«Яулайһы үрҙәр бар әле...»

«Яулайһы үрҙәр бар әле...»
Уҡытыусы белем биреүҙе тәрбиә эше менән тығыҙ бәйләнештә алып бара. Ысын педагог һәм тәрбиәсе, шиғыр ятлатһынмы, йыр өйрәтһенме, кѳн һайын баланың рухын үҫтереү, белемен арттырыу, уны шәхес итеп тәрбиәләүгә ҙур тырышлыҡ һала.
Шуныһы ҡыуаныслы, районыбыҙҙа эшен яратҡан, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған, белемле, тәжрибәле уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр бихисап. Район-ҡала педагогтары балаларға белем биреү менән генә сикләнмәй, улар төбәктәге социаль әһәмиәтле сәйәси һәм мәҙәни сараларҙы үткәреүҙә уңыштарға өлгәшә, төрлө кимәлдәге һөнәри конкурстарҙа ҡатнаша, уҡыусыларын ярыштарға, олимпиадаларға әҙерләй.
Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте йыл да юғары баһалана. Йәш быуынды намыҫлы, белемле итеп үҫтереүгә бөтә көсөн һалған, ижади эшләгән бер төркөм уҡытыусылар, тәрбиәселәр, алдынғы уҡыусылар наградаларға, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Уларҙы уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә тантаналы шарттарҙа билдәләп үттеләр. Бүләкләнеүселәр араһында Яныбай Хамматов исемен- дәге башҡорт гимназияһының тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Рәйлә Сәғитулла ҡыҙы Минһажева ла бар.
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтын тамамлаған Рәйлә Сәғитулла ҡыҙы 1997 йылдан бирле Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында балаларҙы музыка серҙәренә өйрәтә. Музыка уҡытыусыһы ике тиҫтә йылға яҡын гимназистарға йыр дәрестәрен биреү менән бер рәттән хор, вокал түңәрәктәре лә алып бара. Ошо йылдар дауамында тәжрибәле музыка белгесе әллә күпме талантлы алмаш үҫтерҙе, уның башланғысы аҫтында байтаҡ уҡыусылары сәнғәт юлын һайланы. Гимназияла һәр сара Рәйлә Сәғитулла ҡыҙы һәм уның йыр- моңға ғашиҡ уҡыусылары ҡатнашлығында үтә. Уҡыусылары төрлө конкурстарҙа лайыҡлы урындар яу- лай, остаздары йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Киң күләмле сараларҙы әҙерләп үткәреүгә бар көсөн һалып эшләй тәжрибәле уҡытыусы.
Уның йөҙөндә һәр саҡ йылма- йыу балҡый, бер ҡасан да асыулы ҡарашын, уҫал сағын күрмәҫһең. Үҙенә мөрәжәғәт иткән һәр кемде сабыр ғына тыңлап, мәсьәләләрен хәл итергә ярҙамлашырға, һорау- ҙарына яуап бирергә әҙер. Ә бит уның иңенә шундай яуаплы һәм ҡатмарлы эш йөкмәтелгән. 2010 йылдан тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары эшен башҡарыуы, шул уҡ ваҡытта уҡытыусыларҙың, ата- әсәләрҙең өмөтөн һүндермәй, ышанысын аҡлауы еңел түгелдер. Әммә Рәйлә Минһажева үҙенә йөкмәтелгән бурысты яратып, бөтә күңелен һалып эшләй һәм башҡаларҙан да шуны талап итә.
Рәйлә Сәғитулла ҡыҙы Минһа- жеваға Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан тапшырылған Почет грамотаһы беренсеһе һәм һуңғыһы түгел. Тәжрибәле уҡытыусы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнгән, ул - Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.
- Быйылғы уҡыу йылында ла матур пландар, алдыбыҙға юғары талаптар ҡуйып, ата-әсәләр, балалар менән бергә ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ. Ғаилә, ата-әсә, уҡытыусы, мәктәп бер уй менән эшләгәндә генә баланың киләсәге яҡшы буласаҡ. Хеҙмәтемә юғары баһа алыуыма шатмын. Шулай ҙа тынысланырға уйламайым, яулайһы үрҙәр бар әле. Ул артабан да һөҙөмтәлерәк эшләргә дәрт-көс бирә, шул уҡ ваҡытта яуаплылыҡ ѳҫтәй. Коллегаларыма, уҡыусыларыма рәхмәтлемен, - ти мәғариф алдынғыһы.
Э.Хәмзина.

Оставить комментарий