Юл бирмәгән водителдәр өсөн яза көсәйтелә

Юл бирмәгән водителдәр өсөн яза көсәйтелә
Рәсәйҙә административ кодекстың йәйәүлеләргә юл бирмәгән водителдәр өсөн язаны көсәйткән статьяһы үҙ көсөнә инә. Хәҙер ул 1500 һум урынына 1,5 меңдән 2,5 мең һумға тиклем тәшкил итә.
Рәсәй Президенты Владимир Путин 31 октябрҙә автомобилсенең йәйәүлене үткәреүҙән баш тартҡан өсөн штрафты арттырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Административ кодексҡа төҙәтмәләргә ярашлы, «юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең йәйәүлеләргә, велосипедсыларға йәки башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға юл биреү талабын үтәмәгән» өсөн яңы штраф күләме билдәләнә.
Өҫтөнлөк менән файҙаланған йәйәүлеләргә һәм велосипедсыларға юл бирмәгән водителгә яза ҡаралған.
Оставить комментарий