Яңы уҡыу йылына старт бирелде

Яңы уҡыу йылына старт бирелде
Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе 26 августа ҡала Мәҙәниәт һарайында үтте.
Сараны муниципаль район Советы рәйесе Е.Я. Карепанов алып барҙы. Конференция эшендә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Р.Р. Алтынбаев, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының баш белгес-эксперты С.Р. Хафизова, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.С. Теләүбаев, мәғариф идаралығы начальнигы М.В. Саранцева ҡатнашты. Тѳп докладтан һуң фекер алышыуҙа 17-се гимназияның информати- ка-коммуникацион технологиялар буйынса директор урынбаҫары В.Г. Трифонова мәғариф системаһында информатизациялау тураһында сығыш яһаны. Башҡа докладсыларҙың сығышы секциялар эшенә күсерелде.
Муниципаль район бюджетының 70 проценты мәғариф учреждениеларына йүнәлтелгән. Йыл һайын мәктәп, балалар баҡсаһы биналары ремонтлана. Мәҫәлән, быйыл 20-се мәктәптә, 15-се балалар баҡсаһында йылылыҡ системаһы яңыртылған, 13-сѳ мәктәптә электр-монтаж эштәре атҡарылған, Тирлән мәктәбенең, Боғанаҡ ауылындағы “Буратино” балалар баҡсаһында канализация ремонтланған, 17-се гимназияға, Туҡан мәктәбенә капиталь ремонт эшләнгән, ҡала лицей-интернатының ҡыйығы яңыртыла, ишек блоктары алыштырыла.
Мәғариф учреждениелары ҡышты яҡшы сыҡһын ѳсѳн ҡаҙанлыҡтарҙың ѳҙлѳкһѳҙ эшләүе мѳһим. Был йәһәттән Асы мәктәбе ҡаҙанлығы ремонтланған, Үрге Әүжән мәктәбендә ҡаҙанлыҡ алыштырыла, Шығай мәктәбе ҡаҙанлығын ремонтлау буйынса эштәр алып барыла. Ҡағы, Үҙән мәктәптәрендә газды иҫәпләү узелдары проекты әҙерләнә.
Конференцияла уҡыу-уҡытыу эшендә уңыштарға ирешкән, яҡшы һѳҙѳмтә күрһәткән мәғариф хеҙмәткәрҙәре - 16- сы мәктәптән Татьяна Александровна КУЗНЕЦОВА, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры урынбаҫары Рәйлә Сәғитулла ҡыҙы МИНҺАЖЕВА, Ҡағы мәктәбе уҡытыусыһы Валентина Васильевна АВЕРЬЯНОВА, ҡаланың 27-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Екатерина Викторовна ИНОЗЕМЦЕВА, 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Оксана Геннадьевна ИВАНОВА, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-преподавателе Сергей Иванович РУЧУШКИН бүләкләнде.
“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙермен” Бѳтә Рәсәй спорт кампанияһының йәйге фестиваленең II этабында - Башҡортостан Республикаһының белем биреү учреждениелары араһында район-ҡала командаһы I урын яуланы. Команда составында сығыш яһаған уҡыусыларға һәм физкультура уҡытыусыларына - 20-се мәктәптән Елена Александровна ХОМЯКОВАға, 14-се гимназиянан Сергей Иванович РУЧУШКИНға, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан Лилиә Дәүләт ҡыҙы ТѲХВӘТУЛЛИНАға Рәхмәт хаттары тапшырылды. Дәүләт имтихандары үткәреүгә ѳлѳш индергән 20-се мәктәп директоры Владимир Иванович САТАРОВтың, 3-сө мәктәп директоры Владимир Леонидович ДАХТИНдың хеҙмәте айырым билдәләнде.
Р.Мусина.
Оставить комментарий