“Ирәмәл. Һуҡмаҡтан тайпылма”

“Ирәмәл. Һуҡмаҡтан тайпылма”
Яңыраҡ үҙәк каналдарҙың береһендә “Мәңгелек саҡырыу” фильмын күрһәттеләр. Совет дәүләтен тѳҙѳү осорон сағылдырған фильмды һәр кем, бигерәк тә урта һәм оло быуын кешеләре яратып ҡарай. Беҙҙең райондың күп урындарында (Үҙән ауылы, паром, Белорет ҡалаһы һ.б) тѳшѳрѳлгән фильм белореттарға икеләтә яҡын. Уның бер ѳҙѳгѳндә Ҡаһарман ауылы ла бар: мәктәп тѳҙѳлѳшѳ эләккән, кадрҙарҙа ауыл кешеләрен, хатта ѳйҙәрҙе лә танырға була.
Һәләтле режиссер, Егәҙе ауылы егете Евгений Калугин тѳшѳргән фильмдар ҙа, беҙҙең ерлеккә бәйле булғанға, һәр ке- мебеҙҙең күңелен яулай. Уның “Мин Ржев эргәһендә үлтерелдем” фильмы күп фестивалдәрҙә еңеүгә иреште. Һуңғы тапҡыр был фильм режиссерға тағы ла бер уңыш алып килде - 22 июлдә Тула ҡалаһында үткән фестивалдә ҡыҫҡа метражлы фильмдар араһында “Иң яҡшы документаль фильм” номинацияһына лайыҡ булды.
Евгений Калугин бының менән генә туҡтала торғандарҙан түгел. Киләсәккә лә уның пландары ҙур. Әлеге ваҡытта режиссер “Ирәмәл. Һуҡмаҡтан тайпылма” тигән яңы фильм ѳҫтѳндә эш башланы. Тәүге тѳшѳрѳү эштәре 3 июлдән 10 июлгә тиклем Ирәмәл тауында барҙы.
- Фильм бағыусылар ярҙамы менән тѳшѳрѳлә. Беҙгә күптәр ярҙам ҡулы һуҙҙы. “Ирәмәл” тәбиғәт паркында беҙгә булышлыҡ иткән директор урынбаҫары Николай Петрович Максимовҡа рәхмәтлебеҙ. “Робинзон” магазины директоры Олег Симонов тауға күтәрелергә техника бирҙе. Белорет автомәктәбе директо- ры Зәбир Ахибзянов яғыулыҡ менән, шәхси эшҡыуар Данис Йыһаншин матди ярҙам күрһәтте. Ҡала Мәҙәниәт һарайы директоры Сергей Михайлов ап- паратура менән тәьмин итте. Ирәмәл тауында кино тѳшѳрѳү еңелдән түгел, шуға ла эш процесында ҡотҡарыусылар әүҙем ҡатнашты. Ирәмәлдә булғанда “Башҡортостан Республикаһының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте” дәүләт учреждениеһы етәксеһе Владимир Темашев менән осраштыҡ. Беҙҙең хәүефһеҙлекте тәьмин иткәндәре ѳсѳн Белорет зональ ҡотҡарыу отряды етәксеһе Артем Акопянға, урынбаҫары Алексей Юрковҡа рәхмәтлебеҙ. Ҡотҡарыусыларһыҙ фильмды тѳшѳрә лә алмаҫ инек, күп эшебеҙ уларға бәйле. Ике ҡотҡарыусы фильмда ла тѳштѳ. Күмәк кѳс менән тѳп сюжетты тѳшѳрҙѳк, әммә икенсе йыл беҙгә Ирәмәлгә яңынан килергә тура киләсәк - фильмда тауҙың мѳғжизәле образын тыуҙырыу ѳсѳн һауанан тѳшѳрѳү талап ителә. “Ирәмәл. Һуҡмаҡтан тайпылма” ҡыҫҡа метражлы фильм 15 минут бара, әммә уның ѳҫтѳндә ѳс йыл эшләргә тура киләсәк. Фильм 2018 йылда әҙер буласаҡ һәм беҙ уны Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арнайбыҙ, - тине Евгений Калугин.
Шулай итеп, яҡташыбыҙ мауыҡтырғыс эшкә тотонған. Фильмда ваҡиғалар беҙҙең кѳндәрҙә бара.
“Ирәмәл. Һуҡмаҡтан тайпылма”Ике тѳп геройҙың яҙмышы һүрәтләнә. Морат ғаиләһенә яҡшылыҡ күрһәтмәй, эскелеккә бирелеп, насар юлға баҫҡан. Ул хатаһын аңлап, Ирәмәл тауына гонаһтарын ғәфү итеүен һорап килгән. Икенсе тѳп герой - йәш ҡыҙ тауҙан ҡолап тѳшә һәм уны иптәштәре ташлап китә. Ваҡиғалар ошо ике яҙмышҡа бәйле үҫешә. Фильмда тау образы ла ҙур урын ала, унда мѳғжизәле кѳс барлығына ышанғандар күп бит. Беҙҙең геройҙар ҙа ошо мѳғжизәгә ышана, ярҙам һорап мѳрәжәғәт итә. Фильмда “Урал батыр” эпосындағы ҡайһы бер мифологик элементтар ҙа ҡулланыла. Тѳп герой Моратты - Морат Сәйфуллин уйнай. Морат Белорет ҡалаһында тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта комбинатта эшләй.
- Минең ѳсѳн был кѳтѳлмәгән тәҡдим булды. Икеләнеп тормай ризалаштым. Кинола тѳшѳү ауыр булманы, сѳнки миңә сәнғәт донъяһы яҡшы таныш: 2011 йылдан Башҡорт халыҡ театрында уйнайым, “Мѳхәббәт ҡоштары”, “Әсә хѳкѳмѳ”, “Ғәлиәбаныу” спектаклдәрендә ҡатнаштым, Сибай дәүләт университетында музыка бүлеген тамамланым, шул уҡ ваҡытта “Сулпан” балалар театрында ла уйнаным. Кинола тѳшѳүемә ғаиләм дә ҡыуанды. Ирәмәл тауы беҙҙе яҡшы ҡабул итте. Кѳндәр ҙә һәйбәт торҙо, - ти Морат Фәтих улы.
Ҡыҙ ролен Эльмира Йыһаншина башҡара. Ул да тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Мин шәхси эшҡыуар Данис Йыһаншинда реклама буйынса менеджер булып эшләйем һәм ошо эшкә бәйле Евгений Кал гин менән таныштым. Бер нисә айҙан ул миңә кинола тѳп ролде уйнарға тәҡдим итте. Ризалаштым, тик әсәйемә тәүҙә героиня яҙмышы оҡшаманы һәм ул ҡаршы тѳштѳ, аҙаҡ барыбер ризалашты. Һѳнәрем буйынса мин архитектор, Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамланым. Әлбиттә, минең ѳсѳн ауыр роль булды, тѳп геройҙың башынан үткән кисерештәрҙе сағылдырыу еңелдән түгел. Киноға тѳшѳү оҡшаны. Фильм тѳшѳргән саҡта ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булды. Мәҫәлән, тѳнѳ буйы камераларҙың аккумуляторҙарына, телефондарға кѳс йыйҙырабыҙ, ә Ирәмәл тауының ташлы ѳлѳшѳнә сыҡһаҡ, әле тоҡандырып та ѳлгѳрмәгән аппаратура эшләмәй. Яңынан базаға тѳшѳргә, кѳс йыйҙыртырға тура килә. Был хәл тауҙа беҙгә аңлашылып етмәгән кѳс барлығына ишара кеүек булды. Фильм халыҡта ыңғай тәьҫораттар ҡалдырыр, уның эстәлеген аңлап ҡабул итерҙәр, тип ышанабыҙ, - ти Эльмира Суфиян ҡыҙы. Режиссер бик ҡыҙыҡлы тема һайлаған. Унда заман кешеһе менән легенда осраша. Шул уҡ ваҡытта фильмда бѳгѳн йәмғиәтебеҙҙе, күп ғаиләләрҙе борсоған эскелек проблемаһы, хыянат сығылдырыла. “Ирәмәл. Һуҡмаҡтан тайпылма” фильмында ваҡиғалар ниндәй сиселеш алыр һәм ниндәй финал менән тамамланыр - әлегә сер булып ҡалһын.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотолары.




Оставить комментарий