Белорет филиалы яңынан эш башланы

Белорет филиалы яңынан эш башланы
Белорет ҡалаһында эшләп килгән Медик-социаль экспертизаһының эшмәкәрлеге 2015 йылда туҡтатыла. Элекке етәксенең эштән китеүе сәбәпле, учреждение хеҙмәткәрҙәрен лицензиялау мәсьәләһе лә хәл ителмәй ҡалды. Шул арҡала Белорет халҡы медик- социаль экспертиза комиссияһын үтеү ѳсѳн йыл буйына Сибай ҡалаһына йѳрѳргә мәжбүр булды.
Ниһайәт, ҙур ремонт эштәренән һуң, филиал яңынан эш башланы. Бѳтә ремонт һәм тѳҙѳкләндереү эштәре муниципаль район хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһының Медик-социаль экспертизаһының баш бюроһы менән берлектә атҡарылды. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бинаны ярашлы шартҡа килтереү, коллектив туплау йәһәтенән ҙур эш башҡарылды.
Филиалды тантаналы асыу сараһында муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.С. Теләүбаев, Медик-социаль экспертизаһының яңы етәксеһе Г.И. Илһамова, мәҙәниәт идаралығы начальнигы З.Ә. Әғләмова һәм урындағы халыҡ ҡатнашты.
Владислав Миронов сығышында башҡарылған ремонт эшенә йомғаҡ яһаны һәм барыһының да халыҡ мәнфәғәте ѳсѳн булыуын билдәләне.
- Бѳгѳнгѳ маҡсат халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға, лайыҡлы тормош булдырыуға йүнәлтелгән. Медик-социаль учреждениеһына мѳрәжәғәт иткән кешеләр айырым иғтибарға лайыҡ. Шуға күрә был катего- рия граждандарына күрһәтелгән хеҙмәт тә айырыуса сифатлы булырға тейеш, - тине хакимиәт башлығы. Ул шулай уҡ яңы етәксе Гүзәл Исфир ҡыҙына филиалды асыу ѳсѳн һалған тырышлығын баһалап, уңыштар теләне.
Халыҡ ѳсѳн мѳһим булған уч- реждениеның яңынан асылыуына рәхмәт белдереп, «Бѳтә Рәсәй ин- валидтары йәмғиәте»нең Белорет бүлеге рәйесе урынбаҫары Алексей Гридневский, ҡала халҡы исе- менән Людмила Ефимова сығыш яһаны.
Гүзәл Илһамова халыҡты хеҙмәтләндереү ѳсѳн уңайлы эш шарттары булдырырға ярҙам иткән муниципаль район хакимиәтенә, Башҡортостан Республикаһының Медик-социаль экспертизаһының баш бюроһына рәхмәт белдерҙе.
Белорет филиалы район-ҡала халҡын хеҙмәтләндерә. Унда инвалидлыҡ тѳркѳмѳн алыу буйынса дәүләт ярҙамы күрһәтеү, ваҡытлыса эшһеҙлек проблемаларын хәл итеү, хеҙмәткә яраҡлылыҡты юғалтыу процентын билдәләү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса мѳрәжәғәт итергә мөмкин. Йыл һайын ике меңдән ашыу кеше ошо филиалда тикшерелеү үтә. Бѳгѳн хеҙмәткәрҙәр штаты тулы тиер- гә була, әгәр ҙә ошо учреждениела эшләргә теләгән врач-педиатр табылһа, филиал медик-социаль экс- пертиза ярҙамына мохтаж булған район һәм ҡала халҡы балаларын да ҡабул итә аласаҡ. Тикшерелеү алдан яҙылыу буйынса үтә.
З.МӨХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий