Беренселәр ѳсѳн байрам

Беренселәр ѳсѳн байрам
Балаларға күңелле ял минуттары, атай-әсәй менән сәйәхәттә йѳрѳү мѳм- кинлеге, онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк иткән йәмле йәй ҙә артта ҡалды. Алда бала-сағаны иң мѳһим ваҡиға - Белем кѳнѳ кѳтә.
Сермән ауылының Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре беренсе тапҡыр мәктәп- кә барырға йыйынған малайҙар, ҡыҙҙар ѳсѳн театрлаштырылған тамаша әҙерләне. “Әҙерләнмәгән дәрестәр илендә” тип аталған байрамды алып барыусы Элиза Ноғаманова балаларҙы уҡыу йылы башла- ныу менән ҡотлағандан һуң әкиәт геройҙары тураһында викторина үткәрҙе.
Байрам ҡыҙған саҡта залға Белмәҫйән килеп инде. Ул бер нәмә лә белмәй, уҡырға ла теләмәй. Белмәҫйән һәм башҡа балалар китаптар йәшәгән йорт тураһында белде. Гѳлнур Аҡмулла ҡыҙы Мусина кескәйҙәргә Сермән модель китапханаһы тураһында һѳйләне һәм уларҙы китап менән дуҫ булырға саҡырҙы. Һуңынан кескәйҙәр Мәҙәниәт йортонда, музыка мәктәбендә эшләгән түңәрәктәр менән танышты.
Балалар менән уйнап-кѳлѳп, йырлап-бейеп алғандан һуң Белмәҫйән дә мәктәпкә барырға, уҡырға һәм яҙырға ѳйрәнергә булды.
Зѳлфиә ЯЛАЛЕТДИНОВА,
Сермән ауыл Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.
Оставить комментарий