«Муниципалитеттар үҫешенең яңы стратегияһын үҫтерергә ниәтләйбеҙ»

«Муниципалитеттар үҫешенең яңы стратегияһын үҫтерергә ниәтләйбеҙ»
«Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Моноҡалалар: киләсәкте проектлайбыҙ» сессияһында сығыш яһаны, унда төбәктең моноҡалалары нигеҙендә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен булдырыу тәжрибәһе хаҡында һөйләне.  
- Мин, тәү сиратта, был ғәйәт ҙур эште алып сыҡҡан, илебеҙең бихисап биләмәләрен аяҡҡа баҫтырған һәм уларҙы бөтә йүнәлештәр буйынса алға этәргән командаға рәхмәтлемен, - тине Рөстәм Хәмитов. - Иң мөһиме, ошо моноҡалаларҙа йәшәгән миллионлаған кеше, аҙ ғына булһа ла, бәхетле булды. Уларға мөмкинлектәр асылды, улар донъяға икенселәй ҡарай, үҙ үҫешен күрә башланы.
Моноҡалалар менән эштең төп асылын республика бөтә муниципалитеттарҙа ла таратырға тырыша, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Федераль проектҡа өҫтәмә рәүештә моноҡалаларҙы үҫтереү буйынса республика программаһы ҡабул ителде. Яҡын ваҡытта Биләмәләрҙе үҫтереү үҙәге ойоштороласаҡ. Ул моноҡалалар менән эшләү схемаһына ярашлы ғәмәлгә ашырыласаҡ.
- Был проектҡа төрлө сәбәптәр буйынса инмәгән ҡалалар оҡшаш программа буйынса үҫешһен өсөн эшләйбеҙ. Йәғни был тәжрибәне бөт муниципалитеттарыбыҙға ла күсерәбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Федераль кимәлдә әҙерләнгән моноҡалаларға булышлыҡ итеү моделенә таянып, муниципалитеттар үҫешенең яңы стратегияһын үҫтерергә ниәтләйбеҙ.
БАШИНФОРМ.
Оставить комментарий