Балаларға байрам бүләге

Балаларға байрам бүләге
“Арский ташы” ял базаһында инвалид балаһы булған ғаиләләр ѳсѳн Масленица хәйриә акцияһы ойошторолдо. Уны ҡаланың һаулыҡтары яғынан мѳмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр реабилитация үҙәге, “Арский ташы” ял базаһы, ҡаланың Йәштәрҙең ял итеү үҙәге һәм ҡаланың “Хәрби разведчиктар туғанлығы” йәмғиәте ойошторҙо.
Байрамда ҡаланың реабилитация үҙәге, Үҙән балалар йорто тәрбиәләнеүселәре һәм ҡаланың 10-сы коррекцион мәктәбенең X класс уҡыусылары ҡатнашты. Ҡала Советы һәм хакимиәте исеменән муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Иван Пинящук барыһын да сәләмләгәндән һуң, Масленица байрамы ҡышты оҙатыу символы булып тороуын, тимәк, алда яңы ѳмѳттәр һәм ҡаҙаныштар тороуын билдәләне.
Ойоштороусылар сараны мауыҡтырғыс конкурс формаһында үткәрҙе. Әкиәт геройҙары - скоморохтар, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм Яҙ масленица йырҙарын йырлап, балалар менән әйлән-бәйлән уйнаны, бейене. Йәштәр үҙәге белгестәре әҙерләгән традицион конкурстарҙа һәм халыҡ уйындарында балалар актив ҡатнашты.
Ҡышты оҙатыу символы булған Масленица ҡарасҡыһын яндырыу байрамдың кульминацияһы булды. Унан һуң аттарҙа йѳрѳү һәм ҡоймаҡлап сәй эсеү ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла урыҫ халҡының боронғо Масленица байрамы мѳхитенә сумып, ыңғай тәьҫораттар, күтәренке кәйеф алды.
Айгѳл КИРАМОВА.

Оставить комментарий