Күңел нуры – шиғырҙарында

Күңел нуры – шиғырҙарында
Шағир кеше, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, донъяның бүтәндәр күрмәгән яҡтарын да күрә белә, уға иғтибар итә һәм, күңеле аша үткәреп, шиғыр юлдарына һала. Уларҙы уҡығанда йәнә лә шағир кешенең ябай һәм эскерһеҙ донъяһына юлығаһың. Абҙаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда билдәле шағир, журналистика ветераны Әхмәҙин ӘФТӘХтең 70 йәшлек юбилейына арналған кисәлә уның тап ошо сифаттарға эйә, шағир исемен лайыҡлы йѳрѳткән шәхес булыуы тураһында һәр кем телгә алды ла инде.
“Ғүмер ул бер сәскә” исеме аҫтында үткән кисәне асып, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Сафый улы Теләүбаев шағирҙы юбилейы менән ҡотланы һәм район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы. Унан Ѳфѳ ҡалаһынан саҡырылған ҡунаҡтарға бер-бер артлы һүҙ бирелде. Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаев шағирҙы иң беренсе тыуған ере күтәреп алырға тейешлеге һәм был йәһәттән Әхмәҙин Әфтәхтең бәхетле булыуы хаҡында әйтеп китте. Шағирә, тәржемәсе, журналист Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина шағирға бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашты, башҡорт шиғриәтен асырға, танырға ярҙам иткәне ѳсѳн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Балалар яҙыусыһы, тәржемәсе Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Ғѳбәйҙуллина, шағир, прозаик Зѳфәр Зәки улы Вәлитов ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһаны, шиғырҙар уҡыны. Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Хәмзә Салауат улы Мѳхәмәҙиев, райондың "Урал" гәзите хеҙмәткәрҙәре, Бело- рет "Иҙел башы" яҙыусылар ойошмаһы ағзалары, Абҙаҡ мәктәбе һәм коллективы исеменән директор Гѳлшат Рауил ҡыҙы Йомағужина, ауылдаштары, туғандары исеменән Йомағоловтар ғаиләһе тәбрикләне һәм бүләктәр тапшырҙы.
Рәсимә Сәлихованың тулы материалын гәзиттең 94-се һанында (24.11.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий