Муниципалитеттар «бәхетле йәшәү рәүеше биләмәләре» булырға тейеш

Муниципалитеттар «бәхетле йәшәү рәүеше биләмәләре» булырға тейеш
Республикала муниципалитеттарҙы «бәхетле йәшәү рәүеше биләмәләре»нә үҙгәртеп ҡороу буйынса программаны тормошҡа ашырыу күҙаллана. Был турала Әсә көнөнә арналған байрам сараһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
- Хәҙер муниципалитеттарҙы «бәхетле йәшәү рәүеше биләмәләре»нә үҙгәртеп ҡороу йәһәтенән сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса программа әҙерләнә, - тине төбәк етәксеһе. – Төп идея – бәхетле тормошҡа юл ғаиләнән башлана. Бында иһә, әлбиттә, күп нәмә һеҙҙән тора, ҡәҙерле әсәләр. Беҙ артабан да иң мөһим йәмәғәт институтын - ғаиләләрҙе нығытыу, ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау буйынса эш алып барасаҡбыҙ.
Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, һәр муниципаль берәмектә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы контролендәге структуралар барлыҡҡа киләсәк.
- Ғаилә министрлығын ойошторғас, һәр муниципалитетта тейешле структура булдырыласаҡ, ул профессиональ рәүештә көн һайын, сәғәт һайын ғаилә мөнәсәбәттәре буйынса бөтә төр һорауҙар менән шөғөлләнәсәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
БАШИНФОРМ.
Оставить комментарий