, ошондай байрамдар һөҙөмтәһендә беҙ үҙебеҙҙә илһөйәрлек, ватан- сылыҡ тигән тойғоно үҫтерәбеҙ. Хәҙерге сәйәси яҡтан ауыр заманда илһөйәрлек тойғоһон үҫтереү һәйбәт эш. Икенсенән, ошондай байрамдар үткәреп, беҙ милләт-ара татыулыҡты, дуҫлыҡты нығытырға тейешбеҙ. Өсөнсөнән, ошондай байрамдар, йыйындар милләтте, йәмғиәтте берләштереүҙә мөһим роль уйнай”, - тине Илгиз Сафый улы. Артабан һүҙҙе БР мәҙәниәт министры урынбаҫары, сараны башлап йөрөүсе Ранис Алтынбаев дауам итте. Ул яҡташтарын, саҡырылған ҡунаҡтарҙы, йәштәрҙе, йыйылған халыҡты тәбрикләгәндән һуң, байрамды ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткәндәргә - район мәҙәниәт идаралығына, “Бәйләнештә” сайтында “Ҡатай ырыуы” төркөмөн тулыландырыуҙа күп көс һалған Гүзәл Ситдиҡоваға, Ҡатай ырыуы тарихын өйрәнеүсе Фәрит Шәйәхмәтовҡа, староста Нажия Вәлиеваға, Өфө ҡунаҡтары Рәил Өмөтбаевҡа, Рөстәм Ғиззәтул- линға, Айтуған Ғәйзуллинға, Айгиз Баймөхәмәтовҡа, Ринат Ғайсинға, Миләүшә Фәхрет- диноваға, Йәмилә Сәлимйәноваға,“Елмәрҙәк” этно-төркөмөнә, “Еңгәләр” фольклор ансамбленә Ҡатай ырыуының махсус Грамоталарын тапшырҙы. Ә “Башҡортостан” дәүләт концерт залының директор урынбаҫары Хәлил Хәмзин Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Ғәли Хәмзин иҫтәлегенә вокалистарҙың район конкурсын үткәреүҙә ҙур көс һалған район мәҙәниәт ида- ралығына һәм Әхмәр мәҙәниәт йортона бүләктәр тапшырҙы. Силәбе өлкәһе Нязепетровск районы Юлдаш-Ҡатай ауылынан яҙыусы, Силәбе ҡатай ырыуҙарының тарихын тәрәндән өйрәнеүсе Әсләм Арыҫланов ошондай оло йыйын-ҡорҙарҙың йышыраҡ үтеүен теләне, Белореттың тәбиғәте, халҡы менән һоҡланыуын йәшермәне. Сәхнә түренә бер-бер артлы ҡунаҡтар күтәрелде һәм сығыш яһаны. Байрамда Әхмәр ауылынан яңы ғаилә ҡорған парҙарҙы, йәш ғаиләләрҙе бүләкләнеләр. Сығыштар йыр-бейеү менән үрелеп барҙы.
Тау ҡатайҙар иле – БелореттаЙыйындарҙа Ҡатай ырыуы башҡорттарының боронғо йола һәм уйын-бәйгеләре яйлап тер- геҙелә бара. Быйыл таш күтәреү, уҡ атыу, волейбол ярыштары менән бер рәттән беренсе тапҡыр ҡатай көрәше лә булды. Ярыштарҙа район ғына түгел, күрше райондар батырҙары ла көс һынашты. 15 килограмдан башлап 100 килограмға тиклемге таштарҙы күтәреү буйынса ярышта 15 ир-егет ҡатнашты. 100 килограмлыҡ ташты Әхмәр, Рысыҡай ауылдары, Белорет, Межгорье ҡалалары уҙамандары күтәрә алды. Тик иң көслөләре генә 100 килограмм ташты күтәреп, икенсе турға үтте. Икенсе турға сыҡҡандар араһында ла ярыш көсөргәнешле барҙы. Бында иһә 45 килограмлыҡ ташты кем баш аша күпме күтәрә алыу мөмкинлеге ҡаралды. Ир-егеттәр сәмлә- неп китеп, береһенән-береһе уҙҙырырға тырышты. Шулай ҙа Рысыҡай ауылы батыры Дим Түлебаевҡа етеүсе булманы. 20 тапҡыр күтәреп Межгорьенан Вәғиз Фәхретдинов - II, Белореттан Әмир Яхин, еңеүсенән 9 мәрәйгә ҡалышып, III урынды алды.
Беренсе тапҡыр ойошторолған Ҡатай көрәшендә лә ир- егеттәр “мах” бирмәне. Көрәш тә үҙ тамашасыһын йыйҙы, халыҡ та кем еңерен ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Бында ир-егеттәр һыбай йөрөй белеү һәләтен дә, таһыллығын да, көсөн дә күрһәтте. 8 көрәшсе араһынан Илгиз Абдуллин, Илмир Сәлимов һәм Рәсүл Юлышев иң көслөләре, иң етеҙҙәре булып сыҡты. Еңеүселәргә бүләктәрҙе Башҡортостан Адвокаттар Палатаһы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Булат Йомадилов тапшырҙы. Мәргәндәр уҡ атыуҙа ярышты. 30 уҡсы араһынан Ҡаһармандан Айнур Ҡужәхмәтов, Белореттан Мортаза Байморатов, Әхмәрҙән Рәйес Әҙелмырҙиндар иң мәргәне булып сыҡты.
Ҡатай йыйынында халыҡ спорт уйындарынан тыш, йөкмәткеле, сағыу концерт ҡарап та ҡыуанды. Сәхнәне бер-бер артлы Өфө ҡунаҡтары, танылған йырсылар - Рөстәм Ғиззәтуллин, “Ҡатай гимны” авторы Рәил Өмөтбаев, Айтуған Ғәйзуллин, Фларида Иркина-Хәмзина, “Терминатор” төркөмө, Сибайҙан данлыҡлы “Тархан”, үҙебеҙҙең райондың “Елмерҙәк” этно-төркөмдәре менән бер рәттән Асының “Еңгәләр” фольклор ансамбле, Әхмәр, Мәхмүт, Әзекәй, Сермән, Боғанаҡ һәм башҡа ауылдарҙың үҙешмәкәр артистары сағыу сығыштар бүләк итте. Тамашасы рәхәтләнеп матур концерттан тамаша ҡылды, йәштәр дәртләнеп бейене, ҡушылып йырланы. Ҡатай йәштәре йыйынына махсус яҙылған йырҙарҙың да премьераһы булды. Ринат Ғайсиндың - (Гүзәл Ситдиҡова менән берлектә) “Ҡатайстан-нурлыстан” йырын “Тархан” төркөмө башҡарыуында, Айтуған Ғәйзуллин башҡарыуында “Ҡатай егеттәре” йырын тамашасы йылы ҡабул итте.
Ҡатай йәштәренең бишенсе йыйыны фейерверк менән тамамланды. Ырыуҙаштар йыйында бер-береһе менән аралашыуҙан да ҡәнәғәт ҡалды. Сара “Бәйләнештә” сайтының “Ҡатай ырыуы” төркөмө ярҙамында ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Әйткәндәй, “Ҡатай ырыуы” төркөмө социаль сайттарҙа башҡа ырыуҙар төркөмөнә ҡарағанда тәүге урынды биләй. Төркөмдә 1330 ҡатай ырыуы йәштәре тора. Улар байрамды ойоштороуҙа ла, матди яҡтан да ярҙам күрһәтте.
2017 йылда Ҡатай йәштәренең йыйынын алтынсы үткәреү урыны һайланды. Егәҙе ауыл биләмәһенә ҡараған - Ботай, Со- сновка ауыл биләмәһенән - Рысыҡай, Шығай ауыл биләмәһенә ҡараған - Үткәл һәм Николаевка ауыл биләмәһенән Мәхмүт ауылдары дәғүә итте. Эстафета мәғрүр Ирәмәл итәгендә, йәмле Ағиҙел йылғаһы баш алған Мәхмүт ауылына тапшырылды.
Һау бул, Әхмәр ауылында үткән Ҡатай йәштәре байрамы, киләһе йыл Мәхмүт ерендә осрашҡанға тиклем!
Эльвира ХӘМЗИНА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий